Хеҙмәт Даны ордены
Хеҙмәт Даны ордены — СССР дәүләт наградаһы, СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 18 ғинуарындағы Указына ярашлы булдырыла. Орденды булдырыу эштәре менән СССР Юғары Советы Президиумы секретары М. П. Георгадзе етәкселек итә. Орден һүрәте авторы — «Гознак» фабрикаһы рәссамы Ю. М. Егоров.
Хеҙмәт Даны ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 1974 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Почёт Билдәһе» ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Хеҙмәт Даны ордены кавалерҙары |
Хеҙмәт Даны ордены Викимилектә |
Хеҙмәт Даны орденының өс дәрәжәһе булған, юғары кимәлдәгеһе — беренсе дәрәжә ордены. Бүләкләү эҙмә-эҙлекле башҡарыла: башта — өсөнсө, шунан — икенсе, һуңынан беренсе дәрәжә бирелә. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бирелгән совет ордендары араһында — берҙән-бер дәрәжәле орден. Өс дәрәжә кавалерҙарына бирелгән статуты һәм ташламалары буйынса Хеҙмәт Даны ордены хәрби Дан орденына тап килә.
Тәүге Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләү 1974 йылдың 9 авгусында үткәрелә — биш йыллыҡ планды һәм социалистик йөкләмәләрҙе алдан үтәгән өсөн:
- «Азовсталь» заводы эшселәр төркөмө
- Алыҫ Көнсығыш шахтерҙары
- Кузбасстағы «Юбилейный» шахтаһы таусылары
1983 йылдың 7 ғинуарында 35 хеҙмәт батыры Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары булып китә. Әзербайжан ССР-ының Каспбурнефтегазпром производство берекмәһе быраусыһы Вәкил Аббасов 1-cе һанлы I дәрәжә Хеҙмәт Даны орденына лайыҡ була.
Ордендың тулы кавалерҙары араһында бер Социалистик Хеҙмәт Геройы , (Б И. Вашакидзе) һәм бер Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы (М. Н. Готовцев) бар.
СССР тарихында һуңғы тапҡыр Хеҙмәт Даны ордены менән 1991 йылдың 21 декабрендә бүләкләйҙәр.
Орден статусы
үҙгәртергәОрден менән сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш һәм башҡа матди етештереү тармаҡтарымастерҙары һәм эшселәре, ауыл хужалығы колхозсылары һәм хеҙмәткәре, шулай уҡ етештереү өлкәһендә эшләмәгән хеҙмәткәрҙәр бер предприятиела, учреждениела, ойошмала, колхозда йәки совхозда фиҙаҡәр һәм һөҙөмтәле күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн бүләкләнә. Шулай уҡ уҡытыусылар (юғары һәм урта уҡыу йорттары уҡытыусылары), тәрбиәселәр, производство уҡытыу мастерҙары балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә уңыштары, уларҙы тормошҡа һәм хеҙмәткә әҙерләү һәм бер уҡыу-тәрбиәләү учреждениеһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн бүләкләнә.
Хеҙмәт Даны орденының өс дәрәжәһе бар. Юғары дәрәжәһе — беренсе дәрәжә ордены. Бүләкләү эҙмә-эҙлекле башҡарыла, башта- өсөнсө, шунан — икенсе, артабан -беренсе дәрәжә бирелә.
Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнәләр:
- юғары етештереү күрһәткестәре, пландарҙы һәм нормаларҙы системалы рәүештә артығ менән үтәү;
- юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән, юғары сифатлы продукция етештергән, материалдарҙы экономиялы тотонған хеҙмәт сығымдарын кәметкән өсөн;
- хеҙмәттәге новаторлығы, ҡиммәтле уйлап таыуҙары һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре, яңы техниканы һәм прогрессив технологияларын үҙләштереүҙә һәм ҡулланыуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн ;
- ауыл хужалығы культураларының юғары уңдырышлығын һәм малсылыҡ етештереүсәнлеген күтәреүҙә юғары уңыштарға өлгәшкән өсөн;
- сроктарҙы ҡыҫҡартыуға һәм етештереү ҡеүәтенә, мәҙәни-көнкүреш объекттары, торлаҡ йорттарының төҙөлөшө сифатын яҡшыртыуға һәм уларҙы сафҡа индереүгә ҙур хеҙмәт өлөшө өсөн;
- йәш эшселәр, колхозсыларҙы тәрбиәләүҙәге һәм уҡытыуҙағы уңыштары өсөн ;
- балалар һәм үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙағы уңыштары, уларҙы хеҙмәт һәм тормошҡа әҙерләү өсөн.
Хеҙмәт Даны орденының бөтә өс дәрәжәһенә лайыҡлылар ошондай хоҡутарға эйә:
- пенсияны 15 процентҡа арттырыу;
- билдәләнгән номалар буйынса торлаҡ майҙаны менән тәү сиратта тәьмин итеү;
- йылына бер тапҡыр (тегендә һәм кире яҡҡа) тимер юлы, һыу, һауа һәм халыҡ-ара автомобиль транспортында шәхси бушлай файҙаланыу;
- ҡала пассажир транспортының бөтә төрөндә, ауыл ерендә — район сиктәрендә республика әһәмиәтендәге автомобиль транспортында (таксиҙан башҡа) шәхсән бушлай файҙаланыу;
- бушлай шифахана һәм ял йорттарына путевкалар алыу (йылына бер тапҡыр дауалау учреждениеһы һығымтаһы буйынса). Түләүһеҙ юлламалар эш урынында бирелә, эшләмәгән пенсионерҙарға — пенсия тәғәйенләүсе органдар;
- коммуналь-көнкүреш предприятиелары, мәҙәни-ағартыу учреждениелары менән сираттан тыш хеҙмәтләндереү.
Хеҙмәт Даны ордены күкрәктең һул яғында Дан орденынан һуң йөрөтөлә һәм дәрәжә өҫтөнлөгө тәртибе буйынса урынлаштырыла.
Ордендың тасуирламаһы
үҙгәртергәI дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены бер аҙ ҡабарынҡы алтынға ялатылған күпмөйөштән ғибәрәт. Күпмөйөш өҫкө өлөшөндә таралып торған нурҙар шәлкеме менән ҡаймаланған, ә аҫҡы өлөштә — өс рәт бойҙай башағы тажы. Башаҡтары үҙ-ара «СССР» яҙыулы таҫма үрелгән. Бойҙай башаҡтары, «СССР» яҙыуы һәм таҫма контурҙары алтынға ялатылған.
Ордендың үҙәк өлөшөндә ҡыҙыл эмаль менән ҡапланған нурҙар фонында домна мейесенең, төҙөлөп ятҡан гидроэлектр станцияһының һәм өҫтән беркетелеп ҡуйылған ураҡ менән сүкеш урынлаштырылған, бөтә һүрәттәр алтынға ялатылған.
Ордендың үҙәк өлөшө тешле тәгәрмәс менән ҡаймаланған, түңәрәк буйлап алтынға ялатылған «ТРУДОВАЯ СЛАВА» яҙыуы. Тәгәрмәстең һүрәте оксидатланған. Ордендың өҫкө өлөшөндә — алтынға ялатылған контурлы биш осло ҡыҙыл эмалле йондоҙ.
II дәрәжә Хеҙмәт Даны орденының өҫкө өлөшө көмөш төҫө менән ҡапланған, ә I дәрәжә орденының үҙәк өлөшө — асыҡ зәңгәр эмаль менән.
III дәрәжә хеҙмәт Даны ордены ике аҫҡы бойҙай башҡаҡары рәттәре, таҫма контурҙары, «СССР» һәм «ТРУДОВАЯ СЛАВА» яҙыуҙары алтынға ялатылған. Ордендың ҡалған өлөшө һәм ураҡ менән сүкеш оксидатланған. Ордендың үҙәк өлөшөндә эмаль юҡ.
Ордендың бейеклеге 43 мм (өҫкө өлөшөндәге элмәк меннән бергә 47 мм), киңлеге — 41 мм.
I, II һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены көмөштән эшләнгән. Ордендың һәр дәрәжәһендә көмөш күләме — 33,264±1,389 г (1975 йылдың 18 сентябре). I һәм II дәрәжә ордендарының дөйөм ауырлығы — 36,16±1,7 г. III дәрәжә орденының дөйөм ауырлығы — 36,03 дөйөм ±1,7 г.
Орденэлмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып ебәк муар таҫма менән уратылған, таҫманың киңлеге — 24 мм, таҫма уртаһынан аҡһыл-ҡара һәм һарытөҫтәге буйҙар. Аҡһыл-ҡара буйҙың киңлеге −11 мм, һарының — 12 мм. Һары буйҙың уртаһынан ике буй үтә: беренсе дәрәжә өсөн — 5 мм киңлегендәге бер, икенсеһе өсөн — һәр береһе икешәр мм-лыҡ ике буй, өсөнсө дәрәжә өсөн — өс буй, һәр береһе 1-әр мм киңлектә.
Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалерҙары
үҙгәртергә4-се һан аҫтындағы I дәрәжә Хеҙмәт Даны орденына Башҡорт АССР-ының Илеш районы «Октябрь» колхозы комбайнсыһы Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы лайыҡ була (1983 йылдың 7 ғинуары).
Иң һуңғы I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән Брянск юл дистанцияһының өлкән юл мастеры Стененкова Валентина Александровна, Мосметростройҙың 4-се идаралығы бригадирҙары Вишняков И. С. һәм Коровкин Ю. В. бүләкләнәләр (1991 йылдың 21 декабре).
СССР тарихында иң һуңғы II дәрәжә Хеҙмәт даны ордены Магнитогорск сәнәғәт-сауҙа аяҡ кейеме предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Махмутова Зөлфиә Сәғәҙәт ҡыҙына һәм Шәкирова Мушафара Хәсән ҡыҙына бирелә. Өсөнсө дәрәжә орденына ошо уҡ предприятие эшсеһе Долгушев Владимир Михайлович лайыҡ була (1991 йылдың 21 декабре).
Ордендың хәҙерге заман тарихы
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1-се һанлы Указына ярашлы ғәмәлдән сығарыла[1].
Рәсәй Федерацияһы Президентының 1992 йылдың 2 мартындағы 442-се һанлы Указына ярашлы Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһында тергеҙелмәй[2].
Бөтәһе 1992 йылдың 1 ғинуарына ҡарата I-се дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән — 983 кеше, II дәрәжә ордены менән — 41 218, III дәрәжә ордены менән — 611 242 кеше бүләкләнә[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Государственные награды России: Нормативные правовые акты 2012 йыл 11 март архивланған.
- ↑ Государственные награды России: Нормативные правовые акты 2008 йыл 21 апрель архивланған.
- ↑ Герои страны
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 31—33.
- Потрашков С. В. Награды СССР, России и Украины. — Белгород: Клуб семейного досуга, 2011. — С. 181—184. — ISBN 978-5-9910-1393-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергәОрден Трудовой Славы Викимилектә |