25 февраль
көнө
25 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 56-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 309 көн ҡала (кәбисә йылында 310).
25 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Башҡортостан: Дәүләт флагы көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1836: Сэмюэл Кольт АҠШ-та Кольт револьверына патент ала.
- 1848: Францияла Икенсе республика иғлан ителә.
- 1920: Башревком рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлидов һайлана.
- 1921: Советтар Союзы составында Грузин ССР-ы ойошторола.
- 1924: СССР һәм Австрия Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1930: Мәскәүҙә Театр хеҙмәткәрҙәре клубы асыла (хәҙер Сәнғәт хеҙмәткәрҙәренең үҙәк йорто).
- 1956: КПСС-тың XX съезында Н. С. Хрущёв Сталиндың шәхес культы тураһындағы доклад менән сығыш яһай.
- 1986: КПСС-тың XXVII съезы асыла.
- 1992: Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы ҡабул ителә.
- 1992: Рәсәй йыһан агентлығы (Роскосмос) ойошторола.
- 1999: Ҡаҙағстанда бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң тәүге халыҡ иҫәбен алыу башлана.
- 2000: Рәсәй Юстиция министрлығы Анатолий Кони миҙалын булдыра.
- 2001: Молдовала ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәрелә.
- 2010: Урыҫ Википедияһыда 500 меңенсе мәҡәлә яҙыла.
- 2013: Баймаҡ районында урынлашҡан Балтатау һәм Топортау тауҙары Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәмит Яруллин (1935—5.06.2015), театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1959—1987 һәм 1998—2015 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1961—1980 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы һәм 1970—1971 йылдарҙа Өфө сәнғәт институты уҡытыусыһы. 1987 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы режиссёры, 1992—1998 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Театр берләшмәһенең Башҡорт драма театры актёры һәм Башҡортостан республика мәҙәниәт техникумы уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) халыҡ артисы.
- Хәкимов Миҙхәт Ғайнан улы (1940), партия һәм комсомол органдары, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1999—2003 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Ләкәнде ауылынан.
- Әхмәтов Алмаз Таһир улы (1940), инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1973—2003 йылдарҙа хәҙерге Татарстан Республикаһы «Сельхозтехника» берекмәһенең, артабан Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәров Рәүеф Барый улы (1911—6.08.2000), археолог, музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1936 йылдан (өҙөклөк менән) Ҡазан, Симферополь, Севастополь һәм Махачкала ҡалаларындағы музейҙар хеҙмәткәре; 1947 йылдан Башҡорт АССР-ының Республика тыуған яҡты өйрәнеү музейының (хәҙер Милли музей) бүлек мөдире, 1958—1972 йылдарҙа — директоры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Һарт-Лабау ауылынан.
- Фәйзуллина Лира Фәхри ҡыҙы (1936), республика радиоһының тәүге дикторҙарының береһе. 1959—1998 йылдарҙа хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Әлибаев Әсүәт Әфтәх улы (1936—01.2010), хужалыҡ һәм партия органдары эшмәкәре. 1975 йылдан КПСС-тың Салауат район комитетының 2-се секретары; 1980 йылдан «Сельхозтехника» республика берекмәһенең рәйес урынбаҫары, 1985 йылдан — Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология институтының директор урынбаҫары. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Тирмән ауылынан. Шағир Сафуан Әлибаевтың ағаһы.
- Моталапова Гөлнур Мирза ҡыҙы (1966), «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сөләймәнова Гүзәл Ғәле ҡыҙы (1927—14.04.1969), башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы (1955).
- Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (1927—5.02.2009), сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).
- Фазлыева Рәйсә Мөғәтәсим ҡыҙы (1937), ғалим-терапевт, медицина фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
- Селитрина Тамара Львовна (1942), ғалим-әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1990), профессор (1991).
- Закирова Галина Семеновна (1962), хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Губин Евгений Иванович (1923—5.03.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944).
- Әбдрәхимова Рәмилә Әкрәм ҡыҙы (1958), педагог, Баймаҡ ҡалаһы халыҡ ижады үҙәгенең «Иман» фольклор инструметаль ансабле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Храмов Алексей Васильевич (1909—14.11.1978), рәссам. 1934 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1974). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1905: Павел Вирский, балет артисы, хореограф, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1960).
- 1910: Татьяна Вечеслова, балерина, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1939).
- 1910: Павел Клушанцев, СССР кинооператоры, кинорежиссёр, сценарист һәм яҙыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1970).
- 1935: Октай Синаноғлу, Төркиә ғалимы, физик-химик һәм молекуляр биофизик.
- 1940: Валентина Шарыкина, театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000).