Скульптура
Скульпту́ра (лат. sculptura, от sculpo — киҫеп алам, сүкеп алам) — йәбештереп, сүкеп, киҫеп йәки ҡойоп, күләмле һүрәттәр (статуя, бюст, барельеф һ.б.) тыуҙыра торған сәнғәт төрө һәм шул сәнғәттең әҫәре[1]; һынлы сәнғәт төрө, әүәләп, ҡойоп, юнып, сүкеп һын эшләү сәнғәте[2] ; соҡоп, уйып, ҡойоп төрлө һындар яһай торған сәнғәт төрө, шул сәнғәттең әҫәрҙәре[3]; балауыҙ, таш, балсыҡ, мәрмәр һ.б. материалдар ҡулланып, йәбештереп, сүкеп, киҫеп йәки ҡойоп, күләмле һүрәттәр тыуҙыра торған сәнғәт төрө[4].

Үҙен скульптура сәнғәтенә бағышлаған рәссам скульптор, йәки һәйкәлсе (һынсы) тип атала. Уның төп мәсьәләһе кеше һынын реаль йәки идеаллашҡан күренештә күрһәтеү, хайуандар икенсе дәрәжеләге рольдә, ә башҡа предметтар эйәрсен мәғәнәлә һәм орнамент-биҙәү маҡсатында ғына күрһәтелә.
Скульптура һүҙе сәнғәт төрөнән башҡа, шул сәнғәттең айырым бер әҫәрен аңлата.[5]
Скульптура төрҙәреҮҙгәртергә
Скульптараның төп жанрҙары
- портрет;
- тарихи;
- мифологик;
- көнкүреш;
- символ;
- аллегория;
- анималистика
Скульптураның сәнғәтте тасүирлау ысулдары:
- күләмле формалар төҙөү;
- һығылмалы модельдәр төҙөү (әүәләү);
- силуэт әҙерләү;
- фактура әҙерләү (ҡайһы осраҡта төҫөн билдәләү).
Скульптура төрҙәре:
- түңәрәк һын (статуя, төркөм, статуэтка, бюст)— бөтә яҡлап әйләндереп ҡарағанда ла аңлайышлы, йәтеш итеп әүәләп эшләнгән скульптура[6];
- Рельеф (скульптура)— һыр, скульптураның бер төрө, яҫылыҡ өҫтөндәге ҡабарынҡы, һырлы йәки уйылған һүрәт, биҙәк[7].
Рельефның өс төрөн билдәләҙәр:
- Барельеф — яҫылыҡ өҫтөндә ҡабартып, яртылаш ҡалҡытып, әүәләп эшләнгән биҙәк йәки һүрәт, скульптураның бер төрө[8]; дөйөм биләмдән ярты һыны сығып торған скульптур фигура[9].
- Горельеф — өҫкө йөҙөнән яртылаш сығарып эшләнгән скульптура төрө[10]; яҫылыҡ өҫтөндә яртыһынан күберәк кимәлдә ҡалҡытып эшләнгән һын йәки һүрәт[11].
- Контррельеф — фигуралар ҡалҡыу түгел, киреһенсә батынҡы.
- монументаль скульптура (һәйкәлдәр, монументтар) — архитектура мөхите менән бәйле. Идея әһәмиәте, юғары ғөмөмиләштереү дәрәҗәһе, ҙурлығы менән айырыла; монументаль-декоратив скульптурала архитектура ҡорамалдары һәм комплексының бөтә биҙәү төрҙәре (атланттар, кариатидтар, фриздар, фронтон, фонтан, баҡса-парк скульптураһы) ҡулланылырға мөмкин;
- станокта эшләнгән скульптура — мөхит менән бәйле булмаған, тәбиғи размерҙа йәки бәләкәйерәк, тәрән мәғәнәле әҫәр.
Башҡарыу ысулы буйынса һәм ҡулланылған материалдары буйынса скульптура бер нисә тармаҡҡа бүленә: әүәләп эшләү — балауыҙ, балсыҡ кеүек йомшаҡ материалдан әүләп эшләү;
Скульптураның башҡа төрҙәреҮҙгәртергә
Кинетик скульптура — ысынбарлыҡтағы хәрәкәт күрһәтелгән кинетик сәнғәт төрө. Боҙ скульптуралары — боҙҙан эшләнгән художестволы композициялар. Ҡом скульптуралары — ҡомдан эшләнгән художестволы композияциялар. Скульптура өсөн материалдар — металл, таш, балсыҡ, ағас, гипс, ҡом, боҙ һәм башҡалар. Эшкәртеү ысулдары — әүәләү, китеп алыу, ҡойоу, сүкеү һәм башҡалар.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф. М. Бикбаев, 2008)
- ↑ ГРАМОТА.РУ. Проверка слова: скульптура
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)
- ↑ Русско-башкирский словарь архитектурных терминов (З. Г. Ураксин, З. А. Сиразитдинов, 2004)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р. Р. Фатихов)
- ↑ Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф. М. Бикбаев, 2008)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
Скульптура Викимилектә | |
Скульптура Викияңылыҡтарҙа |
- Ваяние // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Энциклопедия скульптуры (рус.)