8 август
көнө
8 август — григориан стиле буйынса йылдың 220-се (кәбисә йылында 221-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 145 көн ҡала.
8 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Бутан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Ҡытай Республикаһы: Атайҙар көнө.
- Швеция: Флаг көнө.
- Рәсәй: Физкультурниктар көнө (августың икенсе шәмбеһе).
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Воробьёв Леонид Николаевич (1890—1.10.1969), СССР-ҙың тел белгесе, филолог, профессор. 1929—1932 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) директоры урынбаҫары, тел ғилеме һәм әҙәбиәт кафедраһы мөдире.
- Рахманович Анисим Наумович (1905—10.03.1985), ғалим-инженер-механик. 1949—1983 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1958—1963 йылдарҙа авиация двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1948), профессор (1950). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Кропивницкий ҡалаһынан.
- Лаврёнова Гөлшат Зиннәт ҡыҙы (1955), педагог, мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләре ветераны, 2002—2016 йылдарҙа Әбйәлил район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000) һәм мәғариф алдынғыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Фәрит Бикбулатов (1936—26.11.2016), башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
- Арыҫланов Рифхәт Мөхәмәт улы (1946), сценограф, рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1978 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1999) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2013) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Круглов Григорий Михайлович (1927), Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (1996), СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Татарстандың Алексеев районы Сакон ауылынан.
- Бәхтиев Индус Мәғәфүр улы (1937), 1974—2002 йылдарҙа Краснокама районының «1 Май» колхозы рәйесе, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән Яңы Аҡтанышбаш ауылынан.
- Косарев Михаил Николаевич (1957), «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2018), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мельников Борис Васильевич (1923—6.12.1951), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, эскадрилья командиры урынбаҫары, гвардия капитаны (1947). Советтар Союзы Геройы (1945).
- Ибәтуллин Ғәйнулла Хәлиулла улы (1943), ауыл хужалығы ветераны, Стәрлетамаҡ районының элекке «Йондоҙ» колхозы бригадиры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Талас ауылынан.
- Буланкин Дмитрий Александрович (1978), спортсы. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2010). Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге спорт клубы өсөн 2000 йылдан башлап сығыш яһай. 2002 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Чулошников Александр Петрович (1894—1941), СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Башҡортостан тарихы буйынса белгес. Тарих фәндәре кандидаты (1935).
- Маньшин Василий Петрович (1924—18.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие расчёты командиры, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Шамаев Әмир Ғабдрахман улы (1929—25.03.2017), медицина өлкәһе эшмәкәре, ғалим-табип, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы.
- Шаһиәхмәтова Светлана Георгиевна (1939), композитор, педагог. 1967—1972 йылдарҙа БАССР Композиторҙар союзының яуаплы секретары. 1964 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Жернаков Владимир Сергеевич (1944), ғалим-инженер-механик, 1993—2003 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетының фән буйынса проректоры. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (2018), техник фәндәр докторы (1992), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1992), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Күлбаев Мөсәлим Георгий улы (1969), театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2005).