10 сентябрь
көнө
10 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 253-сө (кәбисә йылында 254-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 112 көн ҡала.
10 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Янғуразов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (1910—12.09.1978), ғалим-иҡтисадсы, партия органдары һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1967—1978 йылдарҙа Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтының Өфө факультеты деканы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1953). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1974). Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Кокурин Борис Степанович (1920—3.02.1983), йырсы (драматик тенор). 1960—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1950). Сығышы менән Саранск ҡалаһынан.
- Криворотов Михаил Павлович (1920—18.12.1943), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танк полкының өлкән механик-водителе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1941).
- Хисмәтов Мөхәмәтйән Фазылйән улы (1930—18.03.2010), ғалим-географ. 1958 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1969—1981 йылдарҙа иҡтисади география кафедраһы мөдире, 1965—1968 һәм 1981—1983 йылдарҙа география факультеты деканы; 1985—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991 йылға тиклем тиклем иҡтисади география кафедраһы мөдире. География фәндәре кандидаты (1959), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан.
- Егоров Игорь Владимирович (1940—11.01.2009), ғалим-инженер-технолог, йәмәғәтсе. 1987 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводы директоры, 1994 йылдан — генераль директоры, 1996 йылдан алып «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты, 1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Тауар етештереүселәр федерацияһының генераль директоры. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1990). Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Дуҫлыҡ (1996) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтов Фуат Мирза улы (1945—8.07.2006), театр актёры, 1971—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Аҡҡолай ауылынан.
- Ғәзизов Әхәт Мәжит улы (1945), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1986 йылдан Туймазы техник углерод заводы директоры, 1994 йылдан «Туймазытехуглерод» берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Рәсәй Федерацияһының почётлы химигы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Самсыҡ ауылынан.
- Стрекалова Лариса Федоровна (1960), ғалим-табип-терапевт, Өфө ҡалаһындағы 5-се клиник дауахананың баш табип урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимов Зиннәт Абдулхаҡ улы (1922—13.08.1983), башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1962 йылдан — КПСС ағзаһы (1974), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Володина Октябрина Федоровна (1927), Борай районы Борай ауылының 1-се мәктәбендә 1949—1982 йылдарҙа эшләгән педагогик хеҙмәт ветераны, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Родионова Людмила Николаевна (1957), иҡтисадсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (1998), профессор (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән Украиналағы Полтава ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы (1933), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, ғалим, публицист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1983). СССР-ҙың почетлы энергетигы (1983). СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1985) ордендары кавалеры.
- Ишмөхәмәтов Ғәфүр Шәкүр улы (1948), табип-ғалим, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2012 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы 22-се дауахананың баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Зәк-Ишмәт ауылынан.
- Легостаев Виктор Григорьевич (1948), журналистика ветераны, Бөрө районы «Победа» гәзитенең элекке баш мөхәррире. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Мишкә ауылынан.
- Гөлфиә Юнысова (1948), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015).Журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).
- Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (1953), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иманғолов Динислам Ислам улы (1924—22.09.2014), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Кәримов Риф Низай улы (1939—2006), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960–2003 йылдарҙа Кушнаренко районының Куйбышев исемендәге колхоз механизаторы. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Зөлҡәрнәев Батыргәрәй Сәлим улы (1949), хәрби хеҙмәткәр, дәүләт эшмәкәре, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы. 1981—1983 йылдарҙа атом һыу аҫты кәмәһе командиры. 1985—1997 йылдарҙа Хәрби‑диңгеҙ академияһы уҡытыусыһы. 1998—2003 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Именлек Советы аппаратында хәрби инспектор. Контр-адмирал (1999). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1997). Ҡыҙыл Йондоҙ (1982) һәм Батырлыҡ (2001) ордендары кавалеры.
- Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы (1949—12.04.2019), фоторәссам, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй Фоторәссамдар союзы сәркәтибе, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1872: Владимир Арсеньев, Алыҫ Көнсығышты тикшереүсе сәйәхәтсе, СССР яҙыусыһы («Дерсу Узала»).
- 1894: Александр Довженко, СССР кинорежиссёры, яҙыусы, кинодраматург.
- 1899: Вольф Мессинг, эстрада артисы, иллюзионист, психиатр һәм гипнотизёр, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1971).
- 1925: Борис Чайковский, СССР һәм Рәсәй композиторы, пианист, педагог, профессор. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1969).
- 1931: Люсье́на Овчинникова, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1973). («Девчата», «Сильные духом», «Мама вышла замуж», «Большая перемена», «Девять дней одного года», «И снова Анискин» фильмдәре).
- 1955: Лариса Долина, СССР һәм Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1994: Евгений Долматовский, СССР һәм Рәсәйҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағиры, СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты. «Любимый город», «Ночь коротка», «Комсомольцы-добровольцы» һәм башҡа бик күп популяр йырҙар авторы.