1 апрель
көнө
1 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 91-се (кәбисә йылында 92-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 274 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2019 йыл |
Байрамдар
- Көлкө көнө (Рәсәй, БДБ илдәре, Балтика буйы, АҠШ, Канада, Англия, Финляндия, Испания).
- Иран — Ислам Республикаһы көнө.
- Кипр Республикаһы — Милли байрам.
- КАР — Ғаилә көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Миңлебаев Ғиләжетдин Фәсхетдин улы (1.04.1890—26.11.1967), драматург. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байышев Булат Таһир улы (1.04.1927—14.07.2012), ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1973) һәм почётлы нефтсеһе (1987). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).
- Ғәниев Ривнер Фазыл улы (01.04.1937), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), Литва Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы (2011). Почёт (1999) һәм 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры.
- Чернова Любовь Павловна (01.04.1947), Бөрө районы ветеран-педагогы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ишморатова Фәниә Хәлфитдин ҡыҙы (01.04.1952), Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы китапханасыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Лотфуллин Рәмил Хәмит улы (01.04.1957), Краснокама район мәҙәниәт һарайы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хисмәт Юлдашев (01.04.1957), башҡорт шағиры, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1990), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015).
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы (01.04.1962), театр актёры һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, 1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Нур» Өфө дәүләт татар театры актёры (1991), Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы (2007). Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2006) халыҡ артисы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимов Шамил Миәссәр улы (1.04.1943), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1992—1998 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Бәләбәй район Советы башҡарма комитеты рәйесе һәм район хакимиәте башлығы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы.
- Әбдүлмәнова Рәйсә Зыя ҡыҙы (1.04.1948), Хәйбулла районының ветеран-педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Архангельский Василий Викторович (1.04.1889—1960), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 йылдан РСДРП һәм уның Өфө комитеты хәрби дружинаһы ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 йылдан Өфө губерна йәмәғәт ойошмалары комитеты эштәре менән идара итеүсе, Өфө губерна революцион комитеты комиссары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән элекке Пермь губернаһы Веретье ауылынан.
- Серёгин Леонид Алексеевич (1.04.1944), инженер-төҙөүсе, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—2000 йылдарҙа Белорет ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985).
- Иҫәнбаева Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы (1.04.1949), мәғариф ветераны, әҙип. 1966—1973 һәм 1982—2009 йылдарҙа Баймаҡ районы Ниғәмәт ауыл мәктәбе уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, социаль педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2001), Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы отличнигы (1992), «Йыл уҡытыусыһы—1996» республика конкурсы һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы лауреаты. Сығышы менән ошо райондың Иҫән ауылынан.
- Тюфяков Сергей Михайлович (1.04.1949), баянсы, педагог. 1973—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, 1974 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған артисы. Халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы лауреаты (Клингенталь ҡалаһы, ГДР, 1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.04.1954), баянсы. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баянсыһы, 1994 йылғаса — музыкаль бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск, 1974). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Иҫке Ҡалҡаш ауылынан.
- Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы (1.04.1959, ғалим-инженер‑төҙөүсе, 2066 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003) һәм мәғариф отличнигы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Гремучий Ключ ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1809 — Николай Васильевич Гоголь, рус яҙыусыһы.
- 1815 — Отто фон Бисмарк, Германия дәүләт эшмәкәре, канцлер.
- 1873 — Сергей Васильевич Рахманинов, композитор, пианист һәм дирижёр.
- 1908 — Абрахам Маслоу, Америка психологы.
- 1920 — Тосиро Мифунэ, япон актеры.
- 1934 — Владимир Познер, журналист.
- 1983 — Сергей Лазарев, театр актёры һәм йырсы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1906 — Коста Хетагуров, осетин шиғиры, мәғрифәтсеһе, скульптор, рәссам.
- 1939 — Антон Макаренко, совет педагогы һәм яҙыусыһы.
- 1968 — Лев Ландау, совет физигы, Нобель премияһы лауреаты (1962).
- 1981 — Агния Львовна Барто, рус совет балалар яҙыусыһы, балалар өсөн шиғырҙар авторы.
- 1991 — Рина Зеленая, совет театр, кино һәм эстрада актрисаһы.
- 2010 — Генри Эдвард Робертс, инженер-электронщик, беренсе шәхси компьютер төҙөүсе.
- 2017 — Евгений Евтушенко, Рәсәй һәм совет шағиры, яҙыусы, режиссер, сценарист, публицист, актер.