Зарипов Әбүзәр Ғариф улы

Зарипов Әбүзәр Ғариф улы (1 ғинуар 1938 йыл — 11 февраль 2005 йыл) — нефтсе-ғалим, шағир һәм публицист. Техник фәндәре кандидаты (1978), профессор, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2004). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1966). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994). Йәрмәкәй районы ның почётлы гражданы.

Зарипов Әбүзәр Ғариф улы
Тыуған көнө

1 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылы

Вафат булған көнө

11 февраль 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (67 йәш)

Вафат булған урыны

Октябрьский ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

нефтяник, шағир, публицист

Наградалары һәм премиялары

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1966), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1994).

Биографияһы үҙгәртергә

Әбүзәр Ғариф улы Зарипов 1938 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуған. Бала һәм үҫмер сағы ауыр һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарға тура килә. 1945 йылда мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай. Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм 1959 йылда уны тамамлай.

1963 йылдан «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында (НГДУ) ҡоролма (установка) начальнигы, цехтың өлкән инженеры булып эшләй. Рационализаторлыҡ тәҡдимдәр яһай, уларҙы производствоға индерәләр. 1978 йылда Әбүзәр Зарипов техник фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1983 йылдан — ВНИИКАнефтегаздың Октябрьский филиалы директоры, уның етәкселеге аҫтында филиал Ғилми- тикшеренеү институтына әүерелә.

1987 йылдан — Әбүзәр Зарипов Өфө нефть институтының разведка һәм эшкәртеү кафедраһы доценты (Октябрьский ҡалаһындағы филиалы). 1988—1989 йылдарҙа «Экология» ғилми-техник үҙәген һәм Ыҡ йылғаһын Ҡотҡарыу комитетын ойоштора. 1993 йылда филиалдың директоры итеп тәғәйенләнә, был вазифала 4 йыл эшләй. Ул 200-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә авторы, 40-ҙан ашыу фәнни асыштар яһай, уның эштәре бөтә илгә тарала[1].

Әбүзәр Ғариф улы 2005 йылдың 11 февралендә Октябрьский ҡалаһында вафат була[2].

Ижады үҙгәртергә

Ғилми, публицистик һәм йәмғиәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән Әбүзәр Зарипов бик ныҡ әҙәби ижадҡа ла ынтыла. Шиғырҙар шәлкеме республика һәм район матбуғатында 1960-сы йылдарҙан күренә башлай. Аҙаҡҡы 10 йыл эсендә бер-бер артлы татар һәм рус телендә 16 шиғырҙар, поэмалар, публицистик әҫәрҙәрe йыйынтыҡтары нәшер ителә: «Ете йыр» (1989), «Үҙ еремдә — үҙ йырҙарым» (1991), «Һуңлап килгән яҙ» (1994), «Тормош тулҡындары» (1997), «Өмөт» (2000), «Минең экологик михнәттәрем» (1999) һәм башҡалар[1]. рус телендә «У судеб нет вариантов» («Яҙмыштарҙан уҙмыштар юҡ») исемле роман-трилогия өҫтөндә эшләй ине.

Китаптары үҙгәртергә

  • Ғүмер тулҡындары: шиғырҙар, йырҙар / Ә.Зǝрипов. — Ҡаҙан: К.Якуп исемендəге Полиграфкомбинат, 1997. — 170 б.
  • Йылдар юлларҙай йүгерә…: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар / Ә.Зǝрипов. — Туймазы: «Туймазы мәғлүмәт — нəшриәт үҙәге», 2002. — 225 б.
  • Мои экологические мытарства: документальная публицистическая повесть / А.Зарипов. — Октябрьский: МУП «ТИИЦ», 2002. — 165 с.
  • Не замутим воды родимой: статьи, интервью, высказывания и мысли / А.Зарипов. — Октябрьский: Туймазы ҡала типографияһы, 1995. — 104 б.
  • Өмөт: шиғырҙар, йырҙар / Ә.Зǝрипов. — Октябрьский: Туймазы ҡала типографияһы, 1998. −192 б.
  • Седьмой: стихи // Озарение души: литературный альманах на татарском и русском языках /А.Зарипов / Под ред. Шарафисламова М. Д. — Уфа: Издательско-полиграфический комплекс, 1999. — С. 20-21.
  • Һуңлап килгəн яҙ: шиғырҙар / Ә.Зǝрипов. — Туймазы: Издательство «ТГТ», 1994.-143 б.
  • Үҙ еремдә үҙ йырым / Ә.Зǝрипов. — Туймазы: Туймазы ҡала типографияһы, 1987. — 18 б.
  • Ышаныс: шиғырҙар, йырҙар һəм поэмалар / Ә.Зǝрипов. — Октябрьский: Октябрьская гор. типография Мининформпечати РБ, 1999. — 168 б.

[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 https://ermekeevo.bashkortostan.ru/about/honorary/293073/(недоступная ссылка)
  2. http://ermekeevsky-raion.ru/zaripov-abuzar-garifovich/ 2016 йыл 24 декабрь архивланған.
  3. http://www.xn--b1afaaa2amvl.com/2012-03-24-11-32-12/225-1938-2005 2016 йыл 18 август архивланған. Литературная карта района

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [1] 2016 йыл 18 август архивланған. Литературная карта района.
  • [2](недоступная ссылка) Зарипов Абузар Гарифович.
  • [3] 2016 йыл 24 декабрь архивланған. Ермекеевский район.