16 октябрь
көнө
16 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 289-сы көнө (кәбисә йылында 290-сы). Йыл аҙағына тиклем 76 көн ҡала.
16 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Икмәк көнө.
- Аҙыҡ-түлек көнө.
- Анестезиологтар көнө.
- Босс (төрлө кимәл коллективтарҙың етәксеһе) көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1919: Башҡортостандың хәҙерге Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ойошторола.
- 1929: Тажик ССР-ы ойошторола.
- 1964: Ҡытай беренсе йәҙрә ҡоралына һынау үткәрә.
- 1983: «Мумий Тролль» төркөмө ойошторола.
- 1988: Үҙәк телевидениела «Ҡол ҡыҙ Изаура» сериалы күрһәтелә башлай.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Положенцев Пётр Артемьевич (1900—30.08.1982), ғалим-зоолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1935—1949 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) зоология кафедраһы мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы. (1944). РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1945) атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Сергиевский районы Ҡарабай ауылынан.
- Вәхитов Рөстәм Ринат улы (1970), ғалим-философ, шағир һәм прозаик. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1996), доцент. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кирәев Марат Солтан улы (1947—2006), хужалыҡ эшмәкәре, «Учалы-һөт» предприятиеһының 2000—2006 йылдарҙағы генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Абдуллин Марат Ибраһим улы (1948), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000—2011 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының химия-технология факультеты деканы. Химия фәндәре докторы (1988), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). Яҙыусы һәм драматург Ибраһим Абдуллиндың улы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Шаран ауылынан.
- Зәйнетдинова Римма Әлтәф ҡыҙы (1948), табип, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының элекке баш табип урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Гөлфиә Янбаева (1953), журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. «Киске Өфө» ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзитенә нигеҙ һалыусы һәм 2002 йылдың ноябрь айынан баҫманың алмаштырғыһыҙ баш мөхәррире. III һәм IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары делегаты, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаһы һәм рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин (2006) һәм Рәми Ғарипов исемендәге (2012) премиялар лауреаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Спиридонова Мария Александровна (1884—11.09.1941), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 йылдан Социал‑революционерҙар (эсерҙар) партияһы ағзаһы. 1931—1937 йылдарҙа Өфөлә сәйәси һөргөндә була, СССР Дәүләт банкыһының Башҡортостан контораһында эшләй. Сығышы менән хәҙерге Тамбов ҡалаһынан.
- Славинский Пётр Михайлович (1899—2.05.1977), дирижёр. 1938—1945 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе һәм баш дирижёры, театрҙың симфоник оркестрын ойоштороусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1944) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1944) артисы. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
- Костин Александр Александрович (1949—14.10.2011), график. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. 1983 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенең художество мөхәррире, 1992—2004 йылдарҙа — рәссамы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан
- Тажиев Риф Рәхим улы (1949), педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Бәширов Мусса Ғүмәр улы (1954), ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002). Сығышы менән хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған Кесе Аллағыуат ауылынан.
- Мәүлитова Регина Салауат ҡыҙы 1979), спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1854: Оскар Уайльд, Ирландия шағиры.
- 1863: Джозеф Остин Чемберлен, Англия сәйәсмәне.
- 1873: Лев Чугаев, Рәсәй империяһы химигы.
- 1888: Юджин О’Нил, АҠШ драматургы.
- 1908: Әнүәр Ходжа, социалистик Албанияның 1944—1985 йылдарҙағы етәксеһе. Албанияның Халыҡ Геройы.
- 1948: Хема Малини, Һиндостан актрисаһы («Зита һәм Гита»).
- 1961: Евгений Хавтан, «Браво» төркөмө йырсыһы.
- 1968: Илья Лагутенко, «Мумий Тролль» төркөмө йырсыһы.
- 1970: Андрей Тихонов, Рәсәй футболсыһы һәм тренеры.
- 1972: Дарюс Каспарайтис, Рәсәй хоккейсыһы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1774: Роберт Фергюссон, Шотландия шағиры.
- 1879: Сергей Соловьев, Рәсәй империяһы тарихсыһы.
- 1938: Ғайнан Хәйри, башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист.