Сыуаш теле (cыу. Чăваш чĕлхи, Çovaş Çölhi, چأۋاش چۀلخې) — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.

Сыуаш теле
cыу. Чăваш чĕлхи
Ҡыҫҡаса атамаһы чувашский, чуваська, чӑвашла һәм чувашаг
Дәүләт  Рәсәй[1]
 Украина
 Ҡаҙағстан[2]
 Үзбәкстан[3]
Барлыҡҡа килгән Сыуашстан
Административ-территориаль берәмек Сыуашстан, Мәскәү, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Һамар өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Красноярск крайы һәм Ырымбур өлкәһе
Алдағы болғар теле[d]
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Килештәр абессив[d]
Яҙыу Чувашская письменность[d] һәм Кирил алфавиты
Телде көйләүсе Гуманитар фәндәр буйынса Сыуаш дәүләт университеты[d]
Телдә һөйләшеүселәр 738 070 кеше (2024)[4]
Телдең ЮНЕСКО статусы 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][5]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d][6]
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…
Карта распространения
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу чуваш.
Викимедиа проекттарында тел коды cv
 Сыуаш теле Викимилектә

Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.

Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).

Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.

Фонетик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.

Морфология

үҙгәртергә

Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.

Сыуаш теленең алфавиты

үҙгәртергә
Файл:Chuvas-rus-avtovkzal.jpeg
Чебоксар автовокзалы. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендә яҙылған алтаҡта
Файл:Chuvas-rus-vokzal-2.jpeg
Чебоксар. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендәге урам күрһәткесе

Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.

А а Ӑ ӑ Б б В в Г г Д д Е е
Ё ё Ӗ ӗ Ж ж З з И и Й й К к
Л л М м Н н О о П п Р р С с
Ҫ ҫ Т т У у Ӳ ӳ Ф ф Х х Ц ц
Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э
Ю ю Я я
Хәреф Исеме IPA Башҡортса
А а а [a] Аа
Ӑ ӑ ă [ɒ~ɔ] Оо
Б б бӑ [b] Бб
В в вӑ [ʋ] Уу;Үү
Г г гӑ [ɡ] Гг;Ғғ
Д д дӑ [d] Дд
Е е е [je] Ее
Ё ё ё [jo] Ёё
Ӗ ӗ ӗ [ɘ] Өө
Ж ж жӑ [ʒ] Жж
З з зӑ [z] Зз
И и и [i] Ии
Й й йӑ [j] Йй
К к кӑ [k] Кк;Ҡҡ
Л л лӑ [l] Лл
М м мӑ [m] Мм
Н н нӑ [n] Нн
О о о [o] /
П п пӑ [p] Пп
Р р рӑ [r] Рр
С с сӑ [s] Сс
Ҫ ҫ çӑ [ɕ] Щщ
Т т тӑ [t] Тт
У у у [u] Уу
Ӳ ӳ ӳ [y] Үү
Ф ф фӑ [f] Фф
Х х хӑ [χ] Хх;Һһ
Ц ц цӑ [ʦ] Цц
Ч ч чӑ [ʧ] Чч
Ш ш шӑ [ʃ] Шш
Щ щ щӑ [ʃ͡ʧ] Щщ
Ъ ъ хытӑлӑх палли Ъъ
Ы ы ы [ɯ] Ыы
Ь ь çемçелӗх палли [ʲ] Ьь
Э э э [ɛ] Ээ
Ю ю ю [ju] Юю
Я я я [ja] Яя

Башҡортостанда cыуаш теле

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).

  • Чувашский язык: история и современность. Чебоксары, 1994.
  • Эктор Алос-и-Фонт, «Преподавание чувашского языка и проблема языкового поведения родителей», Чувашский государственный институт гуманитарных наук, 2015, Шупашкар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. ScriptSource - Russian Federation
  2. ScriptSource - Kazakhstan
  3. ScriptSource - Uzbekistan
  4. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  5. Красная книга языков ЮНЕСКО
  6. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675