10 март
көнө
10 март — григориан стиле буйынса йылдың 69-сы (кәбисә йылында 70-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 296 көн ҡала.
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2019 йыл |
Байрамдар
- Корея Республикаһы — Хеҙмәт көнө.
- Мьянма — Ҡоро миҙгел башланыу көнө.
- Рәсәй — Архивтар көнө.
- Лаос — Уҡытыусылар көнө.
- Украина — Игенселәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1806 — император Александр I указы менән Мәскәү Кремлы музейы ойошторола.
- 1862 — АҠШ-тың федераль хөкүмәте беренсе ҡағыҙ аҡсалар сығара.
- 1876 — Александр Белл, телефон уйлап табыуға патент алыуға өс көн үткәс, күрше бүлмәләге иптәше Томас Уотсон менән телефондан беренсе мәртәбә һөйләшә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зарипов Зиннур Зариф улы (10.03.1915—10.07.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хөсәйенов Хөрмәт Хәмзә улы (10.03.1920—11.11.1995), Бөйөк Ватан һуғышында яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әҙеһәмов Абдулла Камалетдин улы (10.03.1896—3.12.1968), Башҡорт милли хәрәкәте, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1918—1923 йылдарҙа Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһы хөкүмәте ағзаһы.
- Ярулла Вәлиев (10.03.1921—6.01.1981), башҡорт журналисы, яҙыусы. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1942 йылдан — КПСС ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981).
- Мөхәмәтйәнов Файыҡ Тимерйән улы (10.03.1921—2.06.2009), Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылдағы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм журналист. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
- Павлов Валентин Николаевич (10.03.1966), ғалим-уролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2011 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры. 1999 йылдан Рәсәй урологтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Низаметдинов Ҡазыхан Низаметдин улы (10.03.1892—8.12.1937), батша армияһы поручигы, Башҡорт армияһы штабс-капитаны (1918—1919), полк командиры, Башҡорт команда курстары начальнигы.
- Поддубный Алексей Павлович (10.03.1907—1.10.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, артиллерист, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Латипов Ғабдрахман Хәким улы (10.03.1917—25.01.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Попов Семён Ефремович (10.03.1917—8.11.1987), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Мотоуҡсылар бригадаһының разведка отделениеһы командиры ярҙамсыһы, сержант. Дан орденының тулы кавалеры.
- Кәбир Аҡбашев (10.03.1932), яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). СССР-ҙың Журналистар союзы (1969) һәм Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы.
- Мағазов Риза Шәйехйән улы (10.03.1932), ғалим-микробиолог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фәндәр академиияһының почётлы академигы (1994), медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1988). Башҡорт АССР-ының 12‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1960). Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия (2001) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1985) лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Кексин Николай Владимирович (10.03.1947), ташсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Белецкая Ирина Петровна (10.03.1933), ғалим—химик-органик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1970-се йылдарҙан алып Башҡортостан ғалимдары менән берлектә үҙенсәлекле тикшеренеүҙәр үткәреүсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1974), Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһы академигы (1992), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1963), профессор (1970). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1983). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.
- Ибраһимов Сабир Шайхлислам улы (10.03.1933), Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоздың элекке механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре 1981).
- Өмөтбаев Әсхәт Ғимран улы (10.03.1938—22.10.2007), хужалыҡ эшмәкәре. 1973—1999 йылдарҙа Сибай нефтебазаһы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылынан.
- Әхтәм Абушахманов (10.03.1948), театр һәм кино актёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1984) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
- Хәйретдинов Борис Мөхәмәт улы (10.03.1948), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы һәм шағир, йырҙар авторы, йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры (1985) һәм Батыр Вәлид исемендәге премия (2003) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
- Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы (10.03.1963), театр-йәмәғәт эшмәкәре, режиссёр. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1998—2014 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры. «Ҡурай» телеканалының етәксе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡужаҡов Морат Ғәлләм улы (10.03.1904—30.10.1986), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ҡәҙерғолов Мөхәмәт Нурғәле улы (10.03.1919—16.10.19989), ҡурайсы, уҡытыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре. Бөрйән район мәҙәниәт һарайының «Мәсем таш» халыҡ ҡурайсылар ансамлен ойоштороусы һәм уның 1946—1980 йылдарҙағы етәксеһе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989). Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты (Өфө, 1954). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Темәс ауылынан.
- Ғүмәров Фәрит Хафиз улы (10.03.1929—15.06.2000), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1964). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000).
- Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы (10.03.1929—21.12.2010), журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1966—1986 йылдарҙа «Совет Башкортостаны» гәзите мөхәррире. Башҡорт АССР-ының VII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1999). «Почёт Билдәһе» ордены (1971) кавалеры.
- Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.03.1929—19.06.2017), ғалим-ветеринар, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1980).
- Сурин Вениамин Константинович (10.03.1929—24.07.1995), партия эшмәкәре. 1964—1988 йылдарҙа КПСС-тың Белорет ҡала комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының VII—X саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII съезы делегаты. Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1996, үлгәндән һуң).
- Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10.03.1949), архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1940 — Михаил Булгаков, рус яҙыусыһы, драматург.
- 1985 — Константин Устинович Черненко, совет партия эшмәкәре.
- 2001 — Владимир Ворошилов, режиссёр, «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан? (Что? Где? Когда?)» тапшырыуының элекке алып барыусыһы.