Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы

Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1 ғинуар 1978 йыл) — ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006).

Азалия Фәттәх ҡыҙы Илембәтова
Тыуған көнө

1 ғинуар 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (46 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Салауат районы, Малаяҙ ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

этнография, шәрҡиәт

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре кандидаты

Биографияһы

үҙгәртергә

Азалия Фәттәх ҡыҙы Илембәтова 1978 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1999 йылдан Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлегендә эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың этник тарихын, мифологияһын, йолаларын, хайуандар һәм ҡоштар культын өйрәнеүгә арналған.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Культ животных у башкир: история и современность / А. Ф. Илимбетова, Ф. Ф. Илимбетов ; Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — Уфа : ИИЯЛ УНЦ РАН, 2009. — 306 с.
  • Культ животных в мифоритуальной традиции башкир [Текст] / А. Ф. Илимбетова, Ф. Ф. Илимбетов ; Российская акад. наук, Уфимский науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — [2-е изд., испр. и доп.]. — Уфа : Гилем, 2012. — 703 с.; 21 см; ISBN 978-5-7501-1372-9
  • Илимбетова А. Ф. Олень в устном творчестве, народном искусстве и верованиях // Башкиры-гайнинцы: история и современность. — Уфа: Китап, 2012. — 264 с. — С. 164—199. — ISBN 978-5-295-05131-9.
  • Илимбетова А. Ф. Священные птицы башкир. — Уфа, 2014.

Ағаһы — Илембәтов Азамат Фәттәх улы, техник фәндәр кандидаты, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры (2011—2012).

Һылтанмалар

үҙгәртергә