Баҡалы районы
Баҡалы районы (рус. Бакалинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Баҡалы ауылы. Районда 31 886 кеше йәшәй.
Баҡалы районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт |
![]() ![]() |
Административ үҙәк | Баҡалы ауылы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 25 957 кеше (1 ғинуар 2019)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 137 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Сиктәш | Илеш районы, Саҡмағош районы, Шаран районы һәм Татарстан Республикаһы |
Майҙан | 1951 км² |
Рәсми сайт | bakaly.ru |
![]() | |
![]() |
Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә
- Нәжиб Асанбаев (7.11.1921—28.03.2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ахман ауылынан.
- Грекова Анастасия Ивановна (24.11.1923—1.06.2000), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1972—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының фәнни эштәр буйынса проректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (1971), профессор (1978). РСФСР‑ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР‑ының (1974) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Үмәр ауылынан[3].
- Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (19.11.1958), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 2001—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2005). Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2008). Иҫке Балыҡлы ауылынан[4].
- Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (26.12.1929—28.03.2016), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1974) кавалеры. Яңы Урсай ауылынан.
- Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1.12.1968), иҡтисадсы, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011). Баҡалы ауылынан.
- Дәүләтов Рәмис Мәхийән улы (12.11.1948), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1998—2005 йылдарҙа Баҡалы районы хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының ике саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2003). Райондың почётлы гражданы. Иҫке Ҡуян ауылынан.
- Зотов Виктор Никифорович (25.05.1925—16.07.1996), педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия майоры (1953). Уҡсылар дивизияһының айырым миномёт полкы миномётсыһы. Дан ордендарының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Баҡалы ауылынан.
- Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (22.01.1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004). Иҫке Ҡорос ауылынан[5].
- Романов Анатолий Иванович (20.09.1947) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1991). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. Яңы Маты ауылынан[6].
Халыҡ һаныҮҙгәртергә
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[15] | 2008[16] | 2009[17] | 2010[18] | 2012[19] | 2013[20] | 2014[21] | 2015[22] |
32 327 | ↘31 961 | ↘31 869 | ↘28 776 | ↘28 224 | ↘27 811 | ↘27 609 | ↘27 227 |
2016[23] | |||||||
↘26 819 |
10 000
20 000
30 000
40 000
2010
2016
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы бер км2 13.75 кеше (2010).
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: татарҙар — 53,4 %, урыҫтар — 22,3 %, башҡорттар — 17,3 %, сыуаштар — 3 %, мариҙар — 2,7 %, башҡа — 1,1 %[24].
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Баҡалы районы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. ISBN 978-5-85051-512-6 (рус.)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
- ↑ 2,0 2,1 Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — С. 62.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Грекова Анастасия Ивановна (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғабдрафиҡов Фәнил Зәкәриә улы (Тикшерелеү көнө: 18 ноябрь 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2019)
- ↑ Илишевский историко-краеведческий музей. Официальный сайт. Романов Анатолий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 сентябрь 2017)
- ↑ 1939 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — С. 448.
- ↑ 1959 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1970 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1979 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 1989 йылғы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ғинуар 2014. 2 ғинуар 2014 тикшерелгән.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 август 2014. 2 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 февраль 2016. 21 февраль 2016 тикшерелгән.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан. Т.5 (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
Был Баҡалы районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |