22 февраль
көнө
22 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 53-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 312 көн ҡала (кәбисә йылында 313).
22 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1495 йыл: Итальян походы барышында Франция короле Карл VIII Неаполгә етә һәм уны яуһыҙ ғына ала.
- 1632 йыл: Галилео Галилей «Птолемей һәм Коперник — ике ғаләм системаһы тураһында һөйләшеү» исемле үҙенең иң мөһим хеҙмәтен баҫтыра.
- 1714: Санкт-Петербургта Дарыуханасы баҡсаһына нигеҙ һалына (хәҙер — РФА В. Л. Комаров исемендәге Ботаника институтының Ботаника баҡсаһы).
- 1819: Вашингтонда Адамс — Онис килешеүенә ҡул ҡуйыла, уның буйынса Флорида Испаниянан АҠШ-ҡа күсә (5 миллион долларға һатыла).
- 1828: Фридрих Вёлер органик матдә карбамидты органик булмаған матдәләрҙән синтезлауы хаҡында хәбәр итә.
- 1828: Рәсәй империяһы һәм Персия араһында Төркмәнчәй солох килешеүе төҙөлә.
- 1848: Парижда Июль монархияһы ҡолатылыуға килтергән буржуаз-демократик инҡилап башлана.
- 1878: Мәскәүҙә Н. Г. Рубинштейн дирижерлығында П. И. Чайковскийҙың дүртенсе симфонияһы башҡарыла.
- 1921: Совет Рәсәйендә Дәүләт план комитеты ойошторола.
- 1946: Зельман Ваксман стрептомицин антибиотигын аса.
- 1958: Мысыр һәм Сүриә президенттары ике илдең Берләшкән Ғәрәп Республикаһына берләшеүе тураһында актҡа ҡул ҡуя.
- 1964: «Тереләр һәм үлеләр» («Живые и мертвые») фильмының премьераһы була.
- 1966: Ветерок һәм Уголек эттәре менән «Космос 110» юлдашы осорола.
- 1968: Ватерлоо утрауында «Беллинсгаузен» СССР поляр станцияһы асыла.
- 1968: «Genesis» британ рок-төркөмө тәүге йырын яҙҙыра.
- 1979: Сент-Люсия Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ ала.
- 1983: Алекс Червинский (АҠШ) 390 тимер аҡсанан 4 метр бейеклектәге пирамида төҙөй (донъя рекорды).
- 1990: Бөйөк Британия хөкүмәте тарафынан «Енәйәттәр ҡорбандары хартияһы» баҫтырылып сығарыла.
- 1993: Рәсәй Президенты ҡарамағында Президент советы булдырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Максимов Семён Ефимович (1925—15.08.2017), педагог. 1951—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Кесе Ыҡтамаҡ урта мәктәбе директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғриф отличнигы (1986). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943). Мәсетле районының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән ошо райондың Үрге Бобин ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Цветкова Елена Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Барсова; 1871—07.1929), Рәсәй империяһының опера йырсыһы (лирик-драматик сопрано), Совет Рәсәйе һәм СССР-ҙың музыка педагогы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (1922—16.11.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Чехословакияның почётлы гражданы (1945), Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989).
- Столяров Евгений Васильевич (1922—21.3.1985), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1979).
- Камаев Рәшит Борхан улы (1937—06.05.2000), ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1987), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Башенёв Валерий Алексеевич (1942), СССР һәм Рәсәй баянсыһы, педагог, юғары мәктәп һәм музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. Профессор (2003). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2013). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Рутман Григорий Иосифович (1929—21.06.2001), ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1989), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1978). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Иҙрисов Рәжәп Усман улы (1959), тракторсы, Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы механигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1999), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1732: Джордж Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттарының тәүге президенты.
- 1840: Август Бебель, марксист, Германия Социаль-демократик партияһын һәм II Интернационалды ойоштороусыларҙың береһе.
- 1850: Фёдор Васильев, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875: Владимир Адрианов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың хәрби картографы, компастар конструкторы, рәссам.
- 1913: Ранко Маринкович, Хорватия прозаигы, шағир һәм драматург.
- 1965: Дарья Михайлова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2013).
- 1975: Дмитрий Спирин, Рәсәй музыканты.
- 1975: Ольга Будина, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (2001).