15 февраль
көнө
15 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 46-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 319 көн ҡала (кәбисә йылында 320).
15 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Рәсәй: Тыуған илдән ситтә хеҙмәт бурысын үтәгәндәрҙе иҫкә алыу көнө.
- Канада: Флаг көнө.
- АҠШ: Президенттар көнө (февралдең өсөнсө дүшәмбеһе)
- Рәсәй: Хөкүмәт элемтәһе ғәскәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 438: Дөйөм ҡулланыу өсөн Рим империяһы закондарының тәүге рәсми йыйылмаһы — «Феодосий кодексы» ҡабул ителә.
- 1045: Бөйөк Новгородта София соборы төҙөлә башлай.
- 1113: Рим Папаһы Пасхалий II тәүге монах орденын — Изге Иоанн Иерусалимлының госпитальерҙарының рыцарҙар орденын таный, һуңғараҡ ул Мальта ордены булараҡ киңерәк билдәлелек ала.
- 1145: 167-се Рим Папаһы итеп Бернардо Паганелли һайлана, ул Евгений III исемен ҡабул итә.
- 1288: Конклав Джироламо Маши д’Асколиҙы бер тауыштан Рим Папаһы итеп һайлай, әммә ул баш тарта. 22 февралдә ҡабат һайлауҙан һуң ғына Джироламо Сиркәүҙе етәкләргә риза була, Николай IV исемен ала.
- 1563: Урыҫ ғәскәрҙәре Ливон һуғышы барышында Полоцк ҡалаһын ала.
- 1565: Иван IV Грозный батшаның Александров слободаһынан ҡайта һәм опричнина индереүҙе иғлан итә.
- 1717: Рәсәй империяһында тәүге тәрбиәүи китап — «Юности честное зерцало, или Показание к житейскому обхождению» баҫыла. Ул Петрҙың йәш дворян быуынын тәрбиәләүгә ҡарашының сағылышы була. Төҙөүсеһе тип Рязань һәм Муром епискобы Гавриил (Бужинский) атала. Китапты төҙөүҙә императорҙың арҡалашы Яков Брюс әүҙем ҡатнаша.
- 1763: Саксонияла, Лейпцигтан алыҫ түгел Губертусбург һунарсы ҡәлғәһендә Пруссия, Австрия һәм Саксония араһында Ете йыллыҡ һуғыштың тамамланыуын аңлатҡан солох килешеүенә ҡул ҡуйыла.
- 1775: 250-се Рим Папаһы итеп Джананджело граф Браски һайлана, ул Пий VI исемен ҡабул итә.
- 1794: Француз республикаһының өс төҫлө ("һабы янында күк, уртала аҡ һәм аҙағында ҡыҙыл ") хәрби-диңгеҙ флагы ҡабул ителә. Флаг һәм вымпел һүрәттәрен рәссам Жак Луи Давид эшләй. 1794 йылдың 17 февралендә был флагты Океан эскадраһының хәрби караптары күтәрә. 1794 йылдың 20 майында был байраҡ Францияның милли флагы итеп иғлан ителә.
- 1798: Римға Наполеон Францияһының ғәскәрҙәре баҫып инеүе һөҙөмтәһендә Рим республикаһы иғлан ителә. Ул Францияның сателлиты була һәм Франция Директорияһы тарафынан идара ителә.
- 1895: Мәскәүҙә апалы-һеңлеле Гнесиналар тәҡдиме буйынса Рәсәй империяһында балалар өсөн тәүге музыка мәктәбе асыла. Был көндө Гагарин тыҡрығындағы бәләкәй генә йортҡа «Музыкальное училище Е. и М. Гнесиных» алтаҡтаһы ҡуйыла һәм тәүге уҡыусы алына.
- 1897: Фердинанд Браун осциллографтың схемаһын баҫтырып сығара.
- 1902:Берлин метроһының беренсе юлы асыла.
- 1910: Францмя авиаторҙар клубында Михаил Никифорович Ефимов 31-се һанлы диплом ала һәм тәүге дипломлы Рәсәй авиаторы була.
- 1918: Латвия һәм Литва григориан календарына күсә.
- 1919: Петроградта Консерваторияның Ҙур залында Фридрих Шиллерҙың «Дон Карлос» пьесаһы буйынса спектакль менән Ҙур драма театры асыла.
- 1922: Гаагала Халыҡ-ара судтың тәүге ултырышы башлана.
- 1922: Латвияның Конституцияһы ҡабул ителә (1940 йылға тиклем һәм 1993 йылдың 6 июленән ғәмәлдә).
- 1932: Лейк-Плэсидта III Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1946: ЭНИАК һанлы компьютерының эше күрһәтелә.
- 1946: АҠШ-тың «Douglas DC-6» винтлы авиалайнерының тәүге осошо.
- 1947: «CCCР һәм сит ил граждандары араһында никахтарҙы тыйыу тураһында» ҡарар сыға.
- 1949: Кнессет Хаим Вейцманды Израилдең тәүге президенты вазифаһына раҫлай.
- 1950: Шарль Перроның «Золушка» тылсымлы әкиәте буйынса Уолт Дисней студияһында төшөрөлгән мультфильм премьераһы.
- 1957: СССР-ҙың сит ил эштәр министры итеп Андрей Андреевич Громыко тәғәйенләнә.
- 1959: Антонио Сеньи ҡабат Италияның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1963: Рәсәй Фәндәр Академияһының Ҡаты есем физикаһы институты ойошторола.
- 1965: Канада флагы раҫлана.
- 1973: Ҡояштағы сағыулыҡтарҙы өйрәнеү өсөн «Прогноз-3» юлдашы осорола.
- 1976: Инсбрукта XII Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамлана.
- 1989: Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу тамамлана (1988 йылдың 15 майында башлана).
- 1994: Рәсми рәүештә Рәсәйҙәге президент власы символы — Рәсәй Федерацияһы Президенты Штандарты индерелә.
- 1999: Башҡорт һәм урыҫ телдәре Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәре итеп раҫлана.
- 2010: Бельгия тарихында иң ҙур тимер юл һәләкәте була.
- 2013: Силәбе янында метеорит төшә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Журавлёв Евгений Филиппович (1910—9.02.1984) ғалим-химик-неорганик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының органик булмаған химия кафедраһы мөдире. Химия фәндәре докторы (1964), профессор (1965). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.
- Зыкин Владимир Александрович (1935), ғалим-агроном, генетик. 2009—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы академигы (1989), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Мәжит Алкин (1940), йырсы, педагог. 1971 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—1995 йылдарҙа музыка факультеты деканы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2011), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1977). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы лауреаты (1972).
- Салауатов Әмирхан Сәйфулла улы (1940), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1968—1985 һәм 1988—2001 йылдарҙа Хәйбулла районының «Таналыҡ», 1985—1988 йылдарҙа — «Матрай» совхозы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Түрйәнов Флүр Рамазан улы (1940), хеҙмәт ветераны, хужалыҡ эшмәкәре. 1984—1991 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе, артабан «Труд» фермер хужалығы етәксеһе. КПСС-тың XXII съезы һәм СССР ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре профсоюзының VII съезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почётлы фермеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Тимкә ауылынан.
- Зәйнуллина Лилиә Марат ҡыҙы (1960—10.05.2016), тел белгесе. 1989—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008—2015 йылдарҙа сит телдәр кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004). Телсе-ғалим Марат Зәйнуллиндың ҡыҙы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәсәнов Мөхәммәтсабир Мөхәммәтйән улы (1866—20.04.1924), дин әһеле. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты.
- Ғәбитов Әсфәндиәр Ғәлиәкбәр улы (1911—1998), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкының штаб начальнигы, полковник, һуғыштан һуң совет органдары эшмәкәре. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Миәкә район Советы башҡарма комитетының элекке рәйес урынбаҫары. Ҡыҙыл Байраҡ, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондан.
- Дмитриенко Анатолий Сергеевич (1931—9.06.2006), архитектор. 1957 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы Төҙөлөш идаралығының проект бюроһы архитекторы, 1959—2001 йылдарҙа «Башҡортостан Промстройпроекты» институтының баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1974—1983 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. 1970 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1979). Сығышы менән Баҡы ҡалаһынан.
- Вәлитов Нәжип Хәтмулла улы (1936—3.10.2008), ғалим-химик-технолог, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1978), профессор (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры.
- Новосёлов Владимир Викторович (1956), ғалим-инженер механик. Техник фәндәр докторы (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1998). 1982 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан гидравлика һәм гидромашиналар кафедраһы мөдире. 2001 йылдан — Мәскәүҙә. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987). Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Павельцево ҡасабаһынан.
- Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы (1956), ғалим-педагог, шағир. Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1990), доцент. 2007 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Иҫке Тамъян ауылынан.
- Шакиров Дамир Фәйез улы (1956), ғалим-гигиенист. Медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2006). 1982 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1991—1993 йылдарҙа Өфөләге «Биос» предприятиеһының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Гаршин Михаил Григорьевич (1932—3.09.1993), хужалыҡ эшмәкәре. Башҡорт АССР‑ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР‑ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
- Горшенина Софья Ивановна (1937), зоотехник. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ().
- Нурғәлиев Вил Фәтхулла улы (1937), педагог, Кушнаренко районы Баҡай мкәтәбенең элекке директоры, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы ().
- Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙы (1947), яҙыусы, уҡытыусы. Рамазан Өмөтбаев (2009) һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге (2011), шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты.
- Шляхов Дмитрий Юрьевич (1967), спортсы. Парашют спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2004).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дауытова Дилә Рәхим ҡыҙы (1908—21.7.1990), театр артисы, 1936—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, 1946 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1957).
- Тартыҡов Садыҡ Насретдин улы (1913—1995), дәүләт, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1968—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы министры. БАССР-ҙың V—VIII саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Ике Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Мәһәҙиев Басир Дәүләт улы (1933—2.06.2014), тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре кандитаты (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы (1986), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
- Асҡаров Тимерйән Динмөхәмәт улы (1938—2005), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1960—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының Фрунзе исемендәге колхоз механизаторы. Ленин ордены кавалеры.
- Фильчёв Виктор Васильевич (1948), баянсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, профессор (2001). РСФСР-ҙың (1984) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы. Сығышы менән хәҙерге Һамар ҡалаһынан.
- Хәсәнова Винира Ғиниәт ҡыҙы (1948), театр артисы. 1974—2012 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2005).
- Хәмиҙуллин Илдар Әнүәр улы (1958), Көйөргәҙе районының «Ремонтсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Иванов Пётр Игнатьевич (1904—9.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, кавалерия полкы командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- Ғәфиәтуллин Рәфәиз Хажи улы (1929—23.07.2007), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1977), профессор. (1982). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1995), СССР Геология министрлығының почётлы ер аҫтын тикшереүсеһе (1989). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2002).
- Исламов Рәфис Усман улы (1944), хужалыҡ эшмәкәре. 1984—2000 йылдарҙа Ҡариҙел районының «Совет» колхозы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Фәнүнә Сиражетдинова (1949), йырсы, уҡытыусы. 1969—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- Фазлетдинов Камил Нәжми улы (Камил Фазлый; 1949), мәғариф хеҙмәткәре, сатирик яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Туҙлыҡыуыш ауылынан.
- Бикбаев Илдар Зиннур улы (1959), йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк штабы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
- Мәүлитов Таһир Рыфат улы (1959), ғалим—хирург‑травматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1564: Галилео Галилей, Италия ғалимы, тәбиғәт фәндәренә нигеҙ һалыусы.
- 1862: Савва Морозов, Рәсәй империяһы эшҡыуары, меценат.
- 1935: Илһам Шакиров, СССР йырсыһы, РСФСР-ҙың (1983), Татар (1969) һәм Ҡараҡалпаҡ (1981) АССР-ҙарының халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1857: Михаил Иванович Глинка, рус композиторы.
- 1938: Туйкин Кәбир Кәрим улы, яҙыусы, драматург һәм шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1953: Рәимов Риф Мөхсин улы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәүге башҡорт совет тарихсы-ғалимдарының береһе, тарих фәндәре докторы (1950).