Спорт (ингл. sport, иҫке француз теленән «уйын», «күңел асыу» тип тәржемә ителгән desport һүҙенән ҡыҫҡартып яһалған) — кешеләрҙең (спортсыларҙың) физик һәм (йәки) интеллектуаль һәләттәрен сағыштырыуға ҡоролған һәм тәғәйен ҡағиҙәләр буйынса ойошторолған эшмәкәрлек, шулай уҡ ошо эшмәкәрлеккә әҙерләнеү һәм уның барышында хасил булған шәхес-ара мөнәсәбәттәр.

Баскетбол

Спорт — физик йә интеллектуаль әүҙемлектең үҙенсәлекле төрө, ул ярышыу маҡсатында ойошторола һәм тән яҙыу күнекмәләре менән күнегеүҙән торған маҡсатҡа ярашлы әҙерләнеүҙе үҙ эсенә ала. Ял менән бергә физик сәләмәтлекте тора-бара һәм әкренләп нығытыуға, интеллект кимәлен арттырыуға, мораль ҡәнәғәтләнеү алыуға, камиллыҡҡа, шәхси, төркөм һәм абсолют рекордтарҙы яңыртыуға, данға, физик мөмкинлектәрҙе һәм таһыллыҡты, оҫталыҡты үҫтереү ынтылышына ҡоролоп, спорт кешенең физик һәмпсихологик күрһәткестәрен яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Спорт миллионлаған кешеләргә үҙҙәренең физик үҙенсәлектәрен һәм хәрәкәт мөмкинлектәрен камиллаштырырға, сәләмәтлектәрен нығытырға һәм төрлө хеҙмәт менән шөғөлләнә алырлыҡ ғүмер йылдарын оҙайтырға мөмкинлек бирә.

Юғары ҡаҙаныштар спортының маҡсаты ҙур ярыштарҙа еңеүҙәргә йә мөмкин тиклем юғарыраҡ күрһәткестәргә ирешеүҙән тора.

Спорттың билдәләмәһе үҙгәртергә

Мәғәнәүи яҡтан «спорт» төшөнсәһенең уны ял һәм күңел асыуҙың башҡа төрҙәренән айырып ҡарарлыҡ аныҡ ҡына билдәләмәһе юҡ. Шул уҡ ваҡытта төшөнсә сиктәрен билдәләү ынтылыштары күп булған. Мәҫәлән, Франсуа Рабле «desporter» һүҙен «күңел асыу» мәғәнәһендә ҡулланған[1]. Хәҙерге замандағы мәғәнәлә был һүҙҙе физик күнекмәләрҙең кеше һаулығына йоғонтоһон өйрәнеүсе Шотландия табип-психиатры Томас Арнольд беренсе булып ҡулланған. Йөҙҙән артыҡ спорт федерацияһын берләштергән «СпортАккорд» халыҡ-ара конвент сайты «спорт» билдәләмәһенә түбәндәге критерийҙарҙы индерергә тәҡдим итә: ярыш элементы; ҡағиҙәләрҙең осраҡлыҡ элементына йәки даланға нигеҙләнмәүе; ҡатнашыусыларҙың һәм тамашасыларҙың һаулығы һәм именлегенә кәрәмәгән ҡурҡыныстарҙың булмауы; тере йәндәргә махсус теләк менән зыян килтермәү; кәрәкле ҡорамалдарға берҙән-бер етештереүсенең монополияһы булмауы[2].

2006 йылда нәшер ителгән «Ҙур олимпия энциклопедияһы» «спорт» һүҙенә тарыраҡ билдәләмә бирә. Белешмә уның төп мәғәнәһе физик яҡҡа ҡайтып ҡала тип һанай. Ә ҡыҫҡаса «спорт» «төрлө физик күнегеүҙәр һәм уларҙың комплекстары буйынса ярыш, шулай уҡ уларҙы ойошороу һәм үткәреү системаһы» тип билдәләнә. Олимпия энциклопедияһы был ҡыҫҡа характеристиканы киңәйтелгән аңлатма менән дә тулыландыра, уға ярашлы ярыштар һәм уларҙы ойоштороу системаһына уларға әҙерләнеүҙе (күнегеүҙе), кеше эшмәкәрлегенең был өлкәһендәге үҙенсәлекле социаль мөнөсәбәттәрҙе һәм ошо эшмәкәрлектең йәмғиәт өсөн әһәмиәтле булған һөҙөмтәләрен дә өҫтәргә кәрәк[3].

Тарих үҙгәртергә

Спорт боронғо замандарҙа үҙгәртергә

Дөйөм физик культураның һәм, айырым алғанда, спорттың килеп сығыуына ҡағылышлы бер нисә ғилми фекер (теория) йәшәп килә:

  • "уйын теорияһы"н нигеҙләүсе булып Фридрих Шиллер һанала, уның уй-фекерҙәрен артабан Бюхер, Карл Гроос һәм Шарль Летурно тулыландыра. Улар билдәләүенсә, кешелектең бөтә төр мәҙәниәте, шул иҫәптән физик культура ла уйын эшмәкәрлеге үҫеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Хәҙерге заман философияһында уйын теорияһы яҡлылар араһынан Йохан Хёйзинга киң билдәлелек алған[4][5].

Уйын теорияһына Герберт Спенсерҙың «артыҡ энергия теорияһы» бик яҡын тора, хатта уны тәүге ғилми ҡараштың бер төрө итеп тә ҡабул итергә була[5]; Был теорияға ярашлы, тәүтормош кешеһе артыҡ энергиянан төрлө уйын, шул иҫәптән бейеү хәрәкәттәре яһау аша бик тә уңышлы ҡотола алған һәм тора-бара был хәрәкәттәрҙе ныҡ камиллаштырған [4];

  • «магия теорияһы» (Рейнак, һуңыраҡ Дим, Кербе, Жиллет) физик культураның барлыҡҡа килеүен төрлө эште һәм һунарҙы һынландырған бейеүҙәргә һәм магик йолаларға өйрәтеү һәм уларҙы камиллаштырыу кәрәклеге менән бәйләй[5][4];
  • «һуғыш теорияһы» (Берк) физик культура һәм спортты һуғыш, ундағы алыш өсөн ныҡ кәрәк булған физик әҙерлек һәм таһыллыҡтың (навыктарҙың) артабан үҫеүенән килеп сыҡҡан тип ҡарай [4];
  • материалистик теорияны, йәки "хеҙмәт теорияһы"н Г. В. Плеханов тәҡдим иткән, уны артабан Н. И. Пономарёв киңәйткән һәм тәрәнәйткән. Был ғилми ҡараш физик культура һәм спорттың бөгөнгө төрҙәренең барыһын да тиерлек нигеҙендә хеҙмәт эшмәкәрлеге төрҙәре ята тип иҫәпләй[5][6].
 
Боронғо Мысырҙа Бени-Хәсәндәге кәшәнәлә табылған рәсемдәге көрәш күренеше

.

Донъяның төрлө өлөштәрендәге мәмерйәләрҙә бөгөнгө көнгә тиклем табылған һәм тикшерелгән рәсем өлгөләре төрлө йола күренештәрен һынландыра. Улар беҙҙең замандағы спорт хәрәкәттәренә тулыһынса оҡшаш тип әйтеп булмаһа ла, боронғо дәүерҙәрҙә үк спорт эшмәкәрлегенә яҡын булған хәрәкәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең (ритуалдарҙың) киң таралғаны хаҡында фекер йөрөтөргә тулы ерлек бирә.

Францияла, Африкала һәм Австралияла табылған ошондай һүрәттәрҙең бынан 30 мең йыл элек яһалғаны фәнни нигеҙҙә иҫбатланған. Монголияла беҙҙең эраға тиклем 7 меңенсе йылдарҙа ҡаяға төшөрөлгән һүрәт табылған, унда тамашасылар менән уратып алынған көрәшселәр һынландырылған[7]. Японияла табылған ҡая һүрәттәрендә бындағы сумо стилендәге көрәште (көс һынашыуҙы) күрергә була, улар ауыл хужалығы менән бәйле дини йола тигән фараздар бар[8].

 
Сумо көрәше Утагава Кунисада

Ҡытайҙа табылған ҡайһы бер әйберҙәр һәм ҡоролмалар был ил биләмәләрендә беҙҙең эраға тиклем 4000 йыл элек үк хәҙерге спортҡа ныҡ оҡшаған эшмәкәрлек булғаны тураһында һөйләй. Тәү сиратта гимнастиканың боронғо Ҡытайҙа ныҡ таралғанын һәм популярлығын фаразларға була. Беҙҙең эраға тиклемге 1-се мең йыллыҡта ябай халыҡ араһында «чжу кэ» — командалы туп уйыны киң билдәле булған. Был уйында тупҡа һуғыуҙың 70-кә яҡын төрөн һәм ҡағиҙә боҙоуҙың 10-ға тиклем осрағын һанайҙар[9]. Шумер цивилизацияһы археологтарға Боронғо Месопотамияла көрәштең популяр булыуын сағылдырған күп кенә ҡомартҡылар ҡалдырған, улар араһынан яҡынса биш мең йыл элек яһалған таш барельефтар һәм Хафаджиҙа табылған бронза статуэтка киң билдәле. Һуңғыһында көрәшселәр һынландырған һәм уның йәше яҡынса беҙҙең эраға тиклем 2600 йыл менән билдәләнә. Бени-Хәсәндә Боронғо Мысыр кәшәнәләрендәге көрәшселәрҙең әйтелгән дәүергә ҡараған һүрәттәре хәҙерге заман көрәшенең күп кенә ысулдары беҙҙең көндәргә тиклем 4,5 мең йыл элек үк көс һынашҡанда ҡулланылыуын күрһәтә[10]. Шул үк ваҡытта был дәүер һүрәттәре көрәш буйынса ярыштарҙа Ливия һәм Нубия вәкилдәренең ҡатнашыуыуы һәм уларҙа судьяларҙың булғанлығын күрһәтеүе бик тә ихтимал. Тағы ла боронғораҡ һүрәттәрҙә йүгереү буйынса ярыштар һынландырылған тип һанарға һәм улар һөҙөмтәһендә хатта хакимдәрҙең һайланыу мөмкинлеге тураһында фекер йөрөтөргә нигеҙ бар[11]. Боронғо Иранда хәҙерге полоға оҡшаш «чаутам» тип исемләнгән атлы уйын булған. Уға малайҙарҙы шахмат, атыу, һөңгө ырғытыу, көрәш һәм йүгереү менән бер рәттән хаким һарайҙары ҡарамағындағы махсус тәрбиә йорттарында өйрәткәндәр[12].

 
Гермес, олимпия аллаһы — атлеттар таянысы
 
Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярыштарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү. Беҙҙең эраның IV быуаты. Сицилияғы Пьяцца-Армеринала табылған Рим мозаикаһы.


Үҙәк Америкала, шул иҫәптән ольмек халҡында, беҙҙең эраға тиклем XIV быуатта уҡ мезоамерикандарҙың туп уйыны ныҡ үҫеш ала. Төрҙәре күп булған был уйындың ҡайһы берҙәрендә тупҡа тәндең төрлө өлөштәре йә таяҡ менән тейергә рөхсәт ителә. Төрлө мөйөштәрендә ҙур ғына бейеклектә нығытылған түңәрәктәре булған уйын майҙансыҡтарының табылыуы хәҙерге баскетболға оҡшаш уйындың булыу мөмкинлегенә туранан-тура ишара. Туп уйыны Америкала йәшәгән ҡайһы бер халыҡтарҙа бәхәсле мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән биләмәләр буйынса ла, хәл итеү өсөн дә ҡулланылған һәм күп кенә осраҡта ритуал характерға эйә булған — был бигерәк тә майя цивилизацияһы сәскә атҡан дәүер өсөн хас күренеш; уйында еңелеү еңелгән уйынсыларға үлем менән дә янаған, сөнки уларҙы ҡорбан иткәндәр[13].

Боронғо Грецияла инде спорттың күп төрҙәре булыуы билдәле. Көрәш, йүгереү, диск ырғытыу һәм тәгәрмәсле арбаларҙа уҙышыу бигерәк тә ҙур үҫеш ала. Был исемлектең үҙе генә лә Боронғо Грецияла (һәм унда ғына түгел) хәрби эшмәкәрлек һәм һуғыш сәнғәтенең спортҡа турана-тура йоғонтоһо тураһында асыҡ һөйләй. Нәҡ бындағы Пелопоннестағы Олимпия исемле бәләкәй генә ауылда бееҙҙең эраға тиклем 776 йылдан башлап һәр дүрт йыл һайын атнтик Олимпия уйындары үткәрелгән. Барлыҡ Эллада өсөн дөйөм боронғо спорт байрамы булған ошо Олимпия уйындарынан тыш беҙҙең эраға тиклем VI быуатта башлап үткәрелгән Пифий, Немей һәм Истмий уйындары шулай уҡ дәүләт-ара кимәлдә уҙған[14]. Һуңыраҡ, Греция өҫтөнөн Рим хакимлеге осоронда, киң масштаблы спорт сараларына Октавиан Август тарафынан булдырылған Акций уйындары һәм Домициан ойоштороп ебәргән Капитолий уйындары өҫтәлгән[15]. Шулай ҙа рим дәүерендә спорт, дөйөм алғанда, үҙенең киң ҡатлам халыҡты йәлеп итеү үҙенсәлеген юғалтҡан, сөнки йылдам үҫешә барған профессональ спорт киң танылыу алған.

Урта быуаттар һәм Яңырыу дәүере спорты үҙгәртергә

Европала мәжүсилеккә алмашҡа христианлыҡ килгәндән һуң спорт менән шөғөлләнеү бөлгөнлөккә төшә. Сиркәү тәғлимәтенә (доктринаһына) ярашлы, тәнде камиллаштырыу күнекмәләре йәнде (күңелде) аҙҙырыусы һәм кешене Алланан йыраҡлаштырыусы булып һаналған. Каноник христиан тексында нәҡ был турала түбәндәгесә яҙылған:

  Не знаете ли, что тела ваши суть храм живущего в вас Святаго Духа, Которого имеете вы от Бога, и вы не свои?.. Посему прославляйте Бога и в телах ваших и в душах ваших, которые суть Божии.
Библия
1Кор
6:19,20)
 

Был һүҙҙәр кеше тәненә христианлыҡтың тәүге осорондағы ҡарашты сағылдыра һәм һуңыраҡ Беренсе Никей соборы тарафынан нығытылған фекерҙәрҙән ҡырҡа айырыла. Сиркәүҙе нигеҙләүселәрҙең береһе булған Тертуллиан «О зрелищах» исемле трактатында шулай тип яҙа[16]:

  Нельзя без срама смотреть на все, что происходит на стадионе: на кулачный бой, на попирание ногами, на пощечины и другие буйства, обезображивающие лицо человека, созданного по образу божию. Благоговея к религии, ты не станешь одобрять безумного бега, бешеных движений, сопровождающих метание диска... Уважая стыдливость, ты не будешь выставлять напоказ телесных сил, служащих единственно тщеславию тех, кто их употребляет, и к унижению тех, против кого они направлены...  

Христианлыҡтың Рим империяһының дәүләт дине итеп раҫланыуынан һуң антик физик культура бөлгөнлөккә төшә һәм инде 394 йылда, император Феодосий хакимлеге ваҡытында, Олимпия уйындарынан баш тартыла һәм олимпия йыл иҫәпләүе юҡҡа сығарыла. Артабан спорт ярыштары осраҡлы рәүештә генә үткәрелә башлай, улары ла махсус рөхсәт менән империяның башлыса көнсығыш өлөшөндә генә ойошторола, һуңғыһы 520 йыл да була. 529 йылғы масштаблы халыҡ сыуалыштарынан һуң император Юстиниан I физик культура ойошма һәм учреждениеларының барыһын да тиерлек, шул иҫәптән киң билдәле Афина гимнасийын да, ябырға әмер бирә. Шулай итеп Көнбайыш донъяла спорт үҫеше быуаттарға туҡтай һәм бары тик Яңырыу осоронда ғына яңынан тергеҙелә[17].

Нәҡ ошо осорҙа Евразия ҡитғаһының ҡапма-ҡаршы яғы — Ҡытайҙа ла спорт һүнеп ҡала: Конфуцианлыҡ тәьҫире арҡаһында кешенең физик яҡтан үҫешенә иғибар юғала. Был дәүерҙә ҡытай һауыҡтырыу гимнастикаһы бер-береһенән ныҡ айырылған бик күп йүнәлештәргә бүлгеләнә[12]. «Һары таҫмалар» ихтилалы цзинь властарын ҡорал йөрөтөүҙе тыйыуға этәрә, был үҙ сиратында халыҡ араһында ҡоралһыҙ алыштың яңы төрҙәре барлыҡҡа килеүенә һәм таяҡлы фехтованиеның үҫешенә килтерә. VI быуатта Шаолинь яугирлыҡ сәнғәте мәктәбе эшләй башлай, артабан будда монахтары булышлығы менән ошондай мәктәптәр Ҡытайҙың башҡа төбәктәрендә лә ойошторола. Тағы ла һуңыраҡ, инде яңы дәүерҙең икенсе мең йыллығы уртаһында, ябай халыҡҡа ҡорал йөрөтөүҙе тыйыу һөҙөмтәһендә Японияның һуғышлыҡ оҫталығы тыуыуына алып килә, һәм континенттағынан ныҡ айырыла. Монгол хакимлеге осоронда (Юань) Ҡытайҙа спорттың хәрби әҙерлек менән бәйле башҡа төрҙәре лә — атта һыбай йөрөү, уҡтан атыу, төрлө көрәш ысулдары таралыу ала.Ҡоралһыҙ крәҫтиәндәрҙән дә еңелә башлаған ҡоралланған япон самурайҙары үҙ сиратында ҡоралһыҙ алыш системаһын уйлап сығара, ул «дзю-дзюцу» исеме менән тарала (Көнбайышта — «джиу-джитсу»)[18].

Христиан сиркәүенең физик культураға рәсми кире ҡарашы шарттарында Көнбайыш Европа властарына төп хәрби көс булған рыцарҙар әҙерләүҙе хуплау һәм яҡлау менән бер рәттән халыҡ уйындарына һәм спорт ярыштарына ла күҙ йомоп ҡарарға тура килә. Айырым алғанда, Германия ерҙәрендә һәм Ирландияла был уйын йолалары XII быуаттың икенсе яртыһына тиклем һаҡланып ҡала. Православие хакимлек иткән төбәктәрҙә халыҡ араһында популяр булған күңел асыуҙарға ҡараш тағы ла түҙемлерәк була. Урта быуаттарҙа Көнбайыш Европа биләмәләрендә феодаль иҙеү йомшара төшкәндән һуң һәм һуңыраҡ килгән Яңырыу осоронда төрлө илдәрҙә бер-береһенә оҡшаш ябай халыҡ физик культураһы формалаша: ул йүгереү, һикереү, ауырлыҡтар менән күнекмәләр һәм көрәште үҙ эсенә ала. XIII быуатта йүгереү өсөн махсус урындар (йүгереү һуҡмаҡтары) барлыҡҡа килә һәм ойошҡан нигеҙҙә конькиҙар эшләп сығарыу башлана, ә XIV быуатта туп менән төрлө уйындарҙың — теннис, файвз, гольф (бендибол), Англия менән Италияла «кальчо» исеме аҫтында футбол, боулинг һәм хёрлинг һүрәтләмәләре киң таралыу ала[19]. Цех системалары менән көн иткән ҡалаларҙа ҡатнашыусыларҙың төп һөнәр төрө менән бәйле дисципланалар —тоҙ иретеүселәрҙә ишкәк ишеү, һыуға һикереү, йөҙөү, ә ҡорал оҫталарында фехтование һ.б. буйынса цехтар араһында ярыштар үткәрелә[16] Яңырыу дәүерендә Көнбайыш һәм Үҙәк Европала кеше тәненең гармониялы үҫеше менән ҡыҙыҡһыныу яңынан башлана. Регуляр армияның нигеҙе булған рыцарҙарҙы пехота алмаштыра, а дөйөм халыҡ ярыштары араһында атыу (уҡ һәм арбалет менән бер рәттән шулай уҡ утлы ҡоралдарҙан да) һәм фехтование буйынса турнирҙар киң таралыу ала. XVI быуатта Италияла айырым уйын төрҙәренең (шул иҫәптән кальчоның да) ҡағиҙәләрен ентекләп һүрәтләгән һәм тренирока методикаһын тасуирләгән трактаттар баҫылып сыға башлай. Ошо осорҙа Францияла хәҙерге теннисҡа нигеҙ булған жё-де-пом айырыуса ҙур популярлыҡ яулай. Шул заман Англия кешеһе быуат аҙағында Францияға барып ҡайтҡандан һуң ундағы туп уйыны майҙандарының сиркәүҙәрҙән күберәк икәнен яҙып ҡалдырған. Нидерландта коньки шундай уҡ кимәлдә популяр була[20].

 
Спорт

Яңы ваҡыт спорты үҙгәртергә

XVII быуат аҙағындағы Англияла Данлы революция, уйындарға һәм ярыштарға быуаттар буйы һалынып килгән бөтә тыйыуҙарҙы тулыһынса юҡҡа сығарып, уларҙың сәскә атыуына этәргес бирә[21]. Был осорҙа буржуаз Англияла «джентльмендар спорты» традициялары барлыҡҡа килә: бай ғаиләләрҙән сыҡҡан йәштәр, үҙҙәре спорт менән әллә ни шөғөлләнмәһә лә, ат сабыштары, йүгереүҙәр һәм бокстағы тотализаторҙарҙа әүҙем уйнап, был спорт төрҙәре үҫешенә спонсорлыҡ итә, бер үк ваҡытта бөтә ил өсөн дөйөм булған тотороҡло ҡағиҙәләрҙең формалашыуына ситләтеп булһа ла йоғонто яһай. Джентльмендар үҙҙәре башлыса ҙур физик көс талап итмәгән һәм һаулыҡ өсөн бер ниндәй хәүеф-хәтәре булмаған крикет уйынын үҙ итә. Сәнәғәт революцияһы һөҙөмтәһендә кешеләрҙең буш ваҡыты күберәк була бара, был иһә үҙ сиратында спорттың массовыйлығына килтерә. Күберәк кеше спортты үҙ тормошоноң бер өлөшө итергә ынтыла: улар туранан-тура спорт менән шөғөлләнә йә иһә буш ваҡытын теге йәки был ярыштарҙы ҡарауға бирә. 1722 йылда Англияла фигуралы шыуыу буйынса уҡыу ҡулланмаһы баҫылып сыға, ә 1742 йылда был спорт төрөнөң донъялағы беренсе йәмғиәте — Эдинбург конькиҙа йүгереүселәр клубы ойошторола. Спортҡа Англиялағы ҡараш, континенталь Европаға һәм илдең океандағы колонияларына ла таралып, көнбайыш донъяла өҫтөнлөклөгә әйләнә; «джентльмендар спорты» йоғонтоһонда ярыш элементы спорттың милли төрҙәренә лә күсә, был йәһәттән Голландиялағы конькиҙа йүгереү спортын айырым күрһәтеп була[22].

Үҙ заманының ғына түгел, хатта һуңыраҡ килгән быуаттарҙағы физик культура үҫешенә немец табибы һәм филантроп Иоганн Кристоф Фридрих Гутсмутс ҙур өлөш индерә. Гимнастика һәм йөҙөү буйынса дәреслектәр, спорт уйындарын популярлаштырыуға арналған хеҙмәт яҙыу менән бер рәттән ул гимнастик снарядтарҙы — гимнастика өсөн конь һәм турникты ҡулланыуға индерә, шулай уҡ ҡолға менән һикереүҙе тәҡдим итә[23].

XIX быуат барышында Европаның күп кенә илдәрендә гимнастика әүҙем үҫешә, милли үҙаң күтәрелгән осорҙа һәм дөйөм хәрби әҙерлек кәрәклегенән сығып, уға практик әһәмиәт бирелә. Францияла, Данияла, герман дәүләттәрендә, Швейцарияла, ул саҡта Австрия империяһы составында булған Чехияла һәм Швецияла үҙ гимнастика мәктәптәре асыла. Швед педагогы Ялмар Линг, терапевт Пер Лингтың улы, бөгөн дә уңышлы ҡулланылған гимнастик снарядтар — эйәрле эскәмйә, гимнастик бүрәнә, швед стенкаһы, һикереү трамплины эшләй[24]. Рәсәй империяһында XX быуат башына чех, швед һәм немец гимнастика мәктәптәре, шулай уҡ Пётр Францевич Лесгафт төҙөгән физик тәрбиә системаһы айырыуса популяр була[25].

Ойошторолған йылдары буйынса тәүге халыҡ-ара спорт союздары (сығанаҡ: [26]В. В. Григорьевич. Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008./>)
Спорт төрө Халыҡ-ара спорт федерациялары Ойоштороу йылы
Гимнастика Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы 1881
Ишеү Ишеү йәмғиәттәренең халыҡ-ара федерацияһы 1892
Конькиҙа йүгереү спорты Конькиҙа йүгереүселәрҙең халыҡ-ара союзы 1892
Боулинг Халыҡ-ара боулинг федерацияһы 1895
Велосипед спорты Велосипедсыларҙың халыҡ-ара союзы 1900
Автомобиль спорты Халыҡ-ара автомобиль федерацияһы 1904
Футбол [[ФИФА| Футбол ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы 1904
Авиация спорты Халыҡ-ара авиация федерацияһы[Иҫкәрмә 1] 1905
Атыу спорты Халыҡ-ара спорт атыуы федерацияһы[Иҫкәрмә 2] 1905/1907
Елкән спорты Елкән спортының халыҡ-ара федерацияһы 1907
Мотоспорт Мотоспорттың халыҡ-ара федерацияһы 1908
Йөҙөү[Иҫкәрмә 3] Халыҡ-ара йөҙөү федерацияһы 1908
Хоккей Халыҡ-ара шайбалы хоккей федерацияһы 1908
Крикет Халыҡ-ара крикет советы 1909
Еңел атлетика Еңел атлетика федерацияларының халыҡ-ара ассоциацияһы[Иҫкәрмә 4] 1912
Теннис Халыҡ-ара теннис федерацияһы[Иҫкәрмә 5] 1912/1913
Көрәш Көрәштең берләшкән ысулдары халыҡ-ара федерацияһы[Иҫкәрмә 6] 1912/1914
Фехтование Халыҡ-ара фехтование федерацияһы 1913
  1. Тарихи атамаһы — Халыҡ-ара һауала осоу ассоциацияһы
  2. Тарихи атамаһы — Милли атыу федерация һәм ассоциацияларының халыҡ-ара союзы
  3. Һыуға һикереү һәм һыуҙағы туп уйынын индереп
  4. Тарихи атамаһы — Халыҡ-ара һәүәҫкәр еңел атлетика федерацияһы
  5. Тарихи атамаһы — Халыҡ-ара лаун-теннис федерацияһы
  6. Тарихи атамаһы — Көрәштең халыҡ-ара һәүәҫкәр федерацияһы

XIX быуат аҙағына популяр спорт уйындары ҡағиҙәре башлыса эшләнеп бөтө. Англияла футбол ысын мәғәнәһендә халыҡ уйынына әйләнә, крикет һәм крокет үҫеш ала, колонияларҙан үҙләштерелгән поло, бадминтон, өҫтәл теннисы һәм лакросс үҙ һәүәҫкәрҙәрен таба. Англияла бита ҡулланылған халыҡ уйыны нигеҙендә үҫешкән бейсбол АҠШ-та популярлыҡ яулай. Францияла еңел атлетика буйынса ярыштар күп ҡатнашыусы һәм тамашасыны йәлеп итә. 80-се йылдарҙа конькиҙа уҙышыу өсөн яһалма боҙло юл төҙөлә. Төрлө илдәрҙә велосипедта, артабан автомобилдә уҙышыу традициялары барлыҡҡа килә башлай[27]. Спорт һәм физкультураны тағы ла популярлаштырыуҙа халыҡ-ара Йәш христиандар ассоциацияһы (YMCA) ҙур роль уйнай. Уның башланғысы һәм эгидаһы менән спорт тренерҙары институты барлыҡҡа килә һәм үҫешә, спор ҡоролмалары төҙөлә; Ассоциация эшмәкәрлеге волейбол һәм баскетбол уйындарының килеп сығыуына булышлыҡ итә. YMCA эшмәкәрҙәренең береһе Рәсәй империяһында «Маяҡ» исеме аҫтында Йәштәрҙең рухи, әхлаҡи һәм физик үҫешенә булышлыҡ ойошмаһы төҙөй, ул Октябрь революцияһына тиклем уңышлы эшләп килә[28]. «Баһадир» тәнде тәрбиәләү йәмғиәте илдәге икенсе популяр , физкультура-спорт ойошмаһы була, уларҙың дөйөм һаны иһә 1914 йылға 360-ҡа етә[25].

XIX быуат уртаһынан спорт тағы ла милли сик-кәртәләрҙе аша сыға, һәм халыҡ-ара спорт хәрәкәте үҫеше башлана. 1851 йылда Лондонда беренсе халыҡ-ара шахмат турниры үтә, күп кенә спорт төрҙәре буйынса шәхсән нигеҙҙә «донъя чемпионаттары»н ойоштороу башлана. Йыш ҡына бындай ярыштар йылына бер нисә тапҡыр төрлө илдәрҙә һәм төрлө ҡағиҙәләр ҡулланып үткәрелә, был иһә үҙ сиратында халыҡ-ара спорт союздары (1881 йылда төҙөлгән Европа гимнастика союзы — 1897 йылдан Халыҡ-ара гимнастика федерацияһы шуларҙың тәүгеһе була) барлыҡҡа килеүгә һәм ҡағиҙәләрҙе бер төрлөгә килтереүгә этәргес була[26].

Шулай уҡ XIX быуат уртаһында антик осорҙоң Олимпия уйындарын тергеҙеү ынтылышы башлана. Яңы дәүерҙең тәүге «олимпия уйындары» 1836 йылда Швеция курорттарының береһе булған Рамлёсала үтә — уларҙы күрше ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уҡыусы Пера Линга Густав Шаратау ойоштора. Ике йылдан һуң Олимпия уйындарын күптән түгел бойондороҡһоҙлоҡ алған Грецияла ла тергеҙеп ҡарайҙар, әммә был ниәт тарихи Олимпия янындағы ауылда үткәрелгән тәүге уйындары менән туҡталып ҡала. 1859 йылда иһә уйындар Греция короле Оттон ҡарауы аҫтында ҙур ҡолас менән Афинала ойошторола. Уларҙың программаһына ингән ҡайһы бер спорт дисциплиналары буйынса ярыштар тергеҙелгән антик стадионда, ә сәнғәттә көс һынашыуҙар махсус төҙөлгән һәм уларҙы ойоштороуға аҡса биргән Евангелис Заппас исеме менән аталған «Заппейон»да үтә. Был уйындар әлегә тулы мәғәнәлә халыҡ-ара булмай әле — уларҙа тик төрлө илдәрҙән йыйылған этник гректар ғына ҡатнаша. Артабан уйындар был форматта тағы ла өс тапҡыр — 1870, 1875 һәм 1888—1889 йылдарҙа үткәрелә[29].

Үҙҙәренең тулы мәғәнәлә тергеҙелеүе менән Олимпия уйындары физик тәрбиә энтузиасы Пьер де Кубертенға бурыслы. 1880-се йылдар башында ул фекерҙәштәре менән бергә Францияла Физик тәрбиәнең милли лигаһын, ә шул уҡ ун йыллыҡтың аҙағында — Физик тәрбиәнене пропагандалау буйынса комитет (мәғариф министры Жюль Симон менән берлектә) һәм Франция атлет йәмғиәттәре союзын ойоштора. 1889 йылда Кубертен башланғысы менән Париждағы Бөтә донъя күргәҙмәһе барышында физик культура буйынса конгресс үтә, ә 1892 йылда ул Сорбоннала беренсе тапҡыр халыҡ-ара мультиспорт ярыштары — яңы Олимпия уйындары үткәреү башланғысы менән сығыш яһай. Олимпия уйындарын ойоштороу буйынса конгресс ике йылдан һуң була, унда Франция, Бөйөк Британия, АҠШ, Рәсәй империяһы, Швеция, Испания, Италия, Греция, Бельгия һәм Нидерландтың 39 спорт йәмғиәтенән делегаттар ҡатнаша, был йыйынды һәм уның ҡарарҙарын хуплауҙарҙар шулай уҡ Австралия менән Япониянан килә. Делегаттар ошо дәүерҙең тәүге Олимпия уйындарын 1896 йылда Грецияла үткәреү тураһында килешә һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты ойоштора[29]. Шулай итеп, беренсе Олимпия уйындары 1896 йылдың апрелендә үтә. Спортсылар грек-рим көрәше, велоспорт, гимнастика, еңел атлетика, йөҙөү, атыу, теннис, ауыр атлетика һәм фехтование буйынса ярыштарҙа 43 комплект награда өсөн көрәшә; ишкәк ишеү буйынса алдан планлаштырылған ярыштар ҡатнашыусылар булмау сәбәпле исемлектән төшөп ҡала. Уйындарҙа 14 илдән 241 спортсы ҡатнаша, шуларҙың 200-ҙән күберәге Грецияның үҙенән була. Дөйөм алғанда, миҙалдарҙы ун төрлө ил вәкиле яулай[30]. Бынан һуң хәҙерге заман Олимпия уйындары һәр дүрт йылға бер донъя һуғыштары ваҡытында улар булмай.

Спорттың күп халыҡ өсөн күңел асыу тамашаһына әйләнеү тенденцияһы киң күләм мәғлүмәт саралары һәм глобаль коммуникациялар барлыҡҡа килеүгә туранан-тура бәйле. Спорттың һөнәри шөғөлгә әйләнеүе иһә уның популярлығын тағы ла арттыра ғына. Хәҙерге замандың юғары индустриаль йәмғиәте, мәғлүмәт һәм белем кеүек дөйөм ресурстарға нигеҙләнеп, кешеләрҙең интернет-технологиялар ярҙамында шәхсән аралашыу мөмкинлектәрен файҙаланып, спорттың покер һәм социаль селтәрҙәрҙәге бер үк ваҡытта күптәр ҡатнаша алырлыҡ уйындар кеүек интеллектуаль төрҙәрен әүҙем алға этәрә.

Профессиональ спорт үҙгәртергә

 
Йоҙроҡ һуғышсыһы (Б. э. т. I быуат, Римдең милли музейы)

Тәү башта спорт ярыштары һәүәҫкәрлек характерында булып, Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар ҡалған ваҡытын эшмәкәрлектең башҡа өлкәләренә арнаһа ла, антик осорҙан уҡ, атап әйткәндә, беҙҙең быуатҡа тиклем V быуаттан, һөнәри атлеттар ҡатламы формалаша башлай. Бигерәк тә профессиональ спорт менән шөғөлләнгән түбәнге ҡатлам вәкилдәренә һиҙелерлек ҡиммәтле приздары бирелгән урындағы ярыштар системаһы үҙҙәре өсөн ярайһы уҡ яҡшы тормош шарттары тыуҙырыуға булышлыҡ иткән[31]. Һөнәри нигеҙҙәге спорт тәүҙәрәк эллинистик Грецияла, һуңыраҡ Боронғо Римдә айырыуса киң таралыу ала. Быға физик тәрбиә концепцияһың үҙгәреүе туранан-тура тәьҫир итә: дөйөм ополчение өсөн яугирҙар әҙерләү сараһынан спорт тамашаға әйләнә, һәм сәнғәттең һәр төрө кеүек уның менән маҡсатлы планда бары тик айырым һәләтлеләр генә шөғөлләнә башлай[32]. Афина скульпторы Аполлонийҙың беҙҙең эраға тиклем I быуатта тыуҙырған профессиональ атлет — йоҙроҡ һуғышсыһы — образы был ваҡытта уҡ спорт концепцияһының кеше эшмәкәрлегенең был төрөнөң үҙенең беренсел идеяһынан бик тә алыҫҡа киткәнлеген асыҡ күрһәтә. Ҡасандыр классик грек мәктәбе өсөн хас булған кеше-гражданиндың гармоник төҙөлөшлө фигураһы урынына скульптура портретында натураль нескәлектәр менән профессиональ көрәшсенең гипертрофированый мускулатураһы, һынған танауы, йыртылған ҡолаҡтары һәм төрлө яра эҙҙәре, шулай уҡ «спорт инвентары» — ҡулдарындағы тимерҙәр ҡуйылған бирсәткәләре һынландырылған[33].

Дөйөм спорттың Урта быуаттарҙағы төшөнкөлөгө һәм уның яңы заманда тергеҙелеүе менән бергә профессиональ спорт та һиҙелерлек үҫеш ала. Мәҫәлән, йоҙроҡ һуғышы менән шөғөлләнгән һәүәҫкәрҙәр араһынан халыҡ яратып ҡараған был күңел асыу тамашаһын финанс нигеҙгә ҡуйған яҡшы оҫталар айырылып сыға. Англиялағы беренсе бокс мәктәбен XVIII быуаттың беренсе яртыһында үҙ заманынының ауыр үлсәмдәге иң яҡшы боксёры Джеймс Фигг аса, ул ҡул һуғышы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен аҡсаға үткәрә башлай[34]. Ошо уҡ быуаттың уртаһында алыш һөҙөмтәләре менән манипуляция практикаһы башлана, был иһә үҙ сиратында антрепренёрҙарға күп аҡса алыу мөмкинлеген бирә[35].

 
Баскетбол

XX быуатта ял мәҙәниәте яңы ныҡлы үҫеш алғас, спорт ярыштары һәм уларҙы ҡарау тамашасылар өсөн популяр күңел асыу һәм ваҡыт үткәреү сараһына, ә спортсылар өсөн һөнәри шөғөлгә әйләнә. Юғары кимәл профессиональ спортсылары зур күләмдә гонорарҙар, төрлө тауарҙарҙы рекламалап, ошондай уҡ килем ала, бер үк ваҡытта бары тик көйәрмәндәр араһында ғына, ҡайһы саҡта халыҡтың күпселеге алдында билдәлелек яулай. Профессиональ спорт өлкәһендәге хәл-ваҡиғаларҙы көйләү өсөн дөйөм йүнәлештәге һәм тар маҡсатлы ойошмалар һәм ассоциациялар төҙөлә, улар спортсыларҙы, тренерҙарҙы, спорт судьяларын, ҡайһы бер осраҡта көйәрмәндәрҙе лә берләштерә. Спорттың бизнесҡа һәм байлыҡ сығанағына әйләнеүе ярыштарҙың асыл-айышына ныҡ тәьҫир итә. Тамашалыҡ кимәле талаптарынан һәм судьялар өсөн эш уңайлығынан сығып, спорт ҡағиҙәләре үҙгәртеүҙәргә дусар ителә. Мәҫәлән, XX быуаттың 60-сы йылдарында уйынды йәнләндереү һәм тамашасыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында Американың баскетбол лигаһы, артабан Американың баскетбол ассоциацияһы ғәмәлгә өс мәрәйле ырғытыуҙы индерә,[36], һуңынан улар бөтә донъяла ҡулланылған баскетбол ҡағиҙәләренә лә өҫтәлә. 1970 йылдан профессиональ теннис турнирҙарында матч ваҡытын ҡыҫҡартыу маҡсатында сетт ә еңеү өсөн ике гейм айырма булырға тейеш системаны 6:6 тигеҙ иҫәбе булғанда уйналынған «тай-брейк» исемен алған хәл иткес гейм ҡыҫырыҡлап сығара бара[37]. XX быуат аҙағында бары тик үҙең туп биргәндә генә алынған мәрәй урынына волейболда, уйындың тамашалыҡ кимәлен күтәреү маҡстында, «ралли-пойнт» системаһы индерелә. Уға ярашлы тупты һәр отоу мәрәй бирә. Баштараҡ хәл иткес бишенсе партияла ғына ҡулланылған был ҡағиҙә 1998 йылдан матчтың башҡа партияларына ла индерелә[38].

Спорт төрҙәре үҙгәртергә

Спорт төрҙәре — ҡағиҙәләр оҡшашлығы, бер спорт федерацияһы һ. б. ошондай билдәләр нигеҙендә берләштерелгән төрлө спорт ярыштары йыйылмаһы. Халыҡ-ара олимпия комитеты күҙлегенән бер халыҡ-ара федерация үткәргән бөтә төр спорт ярыштары йыйылмаһы традицион планда спорттың айырым төрө тип ҡарала. 1993 йылға тиклем бер халыҡ-ара федерация етәкселек иткән хәҙерге заман бишбәйгеһе һәм биатлон был билдәләмәнән ситтә ҡалып килгән.

Олимпия хартияһына ярашлы танылған спорт төрҙәре олимпия спорт төрҙәре тип атала, һәм бары тик улар ғына Олимпия уйындары программаһына индерелә. Олимпия хартияһында олимпия спорт төрҙәре тип танылған спорт төрҙәре менән етәкселек итеүсе халыҡ-ара спорт федерацияларының тулы исемлеге иғлан ителгән: 2013 йылға ҡарата улар бөтәһе 35 булған. Һан яғынан сикләү Бөтә донъя допингҡа ҡаршы кодексты ҡабул итеү, һөҙөмтәләрҙең тәү сиратта "механик хәрәкәт көсө"нә бәйле булмауы, шулай уҡ теге йәки был төрҙөң таралыу дәрәжәһенән сығып билдәләнгән. Таралыу критерийҙары үҙ сиратында түбәндәгесә ҡаралған:

  • Йәйге Олимпия уйындары өсөн —ир-аттарҙың спорт төрө иң кәмендә дүрт ҡитғаның 75 илендә һәм ҡатын-ҡыҙҙар спорт төрө иң кәмендә өс ҡитғаның 40 илендә таралған булырға тейеш;
  • Ҡышҡы Олимпия уйындары өсөн — иң кәмендә өс ҡитғаның 25 илендә таралған булырға тейеш[39].

Халыҡ-ара «СпортАккорд» конвенты ҡарамағына халыҡ-ара спорт федерацияларының иң күбе тупланған — уларҙың 93-е тулы ағзалыҡ хоҡуҡтарына эйә булһа, 16-һы ассоциялаштырылған[40]). Олимпия хартияһы (6-сы ҡағиҙә) спорттың ҡышҡы төрҙәрен айырым төркөм итеп ҡарай: «ҡарҙа йәки боҙҙағы спорт төрҙәре» — бары тик улар ғына Ҡышҡы Олимпия уйындары программаһына индерелә[41].

Рәсәйҙең «Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында» тигән Федераль законы[42] ҡануниәт маҡсатынан спорт төрөн түбәндәгесә билдәләй:

Спорт төрө —спорттың ошо Федераль закон билдәләгән тәртиптә раҫланған тейешле ҡағиҙәле, шөғөлләнеү мөхите, ҡулланылған спорт инвентары (һаҡланыу сараларын иҫәпкә алмайынса) һәм ҡоролмалары булған һәм ошо Федераль закон талаптарына ярашлы ижтимағи отношениеларҙың айырым өлкәһе итеп танылған өлөшө.

Спорттың бөтә төрҙәре лә Спорттың бөтә Рәсәй реестрына индерелә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер спорт төрҙәрен айырып ҡарау Халыҡ-ара олимпия комитеты бүленешенә тап килмәүе лә мөмкин: мәҫәлән, йөҙөү, һыуға һикереү, һыуҙа туп уйыны һәм синхронлы йөҙөүҙе МОК бер спорт төрө итеп ҡарай, сөнки уларҙың барыһы менән дә бер халыҡ-ара федерация — FINA етәкселек итә, ә Рәсәй ҡанунинәте буйынса улар — төрлө спорт төрҙәре.

«Рәсәй Федерацияһында физик культура һәм спорт тураһында» Федераль закон бынан тыш (ҡануниәт маҡсатынан) спорт төрҙәренең түбәндәге төркөмдәрен айырып ҡарай:

Ғәмәли-хәрби һәм ғәмәли-хеҙмәт спорт төрҙәре — башҡарма властың ҡайһы бер федераль органдары хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм сотрудниктарының үҙ бурыстарын үтәү менән бәйле махсус ғәмәлдәргә (шул иҫәптән махсус алымдарға) нигеҙләнгән һәм башҡарма властың бер йәки бер нисә федераль орган эшмәкәрлеге менән бәйле артабан үҫкән спорт төрҙәре.

Милли спорт төрҙәре — тарихи яҡтан халыҡтың теге йәки был этник төркөмендә барлыҡҡа килгән, социаль-мәҙәни йүнәлешле һәм Рәсәй Федерацияһының бер субъекты биләмәләрендә үҫешеүсе спорт төрҙәре.

Спорт наградалары үҙгәртергә

Спорт наградалары (миҙалдар) — ярыштарҙа еңеү яулаған һәм призлы урындарҙы алған ҡатнашыусыларға һәм абсолют еңеүселәргә тапшырылған приздар һәм бүләктәр.

Спорт приздары һәм наградаларына түбәндәгеләр инә:

  • Олимпия уйындары, донъя, ҡитға, милли һәм башҡа чемпионаттар миҙалдары. Йола буйынса, беренсе урын яулаусыға «алтын миҙал», икенсе урын өсөн — «көмөш миҙал» һәм өсөнсө урынға — «бронза миҙал» тапшырыла;
  • донъя, ҡитға йә ил рекорды ҡуйған өсөн награда;
  • лавр ботаҡтары, чемпион таҫмалары;
  • кубоктар һәм башҡа төр күсмә приздар;
  • дипломдар, жетондар һәм башҡа бүләктәр [43]

Рәсәй спорты үҙгәртергә

Спорт — Рәсәй халҡының иң әүҙем һәм яратҡан шөғөлдәренең береһе. Уның менән бер үк ваҡытта профессиональ нигеҙҙә лә, һәүәҫкәр булараҡ та шөғөлләнеүселәр бихисап. Һәүәҫкәр спорт тәү сиратта физкультура төшөнсәһе менән тығыҙ бәйләнгән. Илдең күп спорт мәктәптәре донъялағы иң яҡшылар һәм алдынғылар иҫәбендә. Бының туранан-тура күрһәткесе — Олимпия уйындары, төрлө спорт төрҙәре буйынса донъя һәм ҡитға чемпионаттары кеүек мәртәбәле спорт ярыштарында юғары күрһәткестәр. Рәсәйҙең күп спортсылары донъя спорты «йондоҙҙары» булараҡ танылыу яулаған.

Спорт өлкәһендәге күп яҡлы эшмәкәрлекте төп ойоштороусы — Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы.

2008 йылғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә һәр ҡайһыһы иң кәмендә 1500 һәм унан күберәк урынлы трибуналары булған 2687 стадион, 3762 йөҙөү бассейны, 123,2 мең төрлө тәғәйенешле спорт ҡоролмалары бар[44]. 2008 йылда илдә эшләгән спорт секцияларында шөғөлләнеүселәр 22,6 миллион кеше тәшкил итеп, шуларҙың 8,1 миллионы ҡатын-ҡыҙ булған[44].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Не одно и то же//Советский спорт № 143(11762) от 20 июня 1986
  2. http://www.sportaccord.com/en/members/definition-of-sport/%7Ctitle=Definition of sport|publisher=|SportAccord|lang=en|accessdate=2013-06-19|archiveurl=[1]
  3. БОЭ
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Гайл, 2006, с. 4
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 История физической культуры и спорта. Общеуниверситетская кафедра физической культуры и спорта СПбГУ. Дата обращения: 21 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года. 2013 йыл 24 июнь архивланған.
  6. Гайл, 2006, с. 5
  7. Jeff Hartsell. Wrestling 'in our blood,' says Bulldogs' Luvsandorj (ингл.). The Post and Courier (17 март 2011). Дата обращения: 20 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года. 2013 йыл 16 март архивланған.
    Undefeatable giants // The Report: Mongolia 2012. — Oxford Business Group, 2012. — P. 239. — ISBN 1907065539.
  8. Robert Crego. Sumo Wrestling // Sports and Games of the 18th and 19th Centuries. — Westport, CT: Greenwood Publishing Group, 2003. — P. 34. — ISBN 0-313-31610-4.
  9. Гайл, 2006, с. 10
  10. Bob Dellinger. The Oldest Sport. Mount Lebanon school district. Дата обращения: 20 июнь 2013. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2010 года. 2010 йыл 11 октябрь архивланған.
  11. Гайл, 2006, с. 8—9
  12. 12,0 12,1 В. В. Григоревич. Физическая культура стран Древнего Востока // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  13. В. В. Григоревич. Физическая культура народов Америки в период до европейской колонизации // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  14. Гайл, 2006, с. 14
  15. В. В. Григоревич. Физическая культура Древнего Рима // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  16. 16,0 16,1 В. В. Григоревич. Физическая культура в Европе в Средние века // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  17. Ю. Г. Коджаспиров. Физическая культура раннего христианства // Теория и практика физической культуры. — 1999. — № 12.
  18. В. В. Григоревич. Физическая культура народов средневековой Азии // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  19. Гайл, 2006, с. 25
  20. В. В. Григоревич. Физическая культура эпохи Возрождения // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  21. Гайл, 2006, с. 29
  22. В. В. Григоревич. Физическая культура в Англии XVII — первой половины XVIII вв. // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  23. В. В. Григоревич. Роль филантропов в развитии физического воспитания // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  24. Гайл, 2006, с. 36—39
  25. 25,0 25,1 Гайл, 2006, с. 48—51
  26. 26,0 26,1 В. В. Григоревич. Развитие и укрепление международного спортивного движения // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  27. В. В. Григоревич. Формирование элементов современного физического воспитания во второй половине XIX в. и до начала Первой мировой войны // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  28. В. В. Григоревич. Возникновение внешкольных физкультурных организаций и рекреационных движений // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  29. 29,0 29,1 В. В. Григоревич. Зарождение олимпийского движения современности // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  30. Летние Олимпийские игры 1896 года. www.olympic.org. на сайте МОК (инг.)
    БОЭ. Олимпийские игры 1 Олимпиады
  31. Зайцев Александр Иосифович. Частичная утрата атлетикой её места в жизни // Культурный переворот в Древней Греции VIII—V вв. до н. э. / Под ред. Л. Я. Жмудя. — 2-е изд., испр. — СПб.: Филологический факультет СПбГУ, 2000. — С. 144—149. — ISBN 5-8465-0015-3.
  32. В. В. Григоревич. Физическая культура Древней Греции // Всеобщая история физической культуры и спорта. — М.: Советский спорт, 2008. — ISBN 978-5-9718-0254-9.
  33. Е. Ротенберг. Искусство эпохи эллинизма // Всеобщая история искусств / Ред. Р. Б. Климов.. — М.: Искусство, 1956. — Т. 1.
  34. James Figg (1684 - 1734) (ингл.). Thame Local History. Дата обращения: 19 июнь 2013. Архивировано 20 июнь 2013 года.
  35. britannica-link|76377|Boxing|2013-06-19
  36. Robert Bradley. History of the American Basketball League (ингл.). The Association for Professional Basketball Research. Дата обращения: 20 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года.
    4-Point Play Gets Approved by ABA (ингл.). Miami News (11 июль 1967). Дата обращения: 19 июнь 2013.(недоступная ссылка)
  37. Бад Коллинз (Bud Collins). Breaking with tradition (ингл.). The Age (25 ғинуар 2004). Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 24 март 2013 года.
  38. Basic Volleyball Rules (ингл.). Международная федерация волейбола (FIVB). Дата обращения: 19 июнь 2013. Архивировано 20 июнь 2013 года. 2013 йыл 8 июль архивланған.
  39. Олимпийская хартия, глава V. Олимпийские Игры, Правила 46—47. Национальный олимпийский комитет Республики Беларусь. Дата обращения: 20 июнь 2013. Архивировано из оригинала 6 июль 2013 года. 2013 йыл 6 июль архивланған.
  40. Members. SportAccord. Дата обращения: 20 июнь 2013. Архивировано из оригинала 27 июль 2013 года.
  41. Олимпийская хартия, глава I. Олимпийское движение и его деятельность, Правило 6. Национальный олимпийский комитет Республики Беларусь. Дата обращения: 20 июнь 2013. Архивировано из оригинала 8 июль 2013 года. 2013 йыл 8 июль архивланған.
  42. Федеральный закон Российской Федерации от 4 декабря 2007 г. N 329-ФЗ «О физической культуре и спорте в Российской Федерации». minstm.gov.ru. Дата обращения: 14 ғинуар 2019. Архивировано из оригинала 9 февраль 2010 года. 2010 йыл 9 февраль архивланған.
  43. БСЭ3|автор=|статья=Спортивные знаки и награды
  44. 44,0 44,1 Социально-экономические показатели Российской Федерации в 1992—2008 гг. www.gks.ru. Дата обращения: 14 ғинуар 2019. 2013 йыл 25 сентябрь архивланған. // Росстат

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә