12 ғинуар
көнө
12 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 12-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 353 көн ҡала (кәбисә йылында 354).
12 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1968: «Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге һаны баҫылып сыға.
- 1955: Туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы төҙөлә.
- 1942: Өфөлә Рыбинск ҡалаһынан эвакуацияланған авиация институты эш башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дятлов Игнатий Семёнович (1925—31.07.1999), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Соколов Михаил Анисимович (1925—14.01.2003), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы.
- Абдуллин Фәрит Ғәли улы (1950—2007), хужалыҡ эшмәкәре. 1999—2001 йылдарҙа Кушнаренко районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Байегетов Нияз Мулләхмәт улы (1960), педагог, 1984 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумының «Йәйғор» халыҡ бейеү ансамбле, 2006 йылдан — Сибай педагогия колледжының «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Заһиҙуллин Ринат Васиҡ улы (1960), ғалим-физик, 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәре докторы (2002), профессор.
- Зәйнетдинов Денис Фоат улы (1980), балет артисы. 1998—2005 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм педагог-репетиторы, 2006 йылдан — Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Юлмөхәмәтов Әхиәр Хәкимйән улы (1936–13.02.2009), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1997 йылдарҙа Әбйәлил районы Амангилде ауылы киномеханигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Бикҡолова Нурия Нәғимйән ҡыҙы (1956), ғалим-физик. 1988 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан – дөйөм физика кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (2006), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).
- Лилиә Биктимерова (1981), йырсы. 2001 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалсыһы. Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмө ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2012).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Орёл Савва Лукич (1904—29.06.1981), хужалыҡ эшмәкәре. 1945—1970 йылдарҙа Өфө химия заводы директоры. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған химигы (1968). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1953, 1965). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черкассы ҡалаһынан.
- Диваев Рәшит Мансур улы (1929—7.09.2010), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1960—1995 йылдарҙа Ауырғазы районы «Октябрь» колхозы агрономы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1981). Райондың почётлы гражданы.
- Лесунов Валерий Павлович (1949—18.12.2004), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, 1998—2004 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай (1995—2004) депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2003), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1995). Почёт ордены кавалеры (2000).
- Ғайсин Усман Барый улы (1954), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2005).
- Мөфтиев Ғамил Ғәббәс улы (1954), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Иҫке Туҡмаҡлы ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1903: Игорь Васильевич Курчатов, СССР-ҙың атом бомбаһын уйлап табыусы физик-ядерщик, академик.
- 1907: Сергей Павлович Королёв, СССР ғалимы, ракета-космос техникаһын уйлап табыусы һәм етештереүҙе ойоштороусы, ғәмәли космонавтикаға нигеҙ һалыусы.
- 1915: Вадим Шефнер, СССР яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
- 1936: Раймонд Паулс, СССР һәм Латвия композиторы, дирижёр, пианист, сәйәси эшмәкәр. СССР-ҙың халыҡ артисы (1985). Ленин комсомолы премияһы лауреаты.
- 1956: Николай Иванович Носков, СССР һәм Рәсәй музыканты.
- 1984: Наталья Морарь, Молдавия журналисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1956: Фәррәх Дәүләтшин, Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944).