Педагогика

тәрбиәләү һәм уҡытыу тураһындағы фән

Педаго́гика («тәрбиә сәнғәте»; бор. грек. παῖς — баланы, «παιδος» — үҫмерҙе «ἄγω» — алып барам һүҙҙәренән) — башлыса бала һәм үҫмер саҡта кешене тәрбиәләү һәм уҡытыу тураһындағы фән[1].

Педагогика
Рәсем
Өйрәнеү объекты мәғариф
Ҡайҙа өйрәнелә educommunication[d]
 Педагогика Викимилектә

Педагогиканың предметы — шәхесте тәрбиәләү, уҡытыу һәм ғилем биреү шарттарында алдан билдәләнгән йүнәлеш буйынса үҫтереү һәм формалаштырыу буйынса бер бөтөн педагогик процесс. Педагогика объекты — аңлы рәүештә һәм маҡсатҡа ярашлы алып барылған тәрбиә процессы. Педагогика объекттары булып кеше шәхесенең маҡсатҡа ярашлы эшсәнлеге процесында уның үҫешенә сәбәпсе булған ысынбарлыҡтағы хәл-ваҡиғалар тора. Был хәл-ваҡиғалар ғилем биреү тип атала, йәғни педагогиканың объектив ысынбарлыҡты өйрәнгән өлөшө.

 
Фрэнсис Бэкон

«Педагогика» бор. грекса «παιδαγωγική», «баланы оҙатып йөрөү, баланы йөрөтөү» тигәнде аңлатҡан. Боронғо Грецияла педагог — бала ҡараусы, баланы мәктәпкә йөрөтөүсе ҡол (йыш ҡына — физик хеҙмәткә яраҡһыҙ), (бор. грекса παιδος — үҫмер, малай). Педагогиканың үҫеше кешелек тарихына тығыҙ бәйле. Педагогикаға ҡағылышлы идеялар тыуыуы һәм үҫеше Боронғо Греция, Боронғо Көнсығыш философияһына һәм Урта быуат теологияһына һәм философияһына бәйле. Беренсе булып педагогиканы философия белемдәре системаһынан XVII быуатта инглиз философы һәм тәбиғәтте өйрәнеүсеһе Фрэнсис Бэкон айыра һәм фән булараҡ[2][3] чех педагогы Ян Амос Коменский хеҙмәттәрендә нығына. Хәҙерге көндә педагогика — күп тармаҡлы фән, башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм үҫешә.

Фәнни педагогиканың бурыстары

үҙгәртергә

Профессор В. В. Кумарин буйынса[4] фәнни педагогика үҙенең алдына түбәндәге бурыстар ҡуя:

  1. Кеше тәрбиәләү, йәғни унда намыҫлылыҡ, намыҫлылыҡ, эшһөйәрлек кеүек тәртип төшөнсәләрен булдырыу һ.б. Тәрбиәнең маҡсаты — намыҫлылыҡ тураһында белем генә түгел, ә намыҫлы булыуҙы ғәҙәткә әйләндереү. Был тәү сираттағы бурыс һәм уға өҫтөнлөк биреү урынлы. Ушинский К. Д. насар тәрбиә менән өҫтәмә белем бындай кешене йәмғиәт өсөн хәүефлерәк итәсәген яҙа (һәм Н. В. Гоголдең Чичиковын миҫал итеп килтерә).
  2. Кешенең тәбиғи һәләттәрен һәм уның был теге йәки был йүнәлештә уҡытыу мөмкинлеген билдәләүсе ихтыяжын асыҡлау.
  3. Теге йәки был урында һәм әлеге ваҡытта уҡытыуға һәм тәрбиәгә социаль ихтыяжды һәм уның күләмен билдәләү.
  4. Белем биреүҙә һәм уҡытыуҙа шәхси һәм социаль ихтыяждарҙы гармониялы ҡәнәғәтләндереү шарттарын булдырыу һәм тормошҡа ашырыу, йәмәғәт коллективтары иерархияһының (ғаиләнән дөйөм дәүләткә һәм хатта халыҡ-ара кимәлдә) һәм тәрбиәләнеүсенең ихтыяждарын һәм мөмкинлектәрен (һәләттәрен) иҫәпкә алыу.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Педагогика // Большой Энциклопедический словарь. 2000.
  2. Сергей Крутько. Великая дидактика. Блог 4brain.
  3. Сергей Крутько. "Пампедия" Коменского. Блог 4brain.
  4. Кумарин В. В. Педагогика стандартности или почему детям плохо в школе. М., 1996. Дата обращения: 26 май 2011. Архивировано 18 ғинуар 2012 года.
  • Андреев В. И. Педагогика. Учебный курс для творческого саморазвития. 2-е изд. — Казань, 2000. — 600 с.
  • Болдырев Н. И., Гончаров Н. К., Есипов Б. П. и др. Педагогика. Учеб. пособие для пед. ин-тов. — М., 1968.
  • Бондаревская Е. В., Кульневич С. В. Педагогика: личность в гуманистических теориях и системах воспитания. Учеб. пособие. — Р-н/Д: Творческий центр «Учитель», 1999. — 560 с.
  • Гавров С.Н.,Никандров Н.Д. Образование в процессе социализации личности // Вестник УРАО. — 2008. — № 5. — С. 21—29. Архивировано из первоисточника 16 июнь 2013.
  • Дьюи Д. Психология и педагогика мышления. Пер. с англ. — М.: «Совершенство», 1997. — 208 с.
  • Журавлёв В. И. Педагогика в системе наук о человеке. — М., 1990.
  • Зицер Д., Зицер Н. Практическая педагогика: азбука НО. — СПб., «Просвещение», 2007.— 287 с.
  • Ильина Т. А. Педагогика. Учебное пособие для пед. ин-тов. — М., 1969.
  • Корчак Я. Педагогическое наследие. — М. : Педагогика, 1990. — 272 с. — (Библиотека учителя). — ISBN 5-7155-0025-7. (Сборник включает в себя работы «Как любить ребёнка» (первый раздел её напечатан с сокращениями) и «Правила жизни. Педагогика для детей и взрослых».)
  • Краевский В. В. Сколько у нас педагогик? // «Педагогика». — 1997. — № 4.
  • Краевский В. В. Общие основы педагогики. Учеб. для студ. высш. пед. учеб. заведений. — М.: «Академия», 2003. — 256 с.
  • Педагогика. Учебное пособие. Под ред. П. И. Пидкасистого. — М.: Российское педагогическое агентство, 1995. — 638 с.
  • Педагогика. Учеб. пособие для студентов пед. институтов. Под ред. Ю. К. Бабанского. — М.: «Просвещение», 1983. — 608 с.
  • В. А. Сластёнин, И. Ф. Исаев, А. И. Мищенко и др. Педагогика. Учебное пособие для студентов педагогических учебных заведений. — М.: «Школа-Пресс», 1997. — 512 с.
  • Педагогические теории, системы и технологии. Опыт организации творчества студентов. Под ред. А. В. Хуторского. — М.: Изд-во Московского педагогического университета, 1999. — 84 с.
  • Подласый И. П. Педагогика. — М.: «Просвещение», 1996.
  • Пономарев Р. Е. Педагогика высшей школы: учебное пособие. — М.: МАКС Пресс, 2020—204 с.
  • Прокопьев И. И. Педагогика. Избр. лекции. Уч. пособие в 3-х ч. — Гродно: Изд-во ГрГУ, 1997. — 114 с.
  • Хуторской А. В. Педагогическая инноватика: методология, теория, практика. Научное издание. — М.: Изд-во УНЦ ДО, 2005. — 222 c.
  • Морозов В. И. — Педагогика — «Просвещение»

Һылтанмалар

үҙгәртергә