5 февраль
көнө
5 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 36-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 329 көн ҡала (кәбисә йылында 330).
5 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
- Рәсәй: Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған дипломатик курьерҙарҙы иҫкә алыу көнө.
- Бурунди: Берҙәмлек көнө.
- Мексика: Конституция көнө.
- Финляндия: Милли флаг көнө.
- АҠШ: Метеорологтар көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 62 йыл: Помпейҙа көслө ер тетрәү була.
- 1204 йыл: Алексей V Дука Византия императоры итеп иғлан ителә.
- 1265 йыл: Ги Фулькуа Ле Гро 183-сө Рим Папаһы итеп һайлана, ул Климент IV исемен ҡабул итә.
- 1494 йыл: Литва Бөйөк кенәзе Александр Ягеллон һәм Мәскәү Бөйөк кенәзе Василий III араһында 1487—1494 йылдарҙағы Сик буйы һуғышын тамамлаған «Мәңгелек солох» төҙөлә.
- 1740: Рим Папаһы Климент XII Сан-Мариноға тулы бойондороҡһоҙлоҡ ҡайтара.
- 1885: Бельгия короле Леопольд II Конго азат дәүләтен королдең «шәхси биләмәһе» итеп иғлан итә.
- 1887: Ла Скала театрында Джузеппе Вердиҙың «Отелло» операһының премьераһы була.
- 1917: Мексика инҡилабы һөҙөмтәһендә Мексика Ҡушма Штаттарының Конституцияһы ҡабул ителә.
- 1918: РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы сиркәүҙең дәүләттән һәм мәктәптең сиркәүҙән айырылыуы тураһында декрет сығара.
- 1919: Мэри Пикфорд, Дуглас Фэрбенкс, Чарли Чаплин һәм Дэвид Гриффит United Artists киностудияһын ойоштора.
- 1924: Би-би-си радиоһы һәр сәғәт һайын теүәл ваҡыт сигналдарын тапшыра башлай.
- 1926: Латвияла совет дипкурьерҙары Т. И. Нетте менән И. А. Махмасталгә ҡораллы һөжүм яһала. Ошо ваҡиға айҡанлы 5 февраль — хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған дипкурьерҙарҙы иҫкә алыу көнө.
- 1928: D витамины яһалма юл менән синтезлана.
- 1939: Франсиско Франко Испания хөкүмәтенең 68-се рәйесе була.
- 1941: Көнсығыш Африка кампанияһы: Кэрэн янындағы һуғыш башлана.
- 1942: Быҙаулыҡ ҡалаһында 1-се Чехословак пехота батальоны төҙөлә башлай.
- 1943: Ҡамауҙағы Ленинградты ил менән бәйләгән «Еңеү юлы» сафҡа инә.
- 1945: Филиппин операцияһы: АҠШ ғәскәрҙәре Маниланы ала.
- 1947: Болеслав Берут Польша президенты итеп һайлана.
- 1952: Нью-Йоркта йәйәүлеләр өсөн тәүге светофор ҡуйыла.
- 1956: Кортина-д’Ампеццола VII ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана, миҙалдар һаны буйынса беренселекте совет спортсылары ала.
- 1960: КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университетын асыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1960: Туймазы ҡала статусын ала.
- 1979: Аятолла Хөмәйни Иранды ислам дәүләте итеп иғлан итә.
- 1991: Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Фрунзе Бишкәк тип үҙгәртелә.
- 1994: Сиприен Нтарьямира Бурунди президенты итеп иғлан ителә.
- 2005: Фор Гнассингбе Того президенты итеп иғлан ителә.
- 2012: Саули Ниинистё Финляндия президенты итеп һайлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәбир Ғәлимов (1905—20.02.1996), башҡорт совет опера йырсыһы. 1938—1955 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1955—1965 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың (1947) һәм Башҡорт АССР-ының (1942) атҡаҙанған артисы.
- Сәбилә Сөләймәнова (1940), хеҙмәт ветераны, ғалим-педагог, дәүләт эшмәкәре. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
- Семёнов Вернер Макарович (1945—25.06.2015), төҙөүсе, үҙешмәкәр композитор һәм йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003), төрлө конкурстар лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылынан.
- Житников Владимир Павлович (1950), ғалим-инженер-физик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан информатика сараларын проектлау кафедраһы, 2005 йылдан — компьютер математикаһы кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1993), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Стаханов Владимир Ильич (1960), «Башҡортостан» Дәүләт концерт залының художество бүлеге мөдире. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Тула өлкәһенең Узловая ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәйҙәршин Ғәйнанша Хәйҙәрша улы (1911—4.12.2006), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының отделение командиры, гвардия рядовойы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Карпухин Иван Егорович (1936), ғалим-фольклорсы, яҙыусы һәм шағир. 1962 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2018), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000). Стәрлетамаҡ районының Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты (2006). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016), Әлшәй районының почётлы гражданы (2012).
- Павлов Виктор Павлович (1951), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2006). 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2009 йылдан университеттың Нефтекама ҡалаһындағы филиалының дөйөм белем биреү дисциплиналары кафедраһы мөдире. Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһенең Искитим ҡалаһынан.
- Вәсил Ғәлимов (1961), Нефтекама ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе үҙешмәкәр композитор, автор-башҡарыусы. Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Ҡәҙер ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бәхтегәрәй Шәфиев (1897—19.08.1918), Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы.
- Ким Әхмәтйәнов (1947—09.11.1980), башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1972).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Үтәбәев Мөхлис Суфиян улы (1888—28.12.1970), дин әһеле, Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, 1919—1920 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантоны секретары һәм рәйесе. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Буранбай ауылынан.
- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы (1913—4.04.1963), ғалим-нефтсе-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1958), профессор (1960). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).
- Назар Нәжми (1918—6.09.1999), Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының VI һәм VII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты. Октябрь Революцияһы (1978), I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов; 1923—27.02.1943), Советтар Союзы Геройы (1943), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған ҡыҙылармеец.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сенченко Геннадий Степанович (1919—17.07.1985), ғалим-геолог, Көньяҡ Уралдың геологияһын өйрәнеүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Геология-минералогия фәндәре докторы (1976). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кировоград өлкәһе Злинка ауылынан.
- Маслобоев Юрий Александрович (1939—29.12.2017), дәүләт, партия, профсоюз һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1972—1978 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары. 1982—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары һәм мөдире. 1988—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы Советы рәйесе, 1994—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт социаль страховкалау фонды рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Мостафин Рафиҡ Ғата улы (1944), журналистика ветераны. 1970—2004 йылдарҙа Ҡариҙел район гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, мөхәррир урынбаҫары һәм мөхәррире. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994), Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты (2008). Сығышы менән райондың Дәүеш ауылынан.
- Мөхәмәтдинов Фирүз Ҡәниф улы (1949—2017), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1987—2010 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Яңауыл район Советы башҡарма комитеты райесенең, артабан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Яңауыл районының почётлы гражданы (2009). Сығышы менән райондың Иҫке Ҡоҙаш ауылынан.
- Шумилова Марина Владимировна (1954), уҡытыусы, журналист. 1995—2013 йылдарҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында төркөм етәксеһе һәм бүлек мөдире. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзы ағзаһы (2002). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1918: Ҡара Ҡараев, СССР композиторы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). СССР-ҙың халыҡ артисы (1959).
- 1999: Василий Леонтьев, ғалим-иҡтисадсы, 1973 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1977: Иҙрисов Ғилемхан Иҙрис улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).