Яңы йыл
Яңы йыл — иҫке йылдың һүңғы көнөнән яңы йылдың беренсе көнөнә күсеү ваҡытын билдәләгән байрам. Был байрамды күп халыҡтар үҙҙәрендә ҡабул ителгән календарь буйынса үткәрә. Яңы йыл байрамын билдәләү йолаһы б.э.т. III меңйыллыҡта уҡ Месопотамияла барлыҡҡа килгән. Б.э.т. 46 йылда Рим императоры Юлий Цезарь Яңы йылды ҡаршы алыу датаһын 1 ғинуарға күсерә. Римлеләр был айҙы бөтә башланғыстарҙың аллаһы Янусҡа бағышлай. Айҙың исеме шунан килеп сыға.
Төрлө халыҡтарҙа Яңы йылды ҡаршылау
үҙгәртергәЙәһүд Яңы йылы
үҙгәртергәЙәһүд байрамы Рош һа-Шана (йәһ. ראש השנה) — Песахтан һуң 163 көн үткәс (5 сентябрҙән 5 октябрға тиклем) йыл башын билдәләй. Был көндө уйланыуҙар һәм тәүбә ҡылыу ун көнлөгө башлана. Ҡиәмәт көнөнә тиклем ун көнлөктө «тшува көндәре» (Аллаға әйләнеп ҡайтыу көндәре) тип атайҙар. Байрамдан һуң кешеләр бер-береһен «Тормош китабында һеҙҙең өсөн яҡшы йыл булыр, тип яҙылһын!» тип сәләмләй. Байрам итеүселәр аҡ кейемгә кейенә. Байрам ашында хала (йәһүд икмәге) йәки алманы балға манып ашайҙар.
Ҡытайҙа Яңы йыл
үҙгәртергәҠытай Яңы йылы ҡышҡы тулы ай циклын үтеп, ҡышҡы ҡояш торошо менән бәйле. Григориан календарында был 21 ғинуарҙан 21 февралгә тура килә. Ләкин был көн байрам ителмәй, Яңы йыл бөтә донъялағы кеүек 1 ғинуарҙа байрам ителә. Һәр йыл 12 хайуан исеме менән атала. Яңы йылды шыршы менән ҡаршылаусы европалыларҙан айырмалы, ҡытайҙар мандаринға һәм әфлисунға өҫтөнлөк бирә.
Рәсәйҙә Яңы йыл
үҙгәртергәАнглияла Яңы йыл
үҙгәртергәБалалар йоҡлар алдынан өҫтәлгә Санта Клаус килтерәсәк бүләктәр өсөн —тәрилкә, ә аяҡ кейемдәренә уның ишәге өсөн бесән һалалар. Яңы йыл төнөндә урамда һатыусылар уйынсыҡтар, һыбыҙғылар, битлектәр, шарҙар һата. Яңы йыл хаҡында инглиздәргә өҫтөнә юрған ябылған ҡыңғырау хәбәр итә. Ул ярты төн етәрәк, юрған аҫтынан, көсһөҙ генә зыңлай башлай. Сәғәт ун икелә ҡыңғырауҙарҙы «сисендерәләр» һәм улар тантаналы зыңлай башлай. Ошо минуттарҙа киләһе йылда бергә булыу өсөн ғашиҡтарға сихри көскә эйә омела ботағы аҫтында үбешергә кәңәш итәләр.
Шотландия Яңы йылы
үҙгәртергәЯңы йылды факелдар һәм тантаналы марш менән ҡаршылайҙар: дегет тултырылған мискәләргә ут яғып, урам буйлап тәгәрәтәләр. Шулай итеп, Шотландияла иҫке йылды «яндыралар» һәм яңыһына юл яҡтырталар. Яңы йыл иртәһе Яңы йыл төнөнә ҡарағанда ла мөһимерәк тип иҫәпләнә: ошо көндә йортҡа кем тәү башлап инә, хужаларҙың именлеге шуға бәйле. Бүләк тотҡан ҡара сәсле ир-егет бәхет алып килә, тип иҫәпләйҙәр.
Ирландия Раштыуаһы
үҙгәртергәБыл дини байрам. Тоҡандырылған шәмдәрҙе Раштыуа алдынан кис көнө тәҙрә тупһаһына ҡуялар. Ирланд ҡатын-ҡыҙҙары һәр ғаилә ағзаһы өсөн махсус һый «seed cake» бешерә. Улар шулай уҡ өс пудинг — береһе Раштыуаға, икенсеһе Яңы йылға һәм өсөнсөһө Крещение байрамына тип әҙерләй.
Изге Сильвестр көнө
үҙгәртергәПольшала 31 декабрь шулай тип атала. Изге Сильвестр — Рим епискобы, ул 335 йылдың 31 декабрендә вафат була. Польшала Яңы йылға изге Сильвестр исеме юҡҡа ғына бирелмәгән. Оҙаҡ ваҡыт, алты быуаттан ашыу, Яңы йыл менән изге Сильвестр көнө йәнәш, ләкин һәр ҡайһыһы үҙ аллы байрам булараҡ йәшәй.
Француз Яңы йылы
үҙгәртергәПэр Ноэль (Француз Ҡыш бабайы) — Яңы йыл төнөндә килә һәм бүләктәрҙе балаларҙың аяҡ кейемендә ҡалдыра. Яңы йыл бәлешендәге ноҡот кемгә эләгә, шул «ноҡот борсағы батшаһы» титулын ала һәм байрам төнөндә барыһы ла уның бойороғона буйһона.
Швед Яңы йылы
үҙгәртергәШвецияла Яңы йыл алдынан балалар донъя королеваһы Люцияны һайлай. Уны аҡтан кейендерәләр, башына янып торған шәмдәр ҡуйылған таж кейҙерәләр. Люция балаларға бүләктәр һәм йорт хайуандарына һый-ниғмәт: бесәйгә — һөт өҫтө, эткә — татлы һөйәк, ишәккә кишер килтерә. Байрам төнөндә йорттарҙа ут һүнмәй.
Фин Раштыуаһы
үҙгәртергәРаштыуа — Финляндияла ҡыштың төп байрамы булып иҫәпләнә. Уны 25 декабрҙә билдәләйҙәр. Санта Клаус Лапландиянан оҙон юл үтеп, Раштыуа төнөндә, бала-сағаға ҙур кәрзин менән бүләктәр өләшә. Яңы йыл төнөндә финдар үҙҙәренең киләсәген белергә ынтыла һәм, балауыҙҙы иретеп, уға һалҡын һыу ҡойоп күрәҙәлек итә. Лапландия — Санта-Клаустың тыуған иле.
Мексика Яңы йылы
үҙгәртергәЯңы йылды байрам фейерверктары, ракетницанан атып, яңы йыл бубендары менән ҡаршылайҙар. Ә балаларға төн уртаһында шәрбәт перәник ҡурсаҡтар тараталар.
Куба Яңы йылы
үҙгәртергәЯңы йыл алдынан бөтә һауыт-һабаны һыу менән тултыралар һәм, сәғәт 12 тулғас, һыуҙы тәҙрәнән һибәләр. Был иҫке йыл китә, уға һыу кеүек яҡты юл теләйбеҙ тигәнде аңлата. Ә сәғәт 12 тапҡыр һуҡҡансы 12 виноград ашарға кәрәк. Шул саҡта йыл буйына изгелек, татыулыҡ, уңыш юлдаш буласаҡ.
Колумбияла Яңы йыл
үҙгәртергәЯңы йыл карнавалының төп геройы — Иҫке йыл. Ул халыҡ араһында оҙон ағас аяҡта йөрөй һәм балаларға көлкөлө хәбәрҙәр һөйләй. Колумбияның Ҡыш бабайы — Папа Паскуале. Ул Яңы йылда фейерверк ата.
Непал Яңы йылы
үҙгәртергәНепалда Яңы йылды ҡояш ҡалҡҡас ҡаршылай башлайҙар. Төндә, Ай тулғанда, непалдар, ғәйәт ҙур усаҡ яғып, кәрәкмәгән әйберҙәрен утҡа яға. Иртәгәһенә Буяуҙар байрамы башлана. Шул саҡта бөтә ил ҙур йәйғорға әүерелә. Кешеләр биттәренә, ҡулдарына, түштәренә ғәҙәти булмаған һүрәттәр төшөрә, һуңынан урамда бейеп-йырлап йөрөйҙәр.
Мосолман илдәрендә Яңы йыл
үҙгәртергәБүләк тарихы
үҙгәртергәБоронғо Римда барлыҡҡа килә бүләккә ала башланылар, беҙҙең кеүек һәм башҡа бик күп нәмәне донъяла. Кескәйҙәр бер-береһенән рим ювелир биҙәүестәр. Төрлө ырыуҙан кеше тормошонда бер-береһенә бүләк традицияға ингән рим биҙәүестәр, сувенирҙар, ҡағиҙә булараҡ, һуңғы бер а һүрәтләй, шуға күрә ул яҡшы тип иҫәпләнгән һәм бүләктәр.[1]
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Бүләк тарихы: улар тотонорға ҡайҙан? 2022 йыл 28 май архивланған.
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй. |