Юлдаш (радио)

Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы
(«Юлдаш» радиоһы битенән йүнәлтелде)

«Юлдаш» (рус. Радио Юлдаш) — Башҡортостан Республикаһының «FM» йышлығында тәүлек әйләнәһенә эшләгән дәүләт радиоһы. 2000 йылдың 25 сентябрендә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы составында ойошторола. Радиостанция тапшырыуҙары мәғлүмәт, йыр-моң, күңел асыу программаларынан тора, уларҙың төп өлөшө башҡорт телендә алып барыла, көн һайын өс сәғәт татар телендәге тапышырыуҙарға бирелә. «Юлдаш»ты Башҡортостандан тыш Ҡурған, Силәбе, Ырымбур һәм Һамар өлкәләрендә, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында, 2015 йылдың июненән Пермь крайында, интернет аша донъяның һәр мөйөшөндә лә тыңларға була.

Юлдаш радиоһы
Ҡала

Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Слоган

Беҙ бергә!!!

Тапшырыуҙар теле

башҡорт һәм татар

Йышлыҡ

105,5 Өфө, 103,8 Стәрлетамаҡ

Тапшырыу ваҡыты

тәүлек әйләнәһенә

Тапшырыу зонаһы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,
Башҡортостан Башҡортостан,
Ырымбур өлкәһе Ырымбур өлкәһе,
Силәбе өлкәһе Силәбе өлкәһе,
Ҡурған өлкәһе Ҡурған өлкәһе

Эшләй башлаған ваҡыт

25 сентябрь 2000

Етәксеһе

Миләүшә Ҡасим ҡыҙы Йәғәфәрова

Сайт

https://bash.news/yuldash

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (Ләйлә Аралбаева) хәбәр итеүенсә (22 июнь 2015 йыл), Пермь крайы Барҙа районында «Юлдаш» радиоһы тапшырғысы эш башланы[1]. Хәҙер бында йәшәүсе башҡорттар үҙ туған телдәрендә тапшырыуҙарҙы тәүлек әйләнәһенә тыңлаясаҡ.

Хазина ансамбле Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар», «Юлдаш» Дәүләт радиоларында Көньяҡ Урал башҡорттары кейемдәренең тарихы буйынса 21 тапшырыуҙа, «Милли биҙәүестәр» темаһына 4 тапшырыу әҙерләнгән[2].

Йышлыҡтары

үҙгәртергә

Уңыштары һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • 2013 йыл, март — Журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһына «Юлдаш» радиоһының «Төркауаз» тапшырыуы авторы Самиға Ғафарова лайыҡ булды[3].
  • 2014 йыл, июнь — Радиотапшырыуҙар өлкәһендә «Radiostation Awards» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы тип танылды.
  • 2015 йыл, июнь — «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы икенсе йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылды.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә