26 декабрь
көнө
26 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 360-сы көнө (кәбисә йылында 361-се). Йыл тамамланыуға 5 көн ҡала.
26 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Тәрән ҡар байрамы
- Австралия, Бөйөк Британия, Яңы Зеландия, Канада, Кирибати: Бүләктәр көнө.
- АҠШ: Рәхмәт хаты көнө.
- Болгария: Атайҙар көнө.
- Намибия: Ғаилә көнө.
- Словения: Бойондороҡһоҙлоҡ һәм берҙәмлек көнө.
- Ер: Крупье көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Һауа һөжүменән һаҡлау ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
Үҙгәртергә
- 1825: Декабристар восстаниеһы.
- 1898: Пьер Кюри менән Мари Кюри радий химик элементын асыуҙары тураһында рәсми белдереү яһай.
- 1970: Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе эшмәкәрлеген башлай.
- 1975: Советтар Союзында тауыштан шәберәк осоусы «Ту-144» пассажир самолёты файҙаланыуға тапшырыла.
- 1991: СССР Юғары Советының Республикалар Советы Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ойошторолоу менән бәйле СССР-ҙың бөтөрөлөүе тураһында декларация ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар
Үҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр Үҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Ишбирҙин Сәғит Ғәтиәт улы (1925), хужалыҡ һәм партия органдары ветераны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1982 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Әбйәлил район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының производство идаралығы кадрҙар бүлеге етәксеһе. III дәрәжә Дан һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Сәйетгәрәев Сәйетмәғрүф Сәйетгәрәй улы (1916—6.04.2002), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ат ҡараусыһы, гвардия рядовойы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Алчинов Михаил Герасимович (1937), хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. Отставкалағы гвардия полковнигы. 1956—1990 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәре хеҙмәткәре, 1990—1993 йылдарҙа Баҡалы районы граждандар оборонаһы штабы начальнигы. 2008 йылдан райондың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советы рәйесе. Сығышы менән ошо райондың Яңы Кәстәй ауылынан.
- Таңатаров Марат Әхсән улы (1937—17.03.1997), ғалим-инженер‑технолог. 1960 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978 йылдан дөйөм химик технологиялар, 1984 йылдан — хеҙмәт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы мөдире. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары институты директоры, 1996 йылдың февраль—июнендә баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1980). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983) һәм уйлап табыусыһы (1977).
- Ҡорманаев Азат Тәлғәт улы (1962), иҡтисадсы, банк хеҙмәткәре. 1993 йылдан «Башкредитбанк» республика инвестиция-кредит банкы директоры; 1996—2003 йылдарҙа «УралСиб» банкы президенты. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2000). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Аксакова Ольга Григорьевна (1848—7.04.1921), Башҡортостандағы беренсе ҡымыҙ дауаханаһын (хәҙер С. Т. Аксаков исемендәге шифахана) ойоштороусы. Рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ейәнсәре. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан.
- Базанова Серафима Владимировна (1908—5.01.1994), ғалим-терапевт, юғары мәктәп уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957). Почёт Билдәһе ордены (1968) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Ляхов ауылынан.
- Степанов Лев Борисович (1908—25.06.1971), композитор. 1939 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Беренсе башҡорт балеты «Сыңрау торна» авторҙарының береһе. Сталин премияһы лауреаты (1951). Сығышы менән хәҙерге Томск ҡалаһынан.
- Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (1913—2.11.1998), башҡорт ғалим-педагогы, СССР партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1955—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. РСФСР-ҙың 5‑се саҡырылыш Юғары Советының Президиум ағзаһы, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 6-сы һәм 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1950). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1968), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин (1960) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордены кавалеры.
- Искәндәрова Ольга Юрьевна (1953), ғалим-педагог-методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Рухтин Николай Владимирович (1953), спортсы, тренер. 1983—1990 йылдарҙа спорт клубы тренеры һәм бер үк ваҡытта 1985—1994 йылдарҙа Н.Ф.Гастелло исемендәге спорт‑һауыҡтырыу лагеры директоры. Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). РСФСР чемпионы (1980—1981), РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1982), СССР чемпионатының бронза призёры (1980), И. М. Поддубный иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (Өфө, 1981). Үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселегенең бронза призёры (1973). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар Үҙгәртергә
- Ниғмәт Хәким (Хәкимов Ниғмәтулла Ғиниәтулла улы; 1899—3.08.1937), лингвист, төрҡиәтсе. 1930—1935 йылдарҙа Ҡазандағы Көнсығыш педагогия институты доценты. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылынан.
- Ғәлиуллин Заһиҙулла Талип улы (1929—28.03.2016), ғалим-инженер-механик. 1962—2004 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Газ сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының (Газпром ВНИИГАЗ) яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977 йылдан — институт директорының беренсе урынбаҫары, 1994 йылдан — «Газ транспорты» бүлеге директоры. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1974). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1974).
- Лебединцева Надежда Ивановна (1949), хеҙмәт ветераны. 1972—2013 йылдарҙа «Салауатбыяла» йәмғиәте техник директорының сифат буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002).
- Васильев Дмитрий Викторович (1979), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). 1998 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы (1998—2006, 2012). Команда зачётында Бөтә донъя универсиадаһының бронза призёры (1999). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2006, 2014). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек Үҙгәртергә
- 1194: Фридрих II Гогенштауфен, Изге Рим императоры.
- 1791: Чарльз Бэббидж, Англия математигы.
- 1869: Генрих Графтио, Рәсәй империяһы һәм СССР инженер-энергетигы, беренсе совет ГЭС-тарын төҙөүсе.
- 1869: Моисей Наппельбаум, Рәсәй империяһы һәм СССР фотография (портреттар) оҫтаһы.
- 1891: Генри Миллер, Америка яҙыусыһы, рәссам.
- 1893: Мао Цзэдун, Ҡытай дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, маоизм тәғлимәте теоретигы.
- 1893: Владимир Стржижевский, Рәсәй империяһының Беренсе донъя һуғышында билдәлелек алған хәрби осоусыһы.
- 1949: Михаил Боярский, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, йырсы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1990).
- 1949: Евгения Добровольская, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, йырсы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2005).
Был көндө вафат булғандар
Үҙгәртергә
- 1890: Бабур, Һиндостан һәм Афғанстан хакимы, Бөйөк Моголдар империяһын нигеҙләүсеһе (1526)
- 1890: Генрих Шлиман, Германия археологы, ялан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1933: Анатолий Васильевич Луначарский, СССР-ҙың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, СССР Фәндәр Академияһы академигы.
- 1937: Баязитов Мөхәммәтсафа Атаулла улы, дин һәм йәмәғәт эшмәкәре,
- 1997: Жаһит Арф, Төркиә математигы.
- 2009: Ив Роше, Франция сәнәғәтсеһе, косметика тауарҙары етештереүсе «Yves Rocher» компанияһын ойоштороусы.