22 май
көнө
22 май — григориан стиле буйынса йылдың 142-се (кәбисә йылында 143-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 223 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Йемен: Берҙәм Йемен Республикаһы ойошторолған көн.
- Ҡырғыҙстан: Ҡораллы көстәр көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1940: СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройының «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы булдырыла.
- 1945: Өфөләге 1-се типография файҙаланыуға тапшырыла.
- 1957: Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты эш башлай.
- 1960: СССР-ҙың Бөтә Союз радиоһында «С добрым утром!» йәкшәмбе тапшырыуы тәүге тапҡыр эфирға сыға.
- 1995: «Наш дом — Россия» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте Юстиция министрлығында рәсми теркәлеү үтә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чуева Анна Николаевна (1895—7.07.1973), ауыл хужалығы алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1929 йылдан Күмертау (хәҙер Көйөргәҙе) районы «Алтын башаҡ» колхозы йәшелсәсеһе, 1937 йылдан звено етәксеһе. РСФСР-ҙың икенсе, Башҡорт АССР-ының өсөнсө һәм дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Игебаева Маһиҙә Сибәғәт ҡыҙы (1930), хеҙмәт ветераны, 1953—1996 йылдарҙа хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөхәррире һәм өлкән мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ҡатыны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районынан.
- Боева Мәйсәрә Кәрим ҡыҙы (1945), ғалим, физик-химик. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (2006), профессор. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989).
- Гәрәев Эмир Зөфәр улы (1950), ғалим-геолог. 1988—2010 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең баш ғилми секретары. Геология-минералогия фәндәре кандидаты. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Хәсәнов Марс Мәғнәүи улы (1955), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2005 йылдан «Роснефть» компанияһының фәнни эштәр буйынса директоры, 2011 йылдан — «Газпромнефть НТЦ» йәмғиәтенең (Санкт-Петербург) генераль директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2016).
- Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (1960—29.10.2020), ғалим-зоотехник, умартасылыҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры, 2003 йылдан — генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 2015—2018 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Биология фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2010).
- Баһауетдинова Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы (1965), журналист, уҡытыусы һәм үҙешмәкәр йырсы. 1991 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм алып барыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдан «Ашҡаҙар» радиоһының өлкән мөхәррире. 2013 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Жеравина Әнисә Нурылғаян ҡыҙы (1932), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Томск дәүләт университеты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2011) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002).
- Кавардаков Владимир Александрович (1937), дәүләт, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы инженеры, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Юлбарыҫов Рәжәп Рамаҙан улы (1947), Көйөргәҙе районының Мораптал участка дауаханаһы табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Аралбаева Әминә Кәшфи ҡыҙы (1928—27.10.2014), актёр, театр белгесе, тәржемәсе. 1950 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1999).
- Платонов Николай Иванович (1958), ғалим-физик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Покровка ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғилфанов Рифҡәт Фәнил улы (1959), хужалыҡ эшмәкәре. Дүртөйлө районының «Победа» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1813: Рихард Вагнер, Германия композиторы.
- 1840: Марко Кропивницкий, Рәсәй империяһы драматургы, актёр һәм режиссёр.
- 1859: Артур Конан Дойл, Британия яҙыусыһы.
- 1885: Джакомо Маттеотти, Италия социалистик партияһы лидерҙарының береһе.
- 1905: Вилем Завада, Чехия шағиры, тәржемәсе.
- 1905: Леонид Мартынов, СССР шағиры, тәржемәсе һәм мемуарист.
- 1915: Ғәли Шәмсетдинов, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танк ротаһы командиры, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
- 1930: Марисоль Эскобар, Франция һәм АҠШ рәссамы, скульптор, сығышы менән Венесуэланан.
- 1935: Иван Чуйков, СССР һәм Рәсәй рәссамы.
- 1935: Илдар Әхмәҙиев, СССР рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- 1945: Юрий Рыбчинский, СССР һәм Украина шағиры, драматург һәм сценарист.
- 1950: Берни Топин, Британия рәссамы, йыр текстары авторы.
- 1960: Хидэаки Анно, Японияның кино режиссёры.
- 1970: Наоми Кэмпбелл, Британия актрисаһы.
- 1980: Андрей Чадов, Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 1980: Люси Гордон, Британияның кино актрисаһы, фотомодель.