5 апрель
көнө
5 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 95-се (кәбисә йылында 96-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 270 көн ҡала.
5 апрель | |
![]() |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Рус милләте көнө.
- Корея Республикаһы: Ағас ултыртыу көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1896: Афинала хәҙерге Олимпия уйындарының беренсеһе асыла, ул 6—15 апрелдә уҙа.
- 1941: Башҡорт АССР-ының Благовещен эшселәр ҡасабаһы республика бойһоноуындағы ҡала статусын ала.
- 1946: Башҡорт АССР-ының Октябрьский эшселәр ҡасабаһы республика бойһоноуындағы ҡала статусын ала.
- 1977: Тольятти автозаводы тәүге ВАЗ-2121 «Нива» автомобилен эшләп сығара.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Фишер Римма Лазаревна (1900—4.04.1968), педагог, йырсы. 1941 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының вокал буйынса педагогы, бер үк ваҡытта 1946—1961 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән Полтава ҡалаһынан.
- Ильин Сергей Спиридонович (1925—5.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Ҡушаева Таңһылыу (Динә) Хафиз ҡыҙы (1925—17.08.1996), СССР-ҙың балет артисы, педагог, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1956). Дәүләт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев менән ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте эшмәкәре Рабиға Ҡушаева ғаиләһендә Ленинградта тыуған.
- Әхмәҙиев Әнүәр Әхәт улы (1950—6.08.2006), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт университетының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире, 2002—2006 йылдарҙа Мәскәү асыҡ педагогия университетының Өфө филиалы Социаль технологиялар институтының социаль хеҙмәт кафедраһы мөдире һәм институт директоры. Социология фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Йомағужа ауылынан.
- Искәндәр Ғафаров (1990), музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәмсетдинов Әсғәт Әхмәт улы (1921—27.12.1997), юрист, партия һәм дәүләт органдары эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан (өҙөклөк менән) КПСС-тың Ғафури район комитетының беренсе секретары, 1975—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Баш дәүләт арбитры. Башҡорт АССР-ының 5—7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1982). Октябрь Революцияһы (1973), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Яҡтыкүл ауылынан.
- Кәримова Ләлә Фазыл ҡыҙы (1926—21.05.2011), ғалим-табип-ортопед. Медицина фәндәре докторы (1983). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1978) һәм уйлап табыусыһы (1975). 1953 йылдан хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһындағы Г. И. Турнер исемендәге Балалар ортопедияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1963 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Ҡарғауыл ауылынан.
- Лобастов Сергей Андрианович (1926—1999), хәрби хеҙмәткәр, спортсы-еңел атлеты, тренер. Совет Армияһы подполковнигы. 1952 йылда 50 километрға спорт йөрөшө буйынса Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1957). СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры.
- Ғафарова Зинфира Хөсәйен ҡыҙы (1936), хеҙмәт ветераны, китапханасы, библиограф. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), Ленин ордены кавалеры (1976).
- Дәүләтшина Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (1946—23.01.2006), рәссам. 1989 йылдан Рус рәссамдары ассоциацияһы ( Париж) һәм 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләүсе. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Башкатов Сергей Александрович (1961), ғалим-биохимик. 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2020 йылдан биохимия һәм биотехнология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
- Сәмиғуллин Илгиз Мәғҙән улы (1961), инженер-механик, муниципаль хеҙмәт ветераны. 2009—2020 йылдарҙа Шаран район хакимиәте башлығы. Райондың почётлы гражданы (2020). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Урал ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Салтыкова Федосия Петровна (1927—1.03.2007), Башҡортостандың Күгәрсен районы сусҡа ҡараусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы (1942), ғалим-гидрогеолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1993), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (2000) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Халыҡ-ара аграр белем биреү академияһы ағзаһы (академик) (2000) һәм Экология, кеше һәм тәбиғәт именлеге фәндәренең халыҡ-ара академияһы мөхбир ағзаһы (академик).
- Әхмәтшин Альберт Әмир улы (1957), «Газпром межрегионгаз Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһы нәфть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе.
- Сөләймәнов Марат Ноғман улы (1957—6.01.1996), философ, социолог, философия фәндәре докторы (1991), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вилданов Тимербулат Миңлехан улы (1928—28.01.2005), нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976). РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1988). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1978). СССР-ҙың Почетлы нефтсеһе (1972).
- Ғәлимова Сажиҙә Ҡасим ҡыҙы (1933—12.05.2009), йырсы, 1963—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) атҡаҙанған артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Аҡкүҙ ауылынан.
- Фәтҡуллина Фәрзәнә Дәминдәр ҡыҙы (1948), Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Домашников Борис Фёдорович (1924—20.06.2003), СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1820: Феликс Надар, Франция фотографы, фотожурналистикаға нигеҙ һалыусы, донъяла беренсе булып аэрофотосъёмка яһаусы.
- 1840: Газарос Агаян, Әрмәнстан яҙыусыһы, педагог.
- 1845: Пётр Дурново, Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, 1905—1906 йылдарҙа эске эштәр министры.
- 1875: Мистангет, Франция йырсыһы, актриса һәм клоун-конферансье.
- 1900: Спенсер Трейси, АҠШ актёры, иң яҡшы роль өсөн рәттән ике тапҡыр «Оскар» кинопремияһы алыусы.
- 1900: Софья Магарилл, СССР-ҙың театр һәм кино актрисаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы.
- 1920: Артур Хейли, АҠШ яҙыусыһы.
- 1920: Лидия Жуковская, СССР-ҙың ғалим-филологы, боронғо рус телен өйрәнеүсе.
- 1920: Лев Любецкий (1920), СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы.
- 1950: Агнета Фельтског, йырсы, Швецияның «ABBA» төркөмө вокалисткаһы.
- 1955: Александр Ситковецкий, СССР һәм Рәсәй музыканты, «Автограф» төркөмөн ойоштороусы.
- 1955: Елена Елесина, СССР һәм Рәсәй спортсыһы, бейеклеккә һикереү буйынса 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1962: Кирсан Илюмжинов, Ҡалмыҡ Республикаһының беренсе президенты (1993—2005) һәм беренсе башлығы (2005—2010), Халыҡ-ара шахмат федерацияһы президенты (1995 йылдан).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1975: Ғәбдрәшитов Фазулла Ғабдулла улы (1903—1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1944).