2 август
көнө
2 август — григориан стиле буйынса йылдың 214-се (кәбисә йылында 215-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 151 көн ҡала.
2 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Гайана: Азатлыҡ көнө.
- Төньяҡ Македония: Республика көнө.
- Сербия: Авиация көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1790: Америка Ҡушма Штаттарында беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.
- 1887: Америкала Роуэль Ходже (Rowell Hodge) сәнскеле тимер сыбыҡҡа патент ала.
- 1916: Мәскәүҙә АМО (русса Автомобильное моторное общество) заводы сафҡа инә, 1933 йылда ЗиС (русса завод имени Сталина), 1956 йылдың 26 июненән — ЗиЛ (русса завод имени Лихачёва).
- 1930: СССР-ҙа Мәскәү хәрби округы учениеларында Воронеж ҡалаһы янында беренсе тапҡыр һауа десанты төшөрөлә. Артабан был көн Советтар Союзында, хәҙер Рәсәйҙә лә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө булып билдәләнә. Беренсе десантсыларҙың һаны 12 була.
- 1933: СССР-ҙа Беломор-Балтик каналы асыла.
- 1934: Адольф Гитлер Германия фюреры итеп иғлан ителә.
- 1945: Потсдам конференцияһы эшен тамамлай.
- 2007: «Мир» тәрән һыуҙарға төшөү аппараты донъяла тәүге тапҡыр Төньяҡ полюста Төньяҡ боҙло океан төбөнә төшә һәм унда Рәсәй флагын һәм киләсәк быуындарға яҙма мөрәжәғәт һалынған капсула ҡалдыра.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Наймушина Ольга Васильевна (1965), хеҙмәт алдынғыһы. Благовещен арматура заводының инженер-конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тулвинский Шәйхулла Сибәғәтулла улы (1886—15.10.1970), уҡытыусы, шағир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улы (Әҙһәм) (1926 — 26.07.2001), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Бөйөк Ватан Һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
- Әсбәпова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (1936), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан.
- Бабиков Антон Игоревич (1991), Рәсәй спортсыһы, биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Эстафетала 2017 йылғы донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры (2015) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2017).ы (2017)
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡәләмова Фәнжиә Сәхиәр ҡыҙы (1947 — 1.03.2010), хеҙмәт алдынғыһы, агроном. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡарағужа ауылынан.
- Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы (1952), СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Харисов Фәрит Фәхрәзи улы (1958), педагог, Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. Педагогия фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Истәк ауылынан.
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (Рөстәм Нурыев; 1963), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Стефан (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 1889—6.10.1960), дин әһеле, 1942—1944 йылдарҙа Өфө һәм Минзәлә архиепискобы. Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Сығышы менән Харьков губернаһының Палеевка ауылынан.
- Воробьёв Николай Фёдорович (1904—21.03.1976), ғалим-невролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1951—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре кандидаты (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.
- Журавлёв Василий Николаевич (1904—15.11.1987), СССР кинорежиссёры, үҫмерҙәр өсөн совет киноһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ артисы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Чеботарёв Илья Егорович (1929—2.05.1982), ғалим-ветеринария табибы, 1961—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1966 йылдан — ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Сығышы менән элекке Үҙәк Черноземье өлкәһенең Берёзовка ауылынан.
- Саҙриев Миҙхәт Минша улы (1934—2.12.2016), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1971), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙер Туймазы ҡалаһы составына ингән Түбәнкүл ауылынан.
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы (1939—21.07.1988), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1962 һәм 1966—1988 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының изолировщигы һәм торба һалыу краны машинисы. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры (1985).
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (1954), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Учалы ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1805: Никанор Чернецов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1820: Джон Тиндаль, Англия физигы, күк йөҙөнөң зәңгәр төҫтә булыуын беренсе аңлатыусы.
- 1900: Илья Старинов, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышының партизан-диверсанты.
- 1905: Леонид Ленч (төп фамилияһы Попов), СССР-ҙың юморист яҙыусыһы.
- 1905: Мирна Лой, Америка киноактрисаһы.
- 1928: Георгий Сафаров, хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы.
- 1929: Валерий Аграновский, СССР журналисы, яҙыусы, драматург.
- 1945: Георгий Мовсесян, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995) һәм халыҡ артисы (2001).
- 1960: Оливье Грюнер, Франция киноактёры, кикбоксинг буйынса элекке донъя чемпионы.
- 1970: Кевин Смит, Америка режиссёры, актёр һәм сценарист.
- 1980: Александр Емельяненко, Рәсәй спортсыһы, көрәшсе.
- 1990: Элизабет Дебики, Австралияның театр һәм кино актрисаһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1923: Хардинг Уоррен Гамалиел, АҠШ-тың 29-сы Президенты.
- 1964: Ишкинин Ишмәй Иштубай улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).
- 2011: Андрей Петрович Капица, СССР һәм Рәсәй географы һәм геоморфологы, СССР Фәндәр академияһының (һуңынан Рәсәй Фәндәр Академияһы) ағза-корреспонденты.
- 2014: Ольга Воронец, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.