2 сентябрь
көнө
2 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 245-се (кәбисә йылында 246-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 120 көн ҡала.
2 сентябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 сентябрь Викимилектә |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | ||||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Кокос көнө.
- Беларусь: Белорус яҙмаһы көнө.
- Вьетнам: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Маршалл Утрауҙары: Хеҙмәт көнө.
- Днестр буйы республикаһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Гвардия көнө.
- Полицияның Патруль-пост хеҙмәте көнө.
- Хөкүм башҡарыу системаһының психологик хеҙмәте көнө.
- Танзания: Инженерҙар көнө.
- 1794: Одесса ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1913: Киевта Беренсе Бөтә Рәсәй спорт олипиадаһы башлана.
- 1941: Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге концерт залы асыла.
- 1945: Японияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1945: Вьетнам Демократик Республикаһы төҙөлөү тураһында иғлан ителә.
- 1962: Новосибирск ҡалаһында халыҡ һаны 1 миллионға етә.
- 1969: Интернеттың «тыуған көндәренең» береһе: Калифорния университеты лабораторияһында ике компьютер араһында уңышлы мәғлүмәт алмашыу башҡарыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Кашапов Иван Ибраһим улы (Уршат Кашафетдин улы; 1915—12.03.2005), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының миномёт ротаһы командиры, гвардия өлкән лейтенанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ҡолай ауылынан.
- Шамил Хәмәҙинуров (1950—14.11.2014), йырсы, 1978—2014 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы вокалсыһы. «Ихлас» эстрада төркөмөн ойоштороусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
- Мельникова Ирина Эдуардовна (1970), педагог, музыкант, 1992—2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2004 йылдан Өфөләге Урта махсус музыка колледжының аккордеон классы уҡытыусыһы, 2013 йылдан — колледж директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (1911—12.1941), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналист һәм шағир. 1929 йылдан — «Керпе» (хәҙерге «Аманат») журналының, 1930 йылдан — «Йәш төҙөүсе» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең, 1931 йылдан «Ленинсе» (хәҙерге «Йәшлек») гәзитенең баш мөхәррире; 1938—1940 йылдарҙа Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Худякова Лариса Петровна (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-физик-химик. 1968 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1975 йылдан өлкән инженер, 1982 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2002 йылдан химик һынау лабораторияһы начальнигы. Техник фәндәр докторы (2008), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).
- Гәрәева Наталия Борисовна (1956), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2004), профессор (2005). Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан. Профессор Борис Гончаровтың ҡыҙы.
- Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы (1966), журналист. 1995 йылдан хәҙерге Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2018) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тюленева (Филатова) Любовь Андреевна (1927—29.06.2016), педагог. 1962—1983 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 39-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), СССР-ҙың мәғариф (1975), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин ордены кавалеры (1978).
- Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы (1927—29.10.1971), бейеүсе. 1956—1971 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының балет артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1955). Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).
- Иҙрисов Шәһивилдан Вилдан улы (1937—2020), партия органдары һәм газ тармағы хеҙмәткәре, шағир. Ейәнсура районы газ хеҙмәтенең элекке начальнигы. Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1997). Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы. Сығышы менән ошо райондың Ҡарабәрҙе ауылынан.
- Косткевич Юдий Эдуардович (1947—13.07.2015), бейеүсе. 1970—1990 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, педагог-репетиторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
- Һөйәрғолов Мансур Таштимер улы (1947), агроном, спортсы һәм тренер. Стәрлебаш районы ауыл хужалығы идаралығының элекке баш агрономы. Милли көрәш һәм гер күтәреү буйынса тренер. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Гер күтәреү буйынса Гиннесстың рекордтар китабына индерелеүсе. Сығышы менән ошо райондан.
- Чадченко Андрей Васильевич (1947), тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре кандидаты (1989). Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 1996—2007 йылдарҙағы баш геологы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984). Урал тау премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Ингуш Республикаһы Назран районының Нартов ауылынан.
- Ғимаев Ирек Фәрит улы (1957), спортсы, хоккейсы, тренер, дәүләт хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Салауат Юлаев», 1979 йылдан ЦСКА хоккей командалары уйынсыһы. 2001—2003 йылдарҙа ЦСКА хоккей клубының өлкән тренеры. 2006 йылдан Калининград өлкәһе һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 2010 йылда — өлкәнең Спорт буйынса агентлыҡ етәксеһе. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1979), шайбалы хоккей буйынса: СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры 1982); донъя (1979, 1982, 1983), Европа (1979, 1982, 1983) һәм Советтар Союзы (1980—1987) чемпионы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1982).
- Ҡадиров Рафаэль Рәшит улы (1957), рәссам. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2009) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дауытов Искәндәр Садиҡ улы (1923—26.09.1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, ҡыҙылармеец, Башҡорт атлы дивизияһы пулеметсыһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- Фазлыев Шакир Фазлый улы (1923 — 16.05.1992), дәүләт һәм партия органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1967, 1971) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Абдулла ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Грибков Михаил Петрович (1909—14.01.1964), СССР-ҙың партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960—1963 йылдарҙа Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының икенсе секретары, КПСС-тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1961—1964). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Хизбуллин Ғифат Әдиәт улы (1929—15.11.1993), уҡытыусы. 1964—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Оло Ҡыҙылбай мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпов Риф Сәлих улы (1939—28.01.2015), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1995), Рәсәй Федерацияһы Хәрби фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы. Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт (1982) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Авершина (Бигеева) Людмила Васильевна (1954), цирк артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1979). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Янбарисов Валерий Марс улы (1954), ғалим-физик‑химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтының кафедра мөдире. Химия фәндәре докторы (2003), профессор (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1906: Александр Казанцев, СССР-ҙың фантаст-яҙыусыһы, фәнни фантастикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1908: Валентин Глушко, СССР ракета-космик техникаһы, шул иҫәптән «Энергия-Буран» комплексы конструкторы, ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың Ленин һәм Дәүләт премиялары лауреаты.
- 1920: Иван Михайличенко, СССР-ҙың 1-се класлы хәрби осоусыһы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.
- 1926: Евгений Леонов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1978) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1976).
- 1930: Андрей Петров, СССР һәм Рәсәй композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
- 1935: Валентин Гафт, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1944: Александр Филиппе́нко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (2000).
- 1945: Михаил Вишняков, СССР һәм Рәсәй шағиры.
- 1945: Ирина Пече́рникова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1988).
- 1953: Елена Про́клова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984).
- 1965: Леннокс Льюис, Британия һәм Канаданың профессионал боксёры, донъяның абсолют чемпионы (1999).
- 1990: Николай Иов, Днестр буйы Молдова Республикаһы спортсыһы, ауыр атлет, пауэрлифтер буйынса күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы.
- 1902: Ҡәйүм Насыри, татар мәғрифәтсеһе, ғалим һәм яҙыусы.
- 1968: Баязит Бикбай, башҡорт шағиры, прозаик, драматург, БАССРҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1969).
- 1969: Хо Ши Мин, 1951—1969 йылдарҙа Вьетнам президенты, философ-марксист, шағир.
- 1970: Василий Сухомлинский, СССР-ҙың педагог-новаторы, яҙыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968).
- 1999: Әнғәм Атнабаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.