7 июнь
көнө
7 июнь — григориан стиле буйынса йылдың 158-се (кәбисә йылында 159-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 207 көн ҡала.
7 июнь | |
![]() |
← июнь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2021 йыл |
Байрамдар
Халыҡ-ара
Милли
- Рәсәй: Мелиораторҙар көнө (июндең беренсе йәкшәмбеһе).
- Рәсәй: Краудфандинг көнө.
- Испания: Республика көнө.
- Ҡырғыҙстан: Финанс хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Норвегия: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Усманова Людмила Фуат ҡыҙы (1950), ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1971—1974 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре, 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 1996 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы; 2001—2002 йылдарҙа Өфөләге Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм хоҡуҡ институты ректоры, 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты (филиалы), 2007 йылдан Төмән университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2001). Сығышы менән хәҙерге Ҡаҙағстандың Ҡостанай өлкәһе Етеғара ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шепетильникова Татьяна Владимировна (1957), спортсы, тренер. Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (1899—14.09.1984), ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962). РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).
- Йәғәфәров Мәғәсүм Мотаһар улы (1939), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Агапчев Владимир Иванович (1944—14.09.2007), ғалим-инженер-механик, 1971 йылдан юғары мәктәп уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—1994 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының инженер-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). Д. И. Менделеев исемендәге Бөтә союз химия йәмғиәте премияһы лауреаты (1985, 1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Корпачёв Андрей Геннадьевич (1959), спортсы. Радиоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), Бөтә Союз категорияһындағы судья (1990). Рәсәйҙең почётлы радисы (1998). Шәхси зачётта донъя (1979—1986, 1988), СССР (1979), БДБ (2 тапҡыр, 1992) һәм Рәсәй (2005) чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Овчинников Владимир Викторович (1959), спортсы. Дзюдо буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2006). Мастерҙар араһында Европа чемпионатының шәхси зачётта бронза призёры һәм команда зачётында көмөш призёры (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1845: Леопольд Ауэр, Рәсәй империяһы һәм Германия музыканты, скрипкасы, дирижёр, композитор һәм педагог.
- 1887: Сидор Артемьевич Ковпак, СССР-ҙың хәрби начальнигы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1890: Луи Шадурн, Франция шағиры, яҙыусы-романист.
- 1905: Джеймс Брэддок, АҠШ боксёры, донъя чемпионы.
- 1920: Жорж Марше, сәйәсмән, 1972—1994 йылдарҙа Франция Коммунистар партияһының генераль секретары.
- 1952: Орхан Памуҡ, Төркиә яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (2006).
- 1960: Хирохико Араки, Японияның комикстар төшөрөүсеһе (мангака).
- 1960: Татьяна Друбич, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы.
- 1970: Кафу, Бразилия футболсыһы, ике тапҡыр донъя чемпионы (1994, 2002).
- 1970: Майк Модано, АҠШ хоккейсыһы, 2002 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призёры.
- 1972: Сергей Чумаков, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1975: Аллен Изэйн Айверсон, АҠШ баскетболсыһы.