12 октябрь
көнө
12 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 285-се көнө (кәбисә йылында 286-сы). Йыл аҙағына тиклем 80 көн ҡала.
12 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Испан теле көнө.
- Артрит менән көрәш көнө.
- Багам Утрауҙары: Колумб көнө.
- Испания: Испан милләте көнө.
- АҠШ: Колумб көнө.
- Экватор Гвинеяһы: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Бразилия: Балалар көнө.
- Башҡортостан: Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы көнө.
- Рәсәй: Кадрҙар хеҙмәтендә эшләүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1492: Христофор Колумб Американы аса.
- 1901: Теодор Рузвельт АҠШ Президенты резиденцияһына рәсми рәүештә «Аҡ йорт» исемен бирә.
- 1909: Мәскәүҙә беренсе китап баҫыусы Иван Фёдоровҡа һәйкәл асыла.
- 1928: Ҡыҙыл Армияның М. В. Фрунзе исемендәге Үҙәк йорто ҡарамағында ойошторолған Ҡыҙыл Армия йыр ансамбленең беренсе сығышы. Хәҙер был коллектив — «Рәсәй Армияһының А. В. Александров исемендәге академия йыр һәм бейеү ансамбле».
- 1940: Мәскәүҙә П. И. Чайковский исемендәге концерт залы асыла.
- 1968: Мехикола XIX Олимпия уйындары башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (1915—22.02.1965), театр актёры, режиссёр. 1940—1941 йылдарҙа һәм 1945 йылдан хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актёры, 1958—1963 йылдарҙа — баш режиссёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
- Малмыгин Владимир Иванович (1950), инженер-физик, хеҙмәт алдынғыһы. 1974—1992 йылдарҙа «Прогресс» производство берекмәһе хеҙмәткәре. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1989). Сығышы менән хәҙерге Мәләүез ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Суздальцев Александр Иванович (1937), нефть һәм газ сығарыу операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Красноусол ауылынан.
- Хоҙайғолова Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы (1942), театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
- Вәлиева Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы (1947), Өфөләге Эре панеллы йорттар төҙөү йәмғиәтенең биҙәүселәр бригадиры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Яңы Турбаҫлы ауылынан.
- Ғафаров Фидан Сафа улы (1947), театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстандың (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981).
- Нәсибуллина Маргарита Рәниф ҡыҙы (1952), медицина өлкәһе алдынғыһы. 1979—2016 йылдарҙа Ҡалтасы район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән Ҡариҙел районынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәсәнов Миңләхмәт Гәрәй улы (1923—1989), хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ишембай районы «Коммунизм» колхозының элекке рәйесе. Ике Ленин, Октябрь революцияһы, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Ҡанаҡай ауылынан.
- Абдуллина Сәниә Әхәт ҡыҙы (1928), уҡытыусы, сәсән. 1989 йылда СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә һәм Татар АССР-ында Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре фестивалендә ҡатнашыусы. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995). Сығышы менән Мәсетле районы Тайыш ауылынан.
- Тәлғәт Тажетдин (1948), дин әһеле, Шәйех-әл-ислам (1990). 1980 йылдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, 1992 йылдан Рәсәйҙең Баш мөфтөйө. IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2013), Почёт (2008), Дуҫлыҡ (1998), Халыҡтар дуҫлығы (2008), Салауат Юлаев, II дәрәжә Дан һәм Намыҫ (2013), II дәрәжә Изге благоверный Мәскәү кенәзе Даниил (2008) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мансуров Фазлығаян Мансур улы (1909—1990), уҡытыусы, хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1926—1940 йылдарҙа Кушнаренко районы Илек башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1943–1960 йылдарҙа урындағы «Коминтерн» колхозы рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо ауылдан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1944: Дәйләғи Ноғоманов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 1991: Аркадий Стругацкий, СССР яҙыусыһы.