2 май
көнө
2 май — григориан стиле буйынса йылдың 122-се (кәбисә йылында 123-сө) көнө. Йыл аҙағына тиклем 243 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1910: Рәсәй империяһының лётчик-һынаусыһы Сергей Уточкин Мәскәүҙә аэропланда тәүге күрһәтмә осош яһай.
- 1930: Горький ҡалаһында (хәҙерге Түбәнге Новгород) буласаҡ Горький автомобиль заводына нигеҙ ташы һалына.
- 1945: Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре фашист Германияһының баш ҡалаһы Берлинды ала.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Викулин Иван Михайлович (1940), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1975), профессор (1977). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1988) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1990) лауреаты. Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Һамар ауылынан.
- Зарипова Маргарита Радик ҡыҙы (1960), журналист. 1993—2016 йылдарҙа «Башҡортостан Республикаһының Яңаул телевидениеһы һәм радиоһы» муниципаль автоном учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районының Ҡорос урмансылығы ҡасабаһынан (1960-сы йылдар аҙағында бөткән).
- Әсәҙуллин Әнис Ҡасим улы (1965), иҡтисадсы, хужалыҡ эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәткәре. 2016 йылдан Мәсетле район хакимиәте башлығы. Сығышы менән ошо райондың Абдулла ауылынан.
- Рәхимов Илһам Ринат улы (1970), театр артисы. 1991 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе актёры, 2016 йылдан башҡорт драма театрының художество етәксеһе, 2018 йылдан театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002), «Театр яҙы» республика фестивале лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Табылды ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (1936), ғалим-агроном, партия һәм дәүләт эшмәкәре, бғары мәктәп уҡытыусыһы. БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баһау Нуриманов (1893—11.08.1918), Башҡортостандағы революция хәрәкәте етәкселәренең береһе, граждандар һуғышынданда ҡатнашыусы.
- Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы (1918—25.11.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Советтар Союзы Геройы (1944).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғиләжетдинов Тажетдин Баһауетдин улы (1924—14.08.2012), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры. Майор (2000). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Фадеева Анна Алексеевна (1969), спортсы, 2006—2012 йылдарҙа тренер‑уҡытыусы. Спорт ориентирлашыуы буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002). СССР (1990) һәм Рәсәй (2005—2007) чемпионы. СССР-ҙың (1991) һәм Рәсәйҙең (1992—2009) йыйылма командалары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1660: Алессандро Скарлатти, барокко дәүере Италия композиторы, неаполитан опера мәктәбенә нигеҙ һалыусы.
- 1695: Джованни Никколо Сервандони, Италия архитекторы, театр рәссамы.
- 1729: Екатерина II, 1762—1796 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1860: Уильям Мэддок Бейлисс, Британия физиологы.
- 1860: Теодор Герцль, Австрияның йәһүд журналисы, сәйәсмән, сәйәси сионизмға нигеҙ һалыусы.
- 1895: Анатолий Железняков, Рәсәй империяһы матросы, анархист, Рәсәйҙәге 1917 йылғы революцияла һәм Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- 1912: Күләш Байсәитова, опера йырсыһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
- 1935: Валентин Лавров, СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм журналист, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы.
- 1960: Георге Иванов, дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән, 2009—2019 йылдарҙа Македония президенты.
- 1985: Лили Аллен, Британия йырсыһы, актриса, телетапшырыуҙар алып барыусы, йырҙар авторы.