25 июль
дата
25 июль — григориан стиле буйынса йылдың 206-сы (кәбисә йылында 207-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 159 көн ҡала.
25 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Испания: Галисия көнө.
- Тунис: Республика көнө.
- Пуэрто-Рико: Конституция көнө.
- Рәсәй:
- Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Йылға полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө (июлдең дүртенсе шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1930: ВКП(б) Үҙәк Комитеты СССР-ҙа дөйөм башланғыс белем биреүҙе индереү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1940: Өфө ҡалаһында 2-се ТЭЦ эшләй башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Низам Ҡәрип (Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы; 1905—26.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, журналист. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1941 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының беренсе секретары, бер үк ваҡытта 1941 йылда хәҙерге «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире.
- Хәниф Кәрим (Кәримов Хәниф Кәрим улы; 1910—26.08.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир. 1938 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1946 йылдан Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары, 1958—1959 йылдарҙа — рәйес урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970). Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры.
- Трушков Илья Фёдорович (1925—4.01.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Сәхибгәреев Әхмәт Әхкәметдин улы (1945), ғалим-агроном. «Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты» федераль дәүләт бюджет ғилми учреждениеһы директорының фән буйынса беренсе урынбаҫары. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Фәниҙә Исхаҡова (1965), яҙыусы. 1994—2010 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2005 йылдан нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире, 2007 йылдан — бүлек етәксеһе; 2011—2012 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры әҙәби-драма бүлегенең баш мөхәррире. 1997 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Балалар өсөн драма әҫәрҙәренең беренсе республика конкурсы лауреаты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Морев Николай Николаевич (1917—5.08.1997), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944-1977 йылдарҙа Өфө заводтарында цех начальнигы. Советтар Союзы Геройы (1943). Сығышы менән хәҙер Санкт-Петербург ҡалаһына ҡараған Павловск ҡалаһынан.
- Шаһиев Рауил Әбделкарам улы (1937—2010), Кушнаренко районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Девятова Розалия Ғилем ҡыҙы (1947), мәғариф ветераны. 1980-2010 йылдарҙа Кушнаренко мәктәп-гимназияһы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Ибраһимов Рәшит Мәхмүт улы (1947), хужалыҡ эшмәкәре.ә Стәрлетамаҡ районы «Авангард» колхозының элекке рәйесе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Матвеев Александр Александрович (1908—1975), йырсы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының элекке солисы, Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (1908—18.06.1971), инженер-электрик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1963 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ хужалығы Советы рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958). Октябрь Революцияһы (1971), «Ҡыҙыл Йондоҙ» (1943) һәм «Почёт Билдәһе» (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мөҡсин ауылынан.
- Сафин Нурулла Дәүләтгәрәй улы (1923—15.05.1995), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия өлкән сержанты, миномёт расчёты командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ишмөхәмәтов Альберт Зәйнетдин улы (1948), СССР һәм Рәсәй математик-ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). 1972 йылдан Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сөләймәнов Фәтих Ҡәйүм улы (1924—14.05.1997), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1942–1979 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Белорет металлургия комбинатының сым һыҙыусыһы һәм участка мастеры. СССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1974—1979). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1987).
- Чванов Михаил Андреевич (1944), Башҡортостанда тыуған һәм республикала йәшәп ижад итеүсе рус яҙыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең «Оло әҙәбиәт» (2006), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1982) һәм башҡа әҙәби премиялар лауреаты, Почёт ордены кавалеры (2010). Өфө ҡалаһының (2009) һәм Салауат районының (2014) почётлы гражданы. Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены кавалеры (2014).
- Василевский Андрей Андреевич (1994 йыл), Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Әлеге ваҡытта НХЛ-дың «Тампа-Бэй Лайтнинг» клубы уйынсыһы. Рәсәй чемпионатында 2013/2014 йылдар миҙгелендә «Салауат Юлаев» составында көмөш призер. 2014 йылғы донъя чемпионы. Почёт ордены кавалеры (2014).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1575: Кристоф Шейнер, Германия астрономы.
- 1855: Юлиан Кулаковский, Рәсәй империяһы филологы, тарихсы, археолог, Боронғо Рим һәм Византия буйынса белгес.
- 1894: Гаврило Принцип, Сербияның милләтсе-революционеры.
- 1905: Элиас Канетти, Австрия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1981).
- 1935: Лилиана Алёшникова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).
- 1955: Искәндәр Сәйфуллин, СССР һәм Рәсәй архитекторы, Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсете проекты авторҙарының береһе. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012).
- 1975: Евгений Набоков, Рәсәй хоккейсыһы (ҡапҡасы), донъя чемпионы (2008).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1980: Владимир Высоцкий, СССР актёры, шағир һәм йырҙар авторы-башҡарыусы.
- 2007: Таһир Сәйфуллин, дирижёр, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).