1 ғинуар
көнө
(1 января битенән йүнәлтелде)
1 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 1-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 364 көн ҡала (кәбисә йылында 365).
1 ғинуар | |
Алдағы | 0 ғинуар[d] |
---|---|
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
1 ғинуар Викимилектә |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2024 йыл |
- Яңы йыл байрамы.
- Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө.
- 1788: Бөйөк Британияла инглиз телендә «The Times» гәзите сыға башлай.
- 1801: Джузеппе Пиацци беренсе астероид — Церераны аса.
- 1804: Гаити бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1838: Өфөлә «Оренбургские губернские ведомости» (1865 йылдан — «Уфимские губернские ведомости») гәзите сыға башлай.
- 1909: Бөйөк Британияла беренсе пенсиялар түләнә башлай.
- 1912: Нанкинда Ҡытай Республикаһы иғлан ителә.
- 1925: Норвегияның баш ҡалаһы исеме Ослоға үҙгәртелә.
- 1932: «Башэнерго» идаралығы (хәҙер «Башкирэнерго») ойошторола.
- 1935: Төркиәлә фамилиялар индерелә.
- 1956: Судан Бөйөк Британиянан һәм Мысырҙан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
- 1966: Өфө телеүҙәге, Салауат, Бәләбәй, Күмертау һәм башҡа ретрансляция станциялары аша СССР Үҙәк телевидениеһы тапшырыуҙарын күрһәтә башлай.
- 1969: Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
- 1984: Бруней бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1997: «REN TV» телеканалы эш башлай.
- 1999: Евро ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү булараҡ индерелә.
- 2002: Евро менән ҡулаҡсаға иҫәпләшеү башлана.
- 2004: ЮНЕСКО тарафынан иғлан ителгән «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосының йылы башлана.
- 2007: Эвенк һәм Таймыр автономиялы округтары Красноярск крайы составына индерелә.
- 2007: Пан Ги Мун БМО-ның генераль секретаре (8-се) итеп һайлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Минцлов Сергей Рудольфович (1870—18.12.1933), яҙыусы, тарихсы, библиограф. 1910—1911 йылдарҙа Өфө губернаһының Богоявленск округында земство начальнигы. Стәрлетамаҡ өйәҙенең тәбиғи һәм тарихи ҡомартҡыларын, башҡорттарҙың һәм төбәктә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың этнографияһын, фольклорын өйрәнеүсе.
- Баҡаев Файзрахман Һибәтулла улы (1905—1984), педагог, 1927—1971 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры, 1938—1956 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар ротаһы командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары һәм рота командиры, лейтенант. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1948), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1952), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1947).
- Таңһылыу Рәшитова (1905—21.02.1988), театр актёры. 1924—1970 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы (1920—23.04.1995), театр актёры, режиссёр. 1967—1987 йылдарҙа Сибай башҡорт драма театры актёры, режиссёры һәм баш режиссёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1955, 1970) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Иҫке Исай ауылынан.
- Фәйзуллин Миҙхәт Муса улы (1925—28.05.1998), хеҙмәт алдынғыһы. 1959—1987 йылдарҙа «Ишимбаймежрайгаз» тресының газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
- Фролова Нина Григорьевна (1930), хеҙмәт ветераны. Әлшәй районы Орловка ауыл фермаһы һауынсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1973). Сығышы менән Стәрлетамаҡ районы Яблуновка ауылынан.
- Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1935—15.10.2013), композитор. 1973—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).
тулы исемлек
- Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (1935—30.01.2016, ғалим-химик технолог, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1977), профессор (1978). 1981—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай, Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. РСФСР-ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1973), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1975). Рәсәй Федерацияһының Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пермияһы (2003) һәм С. Р. Рафиҡов исемендәге (2012) премия лауреаты. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1981).
- Аҙнағолов Юнир Ғәлимйән улы (1940), партия, совет органдары һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2001). Мәләүез ҡалаһы һәм Мәләүез районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылынан.
- Ғафаров Мэлс Мөхәмәт улы (1940), ғалим-дерматовенеролог. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1994 һәм 1999—2008 йылдарҙа дерматовенерология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миңеште ауылынан.
- Бирюков Михаил Иванович (1945), мәғариф эшмәкәре. 1986—2005 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Тамбов өлкәһенең Мичурин районы Ранино ауылынан.
- Жданов Рәшит Ислам улы (1945), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1975 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының хәҙерге «Дружба» хужалығы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Боҙаяҙ ауылынан.
- Бәкеров Филарит Абдулғәзим улы (1950—7.05.2013), театр актёры. 1991—2013 йылдарҙа Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Ғәлиев Ғәли Талха улы (1950), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2013—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты директоры. Социология фәндәре докторы (1997), профессор. (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005) һәм мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).
- Зиннуров Өлфәт Ғаяз улы (1950), ғалим-иҡтисадсы. 1970 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан — менеджмент һәм маркетинг кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1994), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002).
- Мырҙаханов Мөҙәрис Әнүәр улы (1950), үҙешмәкәр композитор, 1974—2002 йылдарҙа Дүртөйлө район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Пегов Валентин Алексеевич (1950), тренер. 1997—2004 йылдарҙа дзюдо буйынса Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһының өлкән тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987), Рәсәйҙең халыҡ ара класлы спорт мастеры (2006), Бөтә Союз категориялы судья (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
- Факиһа Туғыҙбаева (1950), шағир, журналист. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014), Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1995), Рәми Ғарипов исемендәге премия (1993) лауреаты.
- Фазылова Мәүлиҙә Әнүәр ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1967—2005 йылдарҙа Мәсетле районы колхоздары һауынсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо райондың Аҙанғол ауылынан.
- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1950), ғалим-тел белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2005—2014 йылдарҙа хәҙерге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исемендәге (2016) премиялар лауреаты.
- Проскурякова Илһөйәр Ҡәүи ҡыҙы (1955), хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. 1983—2015 йылдарҙа Яңауыл үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры. 2013 йылдан райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2005).
- Ғиләжев Илшат Фәрит улы (1960—6.03.2022), скульптор, ҡулдан сүкеү оҫтаһы. 1997 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдары союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2012).
- Спектор Юрий Иосифович (1960), ғалим-инженер механик, юғары ғилми мәктәп эшмәкәре. 2013 йылдан «Газпром промгаз» йәмғиәтенең генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Зөлфиә Ханнанова (1970), шағир. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996) лауреаты.
- Шайдукова Лиана Дим ҡыҙы (1985), ғалим-социолог, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы. Социология фәндәре кандидаты (2011), доцент (2016).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Оглоблин Иван Васильевич (1921—13.12.2011), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Шоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы (1931—4.03.1994), ғалим-фольклорсы. 1958–1990 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. 1963 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988).
- Йәноҙаҡов Аҙнабай Сәғит улы (1936), хеҙмәт ветераны. Ғафури районы «Йондоҙ» колхозының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
- Ҡаһарманов Булат Мөхәмәт улы (1941), хеҙмәт ветераны. «Салаватнефтемаш» предприятиеһының элекке электр менән иретеп йәбештереүсеһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
- Хисмәтова Мәҙинә Ғизетдин ҡыҙы (1941), хеҙмәт алдынғыһы. Әбйәлил районы «Урал» совхозы һауынсыһы-ветераны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Сығышы менән ошо райондан.
- Виноградов Юрий Михайлович (1946), ғалим-сыуаш теле белгесе. 1984 йылдан И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан Сыуаш республика мәғариф институтының сыуаш теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1975), доцент (1984). Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Васильевка ауылынан.
- Ғәлиев Ирас Әхмәт улы (1946—2018), педагог, мәғариф өлкәһе эшмәкәре. 1990—2004 йылдарҙа Кушнаренконың 1-се урта мәктәбе директоры һәм Кушнаренко районы мәғариф бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Зарипов Рәил Моталлап улы (1946), ғалим-математик. 1979 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Таштимер ауылынан.
- Фәйзуллин Ришат Хәлил улы (1951), хеҙмәт ветераны. «Газпром Нефтехим Салауат» предприятиеһының элекке операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Хәлилов Леонард Мөхип улы (1951), ғалим-физик-химик. 1974 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Органик химия институты хеҙмәткәре, 1981 йылдан – өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1993 йылдан Нефтехимия һәм катализ институтының лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Малаяҙ ауылынан.
- Гвоздев Владимир Ефимович (1956), ғалим-электрон техника инженеры. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, 2006 йылдан мәғлүмәт системаларын проектлауҙы автоматлаштырыу кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1998—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, 2003 йылдан — директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мостафин Рәмил Ғиниәт улы (1956), хужалыҡ эшмәкәре. 1990 йылдан Көйөргәҙе районы «Искра» хужалығы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Псәнчин Хәниф Хәмит улы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. Күгәрсен районы Мораҡ үҙәк район дауаханаһы хирургы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Солтанова Розалия Мансур ҡыҙы (1956), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2006—2012 йылдарҙа Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән ошо райондың Тайыш ауылынан.
- Ғүмәров Дамир Әмир улы (1961), Ейәнсура районы «Маяҡ» хужалығының машина-трактор паркы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Искәндәров Марсель Бәғҙәт улы (1961—2004), журналист, яҙыусы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1985—1997 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре, 1997—2004 йылдарҙа «Аманат» журналының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөхәррире.
- Мөхәмәтйәнов Илдар Арон улы (1961), Әлшәй район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре.
- Николаева Светлана Михайловна (1961), Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының акушер-гинекологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Баянов Илмир Мәсүил улы (1966), ғалим-физик. 1992 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, 1996 йылдан дөйөм физика кафедраһы мөдире; 2009 йылдың ноябренән — Германияның Вольфсбург ҡалаһының Ғәмәли фәндәр университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
- Йәнекәйев Айрат Рафаэль улы (1966), ғалим-травматолог-ортопед. 1989 йылдан Өфөнөң 17-се дауаханаһы табибы, 2014 йылдан ортопедия бүлеге мөдире. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
- Мөхәмәҙиева Гөлназ Мират ҡыҙы (1971), театр актёры. 1993 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының әйҙәүсе актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Ҡуштирәк ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғәлимйән Таған (1892—29.06.1948), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт ғәскәрендә ҡаһарман полк сардары. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы (1929).
- Абсаттаров Абдулла Әхмәт улы (1902—?), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы ҡылыссыһы, гвардия рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Головин Алексей Степанович (1912—5.05.1981), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар бригадаһының айырым саңғысылар батальонының отделение командиры. Советтар Союзы Геройы (1943). Салауат районының почётлы гражданы.
- Кинйәкәев Әхтәм Рәхмәтулла улы (1922—18.01.2017), ғалим-нефтсе-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1973—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылға тиклем геология һәм геоморфология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1965), профессор (1969), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордены кавалеры.
- Сынбулатов Ғәббәс Ғайса улы (1922—8.07.1987), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының артиллерист-тоҫҡаусыһы, гвардия сержанты. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1943) ордендары кавалеры.
- Шарков Гаврил Антонович (1927—18.03.2002), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951—1982 йылдарҙа «Башкируголь» күмер комбинатының слесарь-монтажсыһы, Күмертау күмер разрезының экскаватор машинисы. СССР-ҙың етенсе саҡырылыш (1966—1970) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған шахтеры (1981).
- Ғабдрахманов Разих Ғабдрахман улы (1932—1.08.2008), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1956 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозының тракторсы-комбайнсыһы. Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1973), 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Уртай ауылынан.
тулы исемлек
- Сулпан Иманғолов (1932—9.01.2001), журналист һәм шағир. 1958 йылдан СССР-ҙың Журналистар һәм 1981 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.
- Минибаев Николай Умутбаевич (1932—28.12.2001), төҙөлөш тармағы алдынғыһы. 1948—1992 йылдарҙа «Башнефтестрой» тресының 6-сы төҙөлөш-монтаж идаралығы машинисы һәм тракторсыһы; Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1973). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Миәҙәк ауылынан.
- Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы (1932), театр актёры. 1952—1987 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1995—2004 йылдарҙа Өфө «Нур» татар театры актёры. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1974).
- Мусина Римма Мөхтәр ҡыҙы (1937), йырсы, педагог. 1971—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1996). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).
- Саттаров Фәнүс Мансур улы (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1950—1997 йылдарҙа Благовар районы Фрунзе исемендәге колхоздың комбайнсы ярҙамсыһы, бригадиры, иҫәпсеһе, комплекслы бригада бригадиры (1964—1981), хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры, келәт мөдире. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Өйҙөрәкбаш ауылынан.
- Сәлимов Шәйнур Миңлегәрәй улы (1937), хеҙмәт ветераны. 1958 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, махсуслашҡан Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының баш инженеры һәм начальнигы; 1986 йылдан «Башнефть» берекмәһе Технологик транспорт һәм махсус техника идаралығының бүлек начальнигы, транспорт һәм автомобиль юлдары департаментының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), Халыҡтар Дуҫлығы (1989) һәм «Почёт Билдәһе» (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан
- Сәлихов Әмир Мөхәррәм улы (1937—2006), хеҙмәт алдынғыһы. 1962—1982 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе токаре. Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылынан.
- Әғәҙуллина Лиза Ҡыям ҡыҙы (1942), педагогик хеҙмәт ветераны. 1971 йылдан Өфөләге 27-се, 1996 йылдан — 42-се урта мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (2008) халыҡ уҡытыусыһы. Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2004).
- Йосопов Ринат Шәйхулла улы (1947), ауыл хужалығы ветераны. 1965—1997 йылдарҙа Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976), Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976).
- Солтанбәков Рим Миңнулла улы (1947), прокуратура органдары ветераны. 1978—1996 йылдарҙа Башҡортостан прокуратураһының яуаплы хеҙмәткәре, 1997—2002 йылдарҙа Салауат ҡала прокуроры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1989), Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1997).
- Сәйетов Вәғиз Ислан улы (1947), хеҙмәт ветераны. 1969—2004 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Башҡортостандың атҡаҙанған (1992), Рәсәйҙең почётлы (1997) нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Ҡарасайылға ауылынан.
- Рәдиф Тимершин (1947—2.05.2017), шағир, сатирик һәм юморист, тәржемәсе. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Фәхретдинов Иҙрис Әкрәм улы (1947), юғары мәктәп ветераны, ғалим-физик. 1977 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1998—2014 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының дөйөм физика кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1998), профессор (1999), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
- Хәсәнов Ринат Шәймулла улы (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-балалар хирургы, йәмәғәтсе. 1984 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың баш табипы, 2008 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһы директоры, 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли медицина палатаһының вице президенты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Баулы ҡалаһынан.
- Шафиҡов Рафаил Гәбдрәхим улы (1947), дәүләт хеҙмәте, мәҙәниәт һәм юғары мәктәп ветераны. 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Ибрай ауылынан.
- Ҡусмаева Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы (1952), яҙыусы. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ханмырҙин Мөнир Фаязғаян улы (1952), хеҙмәт ветераны, слесарь. 1973—2012 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылынан.
- Авзалов Рузил Хәкимйән улы (1957), ғалим-зооинженер. 1983 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1995—2004 йылдарҙа һәм 2010 йылдан уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2004—2010 йылдарҙа инновацион эш буйынса проректор. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008).
- Данилкин Виктор Анатольевич (1957), комсомол, партия һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1988 йылдан Салауат ҡала Советы башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеге мөдире, 1993—1998 йылдарҙа ҡала хакимиәтенең социаль яҡлау идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған социаль яҡлау хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың социаль яҡлау отличнигы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Кинйәбаев Рәлиф Мөстәҡим улы (1957), журналист, яҙыусы һәм драматург. 2011 йылдан «Һәнәк» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).
- Ҡотләхмәтов Әхәт Йәүҙәт улы (1957), ауыл хужалығы, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2001—2019 йылдарҙа Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Аҡһары ауылынан.
- Закиров Эрик Илдус улы (1962), хеҙмәт алдынғыһы. 1987—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе аппаратсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылынан.
- Заһиҙуллин Нәүфәл Шамил улы (1977), ғалим-терапевт. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — халыҡ-ара бәйләнештәр бүлегенең начальник урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (2010).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Васильев Валериан Михайлович (1883—2.05.1961), ғалим-мари тел белгесе, фольклорсы, этнограф, крайҙы өйрәнеүсе, мәғрифәтсе, педагог һәм йәмәғәтсе. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1957). Мари теле лингвистикаһына, мари халҡының этнографияһына, фольклористикаһына, музыка фәненә нигеҙ һалыусы, тәүге мари яҙыусыларының береһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ ауылынан.
- Сәғитов Абдрахман Бикмөхәмәт улы (1898—10.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған педагог. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1927 йылдан хәҙерге Баймаҡ районы Темәс мәктәбе мөдире, 1936 йылдан Түбә мәктәбе директоры, 1938—1939 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1938, районда тәүгеләрҙең береһе).
- Миһманов Исхаҡ Миһман улы (1903—1983), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы «Салауат батыр» колхозының элекке бригадиры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы (1913—7.05.1948), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ғәлекәй ауылынан.
- Заһитов Ғабдулла Ғиниәтулла улы (1918—?), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976).
- Варфоломеев Василий Михайлович (1923—1.09.1988), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районының Карповка ауылынан.
- Некрасов Виктор Гриорьевич (1923—30.09.1997), инженер, уйлап табыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан Магнитогорск металлургия комбинаты эшсеһе, өлкән мастеры, 1963 йылдан — домна цехы начальнигы, бер үк ваҡытта 1969 йылдан — комбинаттың баш инженеры, 1976—1982 йылдарҙа — директоры. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1981). Октябрь Революцияһы (1979), ике 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Һамар ауылынан.
- Хәкимов Түрйән Ниғмәтйән улы (1928—2014), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1962—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районының Фрунзе исемендәге колхоз бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан.
- Шәрипов Тәлғәт Муса улы (1928—21.03.2013), үҙешмәкәр композитор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
тулы исемлек
- Ғиләжетдинов Леонид Петрович (1933—12.07.1994), ғалим-химик-технолог. 1972 йылдан хәҙерге И.М. Губкин исемендәге Нефть һәм газ акаадемияһы уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы Тымбаҡты ауылынан.
- Дауытов Вилләр Йомағол улы (1933—30.11.2007), журналист, дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1980 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1986—1990 йылдарҙа БАССР Юғары Советы Президиумы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Үзбәков Ғәтиәт Шәмсетдин улы (1933—4.05.1999), педагог, журналист. 1951 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы; 1963 йылдан «Знамя труда» район гәзитенең бүлек мөдире, яуаплы секретары, мөхәррир урынбаҫары; 1968—1996 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» һәм «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән ошо райондың Оло Әбеш ауылынан.
- Шәрипов Ришат Муса улы (1933—17.06.2004), электромонтажсы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
- Вавилов Александр Михайлович (1938), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозының элекке бригадиры, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Вершинин Владимир Ильич (1938), техник-технолог. 1956—1994 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе технологы һәм цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). Ленин (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районы Черкассы ауылынан.
- Зарипов Әбүзәр Ғариф улы (1938—11.02.2005), нефтсе-ғалим, шағир һәм публицист. Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының элекке директоры. Техник фәндәре кандидаты (1978), профессор, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2004). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). Йәрмәкәй районының почётлы гражданы.
- Кәлимуллина Юфар Шәрифулла ҡыҙы (1938—7.03.2015), малсы. 1953—1993 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозының быҙау ҡараусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1980) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1979). Ленин (1986) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1980) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әҙел ауылынан.
- Ҡәйепов Фуат Сәләх улы (1938—2.04.2007), ауыл хужалығы хеҙмәкәре. 1957—1998 йылдарҙа Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының (1987) һәм Рәсәйҙең (1994) атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), 2-се (1982) һәм 3-сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әҙел ауылынан.
- Лобанов Борис Иванович (1938—24.06.2010), ауыл хужалығы һәм муницапаль органдар хеҙмәткәре. 1972 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозы директоры, 1978 йылдан — район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1987—1997 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе (1974). Сығышы менән Яңы Петровский ауылынан.
- Мөхәмәтшин Заман Хәфиз улы (1938—1996), ғалим-инженер. Украина ССР-ының Мелитополь ауыл хужалығын механизациялау институтының элекке уҡытыусыһы, факультет деканы. Техник фәндәр докторы, профессор. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районынан.
- Сибәғәтов Мөхәмәтғәли Сәғит улы (1938—2021), механизатор. 1958 йылдан Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы тракторсыһы, 1985—1998 йылдарҙа — тракторсылар бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы (1980). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1979). Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдарҙа бөткән Аранташ фермаһы ҡасабаһынан.
- Мофазалова Рима Риза ҡыҙы (1943), педагог. 1986—2000 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт гимназияһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың почётлы гражданы.
- Нәбиева Венера Рөстамхан ҡыҙы (1943—26.05.2012), журналист. 1969—1998 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе. СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Бүздәк районының Бүздәк ауылынан.
- Николаев Николай Алексеевич (1943—2003), Стәрлетамаҡ районының ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин, Октябрь Революцияһы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Рыҫҡужина Зөлфиә Әхмәҙи ҡыҙы (1948), педагог. 1971 йылдан Баймаҡ районы Татлыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1977—2006 йылдарҙа уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1998) һәм мәғариф отличнигы (1993). Сығышы менән ошо райондың Йәнйегет ауылынан.
- Сәләймәнова Флүрә Ғөбәйт ҡыҙы (1943—11.09.1995), педагог. 1974—1995 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 20-се мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), Рәсәйҙең мәғариф отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Аҡъюл ауылынан.
- Абдуллин Риф Мөҙәрис улы (1948), рәссам, график. 1999—2002 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры, 2004—2008 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған рәссамы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1994).
- Абҙаҡов Мирза Шакир улы (1948), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Баймаҡ районының «Таналыҡ» кооперативының элекке рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Аҙнабаев Радмил Рауил улы (1948), һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Шишмә үҙәк район дауаханаһының элекке ультратауыш диагностикаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1948—10.10.2015), ғалим-тел белгесе, шәрҡиәтсе, ҡурайсы, йәмәғәтсе. 2000—2010 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академяһының һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
- Килмөхәмәтова Миңнур Фазлетдин ҡыҙы (1948—2021), бейеүсе. Хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының элекке балет артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Ҡалдар ауылынын.
- Манапов Юлай Хәләф улы (1948—2013), журналист, йәмәғәтсе. 1997—2003 йылдарҙа Бөрйән районының «Таң» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Мулдашев Эрнст Рифғәт улы (1948), ғалим-офтальмолог-хирург, публицист, спортсы, йәмәғәтсе. 1990 йылдан Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең генераль директоры, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире. РСФСР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (1998), спорт туризмы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1978), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2015), Халыҡтар дуҫлығы (2007) һәм Салауат Юлаев (2000) ордендары кавалеры.
- Сәйфуллин Нур Рәшит улы (1948—1.11.2007), ғалим-инженер-технолог, хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2003 йылдан Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары, 2006 йылдан — сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтехимигы (1996), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Йүкәле Шишмә ауылынан.
- Фролов Борис Яковлевич (1948—2018), механизатор. Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозының элекке комбайнсыһы, бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы.
- Әминев Әмир Мөхәмәт улы (1953), журналист, прозаик. 2002—2016 йылдарҙа «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2022). Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021). Рәсәйҙең Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаты (2012).
- Баһауетдинов Ҡәүсәр Мөхәмәт улы (1953), Кушнаренко районы «Большевик» колхозының элекке агрономы һәм рәйесе, ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса район комитетының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Шаймуратов Хәсәнйән Әмирйән улы (1953), агроном. Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоздың элекке агрономы һәм рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Йөннө ауылынан.
- Йәнбәков Әсғәт Ҡотлой улы (1953—3.08.2012), театр артисы. 1974 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, 1996—2008 йылдарҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан.
- Абдрафиҡова Әнүрә Әнүәр ҡыҙы (1958), педагог. 1981 йылдан Әбйәлил районы Байым урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991). Башҡортостан уҡытыусыһы журналы лауреаты (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Абдюков Фәнис Рәүеф улы (1958), слесарь, рационализатор. 1976—2012 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең һәм «Газпром Нефтехим Салауат» йәмғиәте машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районының Ҡушкүл ауылынан.
- Ғимаҙиева Әлфиә Барый ҡыҙы (1958), мәҙәниәт хеҙмәткәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең элекке директоры; «Башҡортостан» дәүләт концерт залының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ильясов Мәғәфүр Исхаҡ улы (1958), механизатор. Ауырғазы районы «Урал» хужалығының элекке тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы, 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Ниғәмәтова Таңһылыу Нәбиулла ҡыҙы (1958), шәфҡәт туташы. 1980 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлеге шәфҡәт туташы, 1994—2013 йылдарҙа — өлкән шәфҡәт туташы. Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының 1-се Мырҙа ауылынан.
- Төхвәтуллин Фәндәүис Хәмәҙулла улы (1958), филолог, мәғариф һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1982—2000 һәм 2005—2015 йылдарҙа Дүртөйлө районы Яңы Бейектау мәктәбе директоры; 2000—2005 йылдарҙа Яңы Бейектау, 2015—2019 йылдарҙа — Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Кәңгеш ауылынан.
- Әмирханов Ришат Миңлеғаян улы (1958), энергетик, йәмәғәтсе. 2003 йылдан «Башкирэнерго» йәмғиәтенең баш инженеры, 2010 йылдан — департамент начальнигы, идаралыҡ начальнигы Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районынан.
- Исмәғилев Рафаил Ибраһим улы (1963), төҙөүсе. Сибай ҡалаһының «Ремонт-төҙөлөш үҙәге» йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан.
- Шакиров Рәжәп Рәшит улы (1963), табип. Стәрлетамаҡ ҡалаһы стоматология поликлиникаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы (1968), уҡытыусы, журналист, шағир. Бөрйән мәғлүмәт үҙәгенең бүлек мөдире. 2001 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Иҫәндәүләтова Вилюра Әҙеһәм ҡыҙы (1968), режиссер-документалист. «Башҡортостан» киностудияһы режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй кинофестивалдәре һәм «ТЭФИ—Регион 2007» телевизион конкурсы дипломанты.
- Рәжәпов Тимерйән Рәжәп улы (1968), Афған һуғышында ҡатнашыусы, 1995—2011 йылдарҙа Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәре, отставкалағы милиция капитаны, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһы «Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан.
- Бурансин Азамат Мәжит улы (1978), ғалим-тарихсы. 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2010 йылдан — бүлек мөдире. Тарих фәндәре кандидаты (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Подольск ауылынан.
- Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1978), ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. 1999 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты этнология бүлегенең ғилми хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хажи Бохарский (1899—13.05.1974), театр актёры, режиссёр, педагог. 1923—1968 йылдарҙа хәҙерге М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, бер үк ваҡытта 1926—1974 йылдарҙа хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1957) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).
- Михеев Василий Архипович (1899—31.07.1988), селекционер-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934 йылдан Башҡортостан малсылыҡ тәжрибә станцияһының сектор мөдире, 1952 йылдан Биология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1957—1964 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1947). СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1949). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Бишбүләк ауылынан.
тулы исемлек
- Әхмәтов Хәмит Борхан улы (1904–9.09.1966), театр актёры, ҡурайсы. 1924 йылдан Башҡорт драма театры, 1935—1964 йылдарҙа Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры) артисы.
- Квашнин Константин Сергеевич (1914—1966), эшсе. 1938 йылдан хәҙерге Пермь моторҙар эшләү берекмәһе токаре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961). Сығышы менән 1950-се йылдарҙа Дәүләкән ҡалаһы эсендә ҡалған Яңы Көрмәнкәй ауылынан.
- Һатыусин Сәғит Сәлимгәрәй улы (1914—12.10.1990), СССР дипломаты. 1939 йылда Халхин‑Гол йылғаһы янындағы совет‑япон хәрби бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1959 һәм 1967—1972 йылдарҙа СССР-ҙың Венгриялағы илселеге кәңәшсеһе. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары (1966) кавалеры.
- Бережной Иван Михайлович (1924—10.04.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры, гвардия кесе лейтенанты. 1942 йылға тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы слесаре. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең Кирмәнсек ауылынан.
- Дауытов Нуритдин Латип улы (1924—4.10.1999), механизатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945—1998 йылдарҙа Әбйәлил районы Калинин исемендәге колхоз механизаторы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1982) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Сығышы менән ошо райондың Тәпән ауылынан.
- Шакиров Мөхлис Баҙыҡ улы (1924—2019), партия органдары һәм ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961 йылдан КПСС-тың Дүртөйлө район комитетының 2-се секретары, 1963—1985 йылдарҙа район ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1976). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1970) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
- Атнабаев Миҙхәт Кәшәфетдин улы (1929—21.05.2010), нефтехимик. 1959—1994 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡыйышҡы ауылынан.
- Ефимов Николай Кириллович (1929—1997), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1965 йылдан Стәрлетамаҡ районының «Урал» колхозы рәйесе, 1979—1990 йылдарҙа — агрономы һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Айгөл ауылынан.
- Иванов Валентин Тимофеевич (1929—15.04.2003), математик-ғалим. 1966—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975—1993 йылдарҙа — ғәмәли информатика һәм һан алымдары кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәр докторы (1978), профессор (1978). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
- Ҡошҡонбаев Әҙелхан Кирәй улы (1929—2020), малсы. Ейәнсура районы «Ейәнсура» совхозының элекке өлкән чабаны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҙелбәк ауылынан.
- Фәттәхова Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы (1929—2011), табип, акушер-гинеколог. 1963—1984 йылдарҙа Нефтекама бала табыу йорто мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Яңы Ҡайынлыҡ ауылынан.
- Ҡускилдин Рамазан Саҙретдин улы (1934—2020), механизатор, малсы. 1954—1994 йылдарҙа Хәйбулла районы «Һаҡмар» колхозы тракторсыһы һәм ат ҡараусыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Мәзитова Зиәфәт Абдулла ҡыҙы (1934), китапханасы. Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының элекке бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Ғәбитова Мәүҙиғә Ғаффан ҡыҙы (1939—2021), мәҙәниәт һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1960 йылдан Әбйәлил районы Буранғол ауыл китапханасыһы, 1983 йылдан Буранғол ауыл советы башҡарма комитеты секретары, 1984—1996 йылдарҙа — рәйесе. СССР Юғары Советының халыҡ депутаты (1989—1991). Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Йәнекәйев Дамир Әхмәт улы (1939), патофизиолог-ғалим. 1965 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987 йылдан патофизиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1988—1995 йылдарҙа дауалау факультеты деканы. Медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985).
- Ишемова Роза Ғакил ҡыҙы (1939), педагог-методист-ғалим, 1973—2003 йылдарҙа Рәсәйҙең Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).
- Кирайдт Рудольф Иванович (1939—13.04.2020), архитектор. 1961—1988 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» институты архитекторы, бер үк ваҡытта 1977—1984 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы (1996), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981).
- Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы (1939—6.01.2019), хирург-ғалим, юғары мәктәп хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1981—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3‑сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1997), медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР‑ының (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Почёт (1998) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
- Тажетдинова Тәржемә Зәйнетдин ҡыҙы (1939), педагог. 1960—1994 йылдарҙа Ҡариҙел районы Абдулла урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993).
- Абзалов Ринат Рәйес улы (1944), элемтәсе, йәмәғәтсе. 1988—2011 йылдарҙа Ҡариҙел почтамты начальнигы, 2012 йылдан райондың ветерандар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (2007).
- Аҫылғужин Ғайсар Бәхтегәрәй улы (1944—2022), металлург. 1971—2004 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехы бригадиры, мастеры һәм өлкән мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
- Аҙнабаева Фирҙәүес Гис ҡыҙы (1949), педагог-методист-ғалим. 2002 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифе хеҙмәткәре (1999) һәм мәғариф отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбәнге Таулыҡай ауылынан.
- Антонов Анатолий Фёдорович (1949—2.01.2015), баянсы, педагог. 1973 йылдан Салауат музыка училищеһы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр лауреаты һәм дипломанты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылынан.
- Бовкун Владимир Спиридонович (1949), техник-механик. 1971—2009 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. 2-се (1984) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Түрешле ауылынан.
- Вакульский Александр Дмитриевич (1949—11.07.2019), музыкант, дирижёр. 1976 йылдан Нидерландтың баш ҡалаһы Амстердамдың симфоник оркестрының баш дирижёры һәм художество етәксеһе. Нидерландтың король йортоноң Рыцарь ордены кавалеры, Дирижёрҙарҙың Кирилл Кондрашин исемендәге халыҡ-ара конкурсы лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иглин ауылынан.
- Ғөбәйҙуллин Зәкир Ҡаһарман улы (1949—2016), педагог, 1966—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән ошо райондың Буранбай ауылынан.
- Искәндәров Әхмәт Гәрәй улы (1949), телсе-ғалим, педагог, йәмәғәтсе. 2001—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы директоры. Филология фәндәре кандидаты (2009). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2014).
- Исмәғилева Лариса Алексеевна (1949), инженер-иҡтисадсы-ғалим. 2006—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының Иҡтисад һәм идара итеү институты директоры. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Карпат аръяғы өлкәһе Мукачево ҡалаһынан.
- Кляйнер (Әлимова) Светлана Рәшит ҡыҙы (1949), журналист. Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында сыҡҡан «КамАЗ» гәзитенең элекке мөхәррире. Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районынын.
- Сабиров Фиҙаим Сәйетгәрәй улы (1949), ветеринария табибы. Балтас районы ветеринария станцияһы Көнтүгеш ветеринария участкаһының элекке мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Әхмәтов Шамил Әҙеһәм улы (1949—24.10.1992), Ҡариҙел районы эске эштәр бүлегенең хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған элекке начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы. «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены кавалеры.
- Биктимеров Сабит Закир улы (1954), нефтехимик. 1975—2004 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2003). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Дәүләтҡол ауылынан.
- Ғилманова Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы (1954), тележурналист. 1975 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1992 йылдан «Тамаша» ижад берекмәһе етәксеһе, 1998 йылдан — баш мөхәррир; бер үк ваҡытта 1990—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. 2005 йылдан телерадиокомпания ҡарамағындағы Телерадио сәнғәте студия-мәктәбе директоры. 1985 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы (1985). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1997) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Шәһит Хоҙайбирҙин (1994) һәм Мәжит Ғафури исемендәге (2005) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Хәзипов Руслан Әхмәтдин улы (1954), табип, педагог. 1998—2019 йылдарҙа Өфө медицина колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шәрипов Яҡуп Хәмзә улы (1954), театр артисы, музыкант. 1989 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, музыкаль бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Үрге Этҡол ауылынан.
- Әйүпова Шәмсиә Хөснетдин ҡыҙы (1954), педагог. Бөрйән районы Иҫке Монасип мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Вәлиев Илдар Иршат улы (1959), театр артисы, режиссёр. 1986 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, 2003 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрының ҡуйыусы режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре һәм атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ Миәкә ауылынан.
- Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы (1959), рәссам, график. Өфөләге 2-се балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Өфө ҡалаһы гербының авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2013).
- Ғүмәрова Люциә Шаһыбал ҡыҙы (1959), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды судьяһы, 2009—2014 йылдарҙа — рәйесе. Юридик фәндәр кандидаты (1986), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2006) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2009).
- Изилянова Валентина Михайдаровна (1959), шағир, тәржемәсе. Марий Эл Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2007), әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Олык Ипай исемендәге дәүләт йәштәр премияһы (1994), Эстонияның туғандаш халыҡтары программаһы әҙәби премияһы (2012) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Андреевка ауылынан.
- Лобанов Владимир Геннадьевич (1959), скульптор, педагог. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Михаил Нестеров исемендәге дәүләт премияһының тәүге лауреаттарының береһе (2018), «Сәнғәттә тарих» республика күргәҙмә‑конкурсы лауреаты (Өфө, 1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1964), спортсы, йәмәғәтсе. Рәсәй Федерацияһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 2-се һәм 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2002), Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000), Григорий Аксаков һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Әминева Резида Рәүф ҡыҙы (1964), йырсы. 1995—2019 йылдарҙа «Юлдаш» радиоһының музыкаль мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023), төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты.
- Сәйәхов Рәфис Фәнис улы (1969), журналист, «Кызыл таң» республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
- Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы (1974), филолог-ғалим, шағир, журналист. 2013 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2006).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 765: Али ар-Риза, шиғый имамы.
- 1431: Родриго Борджиа (папа Александр VI).
- 1895: Эдгар Гувер, АҠШ-тың дәүләт эшмәкәре, ФБР-ҙы ойоштороусы һәм уның 1924—1972 йылдарҙағы етәксеһе.
- 1912: Мозес Абрамовиц, АҠШ иҡтисадсыһы.
- 1914: Фәрит Яруллин, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған композитор.
- 1919: Джером Дэвид Сэлинджер, АҠШ яҙыусыһы.
- 1948: Павел Грачёв, 1992—1996 йылдарҙа Рәсәйҙең оборона министры, Советтар Союзы Геройы (1988).
- 1972: Васильев Кирилл Александрович, Рәсәй социаль эшҡыуары.
- 1987: Белова Евгения Михайловна, Рәсәй социаль эшҡыуары