Вершинин Владимир Ильич

Вершинин Владимир Ильич (1 ғинуар 1938 йыл) — «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). Ленин (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Вершинин Владимир Ильич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Черкассы, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Ильич Вершинин 1938 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Черкассы ауылында тыуған[1].

1956 йылда Салауат ҡалаһының 1-се һөнәрселек училищеһын, 1968 йылда — Салауат индустриаль техникумын тамамлай.

Эш урыны: 1956 йылдан 1994 йылға тиклем нефть химияһы етештереү заводының өсөнсө производство 11-се цех операторы, 44-се цехта этилен окисы етештереү аппаратсыһы, 44-се цех инженеры, 27-се цех начальнигы, «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 44-се цех мастеры булып эшләй.

Салауат комбинатында этилен етештереүҙе үҙләштереүгә ҙур өлөш индергән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ленин ордены (1974)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған химигы.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Газпром нефтехим Салават. Энциклопедия. изд. Башкирская энциклопедия. Уфа. 2013. ISBN 978-5-88185-079-1, с. 75[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә