23 май
көнө
23 май — григориан стиле буйынса йылдың 143-сө (кәбисә йылында 144-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 222 көн ҡала.
23 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 май Викимилектә |
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя спорт көрәше көнө.
Рәсми булмаған
- Ер: Бөтә донъя гөбөргәйел көнө.
- Әзербайжан: Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1759: Өфө кремленең Михайлов башняһына эләккән йәшендән көслө янғын сыға һәм ҡаланың 210 йорто, воевода йорто, провинция канцелярияһының бинаһы, төрмә, гауптвахта, сауҙа рәттәре, ҡатын-ҡыҙҙар монастыры, бер нисә сиркәү яна.
- 1930: «Комсомольская правда» гәзите Ленин ордены менән бүләкләнә.
- 1931: ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы Умартасылыҡ үҙәге ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Дыуан район гәзите сыға башлай.
- 1935: Өфө—Новосибирск маршруты буйынса велоуҙышҡа старт бирелә.
- 1972: Учалы ҡалаһында хәҙерге Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дәүләтов Бәкер Рәхим улы (1915—31.03.1982), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының пулемёт расчеты командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Дёмин Юрий Сергеевич (1940—13.11.2009), СССР һәм Рәсәйҙең партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1994—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Сафина Мария Петровна (1960), педагог, музыкант, махсус урта музыка колледжы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Фәрүәз Урманшин (1970), ҡурайсы, йырсы, театр актёры. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы «Юлдаш» радиоһының «Яңылыҡтар» бүлеге алып барыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы (2012).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Ғамил Афзал (Абзалов Ғамил Ғимаҙетдин улы; 1921—20.08.2003), шағир. 1954—1964 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Шәрип ауылында йәшәй, ауылдаштарына «Шәрип ауылы», «Шәрип урманы» исемле шиғырҙарын арнаған. Татарстандың халыҡ шағиры (1991). Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977). Почёт Билдәһе ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы Таҡталасыҡ ауылынан.
- Панов Николай Михайлович (1951—15.06.2021), театр актёры. 1982 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1974 йылдан Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (1999) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1991) артисы. Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале дипломанты (Вышний Волочёк ҡалаһы, 2006).
- Грошева Надежда Дмитриевна (1961), хеҙмәт алдынғыһы. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Гәрәев Рәфит Яхъя улы (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1955—1997 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Әсән» колхозы механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Әсән ауылынан.
- Назаров Василий Фёдорович (1942—25.04.2019), ғалим-физик. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2001), академик И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Өфө районы Шемәк ауылынан.
- Дусов Данис Әкрәм улы (1947), комсомол, партия һәм дәүләт органдары, ауыл хужалығы ветераны, йәмәғәтсе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1993).
- Ғәлиуллин Радик Зыя улы (1952—11.02.2016), инженер-төҙөүсе. 1976—1988 йылдарҙа «Башмелиоводхоз» махсус тресының 8-се күсмә механизацияланған колоннаһы һәм «Башмелиоводхоз» идаралығы Мәсетле филиалының инженеры, бүлек начальнигы, баш инженеры һәм директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән ошо райондың Оло Аҡа ауылынан.
- Ғабдрахманова Рима Әсхәт ҡыҙы (1957), педагогик хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһы 25-се Белем үҙәгенең элекке директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Шамил Ҡолбарисов (1923—30.09.2004), композитор, йырсы (баритон) һәм режиссёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1978 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1957) ордендары кавалеры.
- Таһиров Фәхрәзи Әхмәҙиә улы (1928—2019), электрик, 1948—1988 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһе электромонтёры, мастеры, 1964—1988 йылдарҙа өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1975). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Бәләкәй Үтәш ауылынан.
тулы исемлек
- Олейник Николай Николаевич (1953), ғалим-ветеринария табибы, муниципаль орган хеҙмәткәре. 1996—2014 йылдарҙа Өфө районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Ветеринария фәндәре кандидаты (1985), доцент. Рәсәйҙең (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Айыуханов Закир Насир улы (1889—22.06.1961), тел белгесе, педагог-методист. 1937—1959 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1959–1961 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Башҡорт алфавитын төҙөүселәрҙең береһе, дәреслек һәм уҡытыу‑методик әсбаптар, шул иҫәптән «Әлифба»ның авторы.
- Шәһәров Ишбулды Рәжәп улы (1929—2010), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре кандидаты, доцент. Һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан.
- Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы (1934—4.10.2021), тел белгесе, педагог‑методист, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 1976—1989 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире; 1989—2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2007). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006). Дуҫлыҡ ордены кавалеры.
- Кашелевский Геннадий Исаакович (1934—10.02.2009), конструктор. 1967—1979 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, 1979—2009 йылдарҙа Өфөләге Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу институты хеҙмәткәре. 80‑дән ашыу уйлап табыу авторы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1998). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1707: Карл Линней, Швецияның тәбиғәтте өйрәнеүсеһе, табиб; хайуандар һәм үҫемлектәр доньяһының дөйөм классификацияһын төҙөүсе.
- 1790: Жюль Себастьен Сезар Дюмон-Дюрвиль, Францияның диңгеҙ сәйәхәтсеһе, Тымыҡ океанды тикшереүсе.
- 1805: Иоганн Генрих Буфф, Германия ғалимы, химик һәм физик.
- 1810: Маргарет Фуллер, АҠШ яҙыусыһы.
- 1885: Николай Зубов, Рәсәй империяһы һәм СССР-ҙың океандар тикшереүсеһе, контр-адмирал-инженер.
- 1925: Джошуа Ледерберг, АҠШ ғалимы, генетик, физиология һәм медицина буйынса 1958 йылғы Нобель премияһы лауреаты.
- 1930: Виталий Вульф, СССР һәм Рәсәй тәнҡитсеһе, театр белгесе, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1998).
- 1935: Фәсил Әхмәтов, СССР композиторы, РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең (1992) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
- 1935: Флора Әхмәтова-Урмансы, СССР ғалимы, фольклорсы, тәржемәсе, Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- 1945: Михаил Багдасаров, цирк артисы, Әрмән ССР-ының атҡаҙанған (1980) һәм Рәсәйҙең халыҡ (1997) артисы.