5 октябрь
көнө
5 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 278-се көнө (кәбисә йылында 279-сы). Йыл аҙағына тиклем 87 көн ҡала.
5 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Уҡытыусылар көнө.
- Архитектура көнө (октябрҙең беренсе дүшәмбеһе).
- Табиптар көнө (октябрҙең беренсе дүшәмбеһе).
- Торлаҡ көнө (октябрҙең беренсе дүшәмбеһе).
- Адыгея: Республика көнө.
- Португалия: Республика көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1502: Христофор Колумб Коста-Риканы аса.
- 2002: Бахрейнда Владимир Крамник менән донъялағы иң көслө компьютер шахмат программаһы «Дип Фриц» араһында шахмат матчы башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Александрова Вера Васильевна (1925—2016), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе алдынғыһы, педиатр, Бөрө район дауаханаһы бала тыуҙырыу йортоноң элекке баш табибы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы.
- Сафиуллина Альмира Морат ҡыҙы (1940—25.09.2016), инженер, йәмәғәт эшмәкәре. 1984—1988 йылдарҙа оборона сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Секерин Алексей Борисович (1955—1.05.2008), ғалим-математик. 1978 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Математика институты ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; 1995 йылдан Өфөләге Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты уҡытыусыһы; 1997 йылдан Орёл университетының алгебра һәм иҡтисади математик ысулдар кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1994), профессор (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Миҙхәт Шакиров (1916—1.05.2004), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1969—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Ҡоҙаяров Альберт Шамил улы (1951—3.11.2020), график, биҙәү-ҡуланма сәнғәте рәссамы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы(2015) һәм мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Бреды районы Павловка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Недошивин Вениамин Георгиевич (1917—25.01.1988), Советтар Союзы Геройы (1944). Совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1944—1963 йылдарҙа СССР дәүләт именлеге һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. Подполковник.
- Исхаҡов Вәзих Мөхәмәтша улы (1927—20.01.1985), яҙыусы, 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1984).
- Лаптев Владимир Викторович (1937), инженер-геофизик, техник фәндәр кандидаты (1967). «Геофизика» ғилми-производство фирмаһының 1993—2005 йылдарҙағы генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982). Сығышы менән Һамар өлкәһе Сызрань ҡалаһынан.
- Михалёв Сергей Михайлович (1947—21.04.2015), СССР хоккейсыһы, СССР-ҙың спорт мастеры (1974). Шайбалы хоккей тренеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (1996), РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чурикова Инна Михайловна (1943), СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры; СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1985) халыҡ артисы, РСФСР-ҙың (1987) һәм Рәсәй Федерацияһының (1996) Дәүләт премиялары лауреаты. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһынан.
- Мәҡсүтов Фәһим Әхмәт улы (1933—4.07.1996), ғалим-физик-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. География фәндәре кандидаты (1963), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Күкҡуян ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәҙрүш Моҡамай (1909—20.09.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған башҡорт шағиры. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Лякишев Николай Павлович (1929—18.11.2006), ғалим-металлург. 1987—2004 йылдарҙа А. А. Байков исемендәге Металлургия һәм материалдарҙы өйрәнеү ғилеме институты директоры. СССР Фәндәр академияһы академигы (1987), Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), техник фәндәр докторы (1975), профессор (1979). Ленин премияһы (1976), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1970), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы (2002), Демидов премияһы (2005) лауреаты. Ленин (1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Орёл өлкәһе Покровка ауылынан.
- Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929—24.09.1994), ғалим—педагог, партия һәм дәүләт органдары, мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1978—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумының директор урынбаҫары һәм директоры. 1968 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1978), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Сығышы менән ошо райондың Ғәҙелбай ауылынан.
- Ғилфанов Дәбир Тимерхан улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1994—2004 йылдарҙа Краснокама районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ түлек идаралығы етәксеһе; 2005—2006 йылдарҙа хакимиәттең бүлек етәксеһе, 2006—2009 йылдарҙа — эштәр идарасыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2007), райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Яңы Йәнйегет ауыл Советына ҡараған Яңауыл ауылынан.
- Шәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улы (1959), ғалим-тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2009), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районының Арҡауыл ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 2004: Мәғәфүр Хисмәтуллин, йырсы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.