4 август
көнө
4 август — григориан стиле буйынса йылдың 216-сы (кәбисә йылында 217-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 149 көн ҡала.
4 август | |
![]() |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Кук утрауҙары: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы (1850— ?), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы (1906—1917) депутаты. Дворян. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы, полковник.
- Андрианов Денис Андрианович (1940), ғалим-агроном. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1975 йылдан — гидромелиорация һәм урман хужалығы, урман хужалығы, агрономия факультеттары деканы, 2005 йылдан — ректор ярҙамсыһы, 2006—2009 йылдарҙа профсоюз комитеты рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сурай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (1921—18.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вейс Мильда Яковлевна (1927), ауыл хужалығы ветераны, 1941-1982 йылдарҙа Архангел районы М. Горький исемендәге колхоз һауынсыһы. Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы (2005).
- Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы (1932—29.02.2004), ғалим-физиолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Осипов Денис Александрович (1957), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1987 йылдан Мишкә районының Ленин исемендәге колхозы (хәҙер ауыл хужалығы артеле) рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Антонов Леонид Андреевич (1938), тимер юл ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. Куйбышев тимер юлы Башҡортостан территориаль идаралығының ветерандар советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пищальников Владислав Тимофеевич (1924—2012), Башҡортостан радио һәм телевидениеһының беренсе тауыш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Булат Рафиҡов (1934—26.04.1998), яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
- Ширяев Леонид Андреевич (1939), ғалим-социолог. 1977—2011 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2002 йылдарҙа Ватан тарихы һәм культурология кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Ивановка ауылынан.
- Марис Нәзиров (1949—3.02.2013), журналист һәм шағир. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1755: Никола Жак Конте, Франция рәссамы, механик.
- 1895: Софья Гиацинтова, театр һәм кино актёры, режиссёр, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1901: Луи Армстронг, АҠШ-тың джаз торбасыһы.
- 1905: Борис Александров, СССР һәм Рәсәй композиторы, хәрби дирижёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1958), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972), генерал-майор (1972).
- 1910: Уильям Шуман, АҠШ композиторы.
- 1914: Борис Ласкин, СССР шағиры, сценарийҙар һәм йыр текстары авторы («Спят курганы тёмные» һ. б).
- 1945: Геннадий Бурбулис, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1945: Виктор Смирнов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
- 1955: Билли Боб Торнтон, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм йырсы, «Оскар» кинопремияһы һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
- 1961: Барак Обама, АҠШ-тың 44-се президенты.
- 1970: Глеб Самойлов, СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, «The Matrixx» төркөмөнең хәҙерге һәм «Агата Кристи» төркөмөнең элекке солисы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1875: Андерсен Ханс Кристиан, Дания яҙыусыһы, шағиры, әкиәттәр авторы.
- 1900: Исаак Ильич Левитан, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1905: Вальтер Флемминг (Walther Flemming), Германия анатомы, күҙәнәктең нәҫел материалдарын өйрәнеүсе цитогенетика фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1944: Кшишитоф Бачинский, Польша шағиры.
- 1983: Юрий Борисович Левитан, СССР дикторы, РСФСР-ҙың (1973) һәм СССР-ҙың (1980) халыҡ артисы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Совинформбюро» хәбәрҙәрен радионан уҡыусы.
- 1984: Роман Иринархович Тихомиров, СССР музыканты, кинорежиссёр һәм сценарист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.