Балтас районы
Балтас районы (рус. Балтачевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Иҫке Балтас ауылы. Майҙаны — 1598 квадрат километр.
Балтас районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Атамаһы | Иҫке Балтас районы, Старобалтачевский район, Балтас районы һәм Балтачевский район |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Иҫке Балтас[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 18 981 кеше (2017)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 102 метр |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Сиктәш | Асҡын районы, Ҡариҙел районы, Тәтешле районы, Мишкә районы һәм Борай районы |
Майҙаны | 1598 км² |
Рәсми сайт | baltachmr.ru |
![]() | |
![]() |
Географик урыны Үҙгәртергә
Район Башҡортостан Республикаһының төньяғында, Өфөнән төньяҡҡа 220 км һәм Көйәҙе тимер юл станцияһынан (Пермь крайы) көньяҡ-көнсығышҡа табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Көнсығышта — Ҡариҙел һәм Асҡын, көнбайышта Борай, көньяҡта — Мишкә һәм төньяҡта — Тәтешле райондары менән сиктәш.
Ҡыҫҡаса тарихы Үҙгәртергә
1930 йылдың 20 авгусында Иҫке Балтас районы булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә, 1933 йылдың 20 сентябренән хәҙерге исемен йөрөтә. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә, биләмәһе Борай районы составына индерелә. 1965 йылдың 4 ноябрендә яңынан ойошторола.
Билдәле шәхестәре Үҙгәртергә
- Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы (29.05.1958), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24.10.1930), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп ветераны. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
- Ғаянов Илдар Ихсан улы (19.03.1957) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004). Һәйтәк ауылынан.
- Ғәлләмов Наил Хафиз улы (12.04.1958), музыкант-педагог, Балтас балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.09.1952) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995)[3].
- Порсев Михаил Владимирович (2.11.1923—6.10.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1940—1985 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» берекмәһенең слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Покровка ауылынан (хәҙер бөткән).
- Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (31.03.1914—17.07.2011), тарихсы-ғалим, совет комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры. Үрге Ҡарыш ауылынан.
- Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (24.11.1938—25.04.2003), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Көнтүгеш ауылынан[4].
- Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (20.12.1923—20.08.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944). Аҫау ауылынан.
Халҡы Үҙгәртергә
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,5 кеше/ км². Районда 15 ауыл Советы, 79 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Иҫке Балтас (5,6 мең кеше), Һәйтәк (0,7 мең), Көндәшле (0,6 мең) ауылдары.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 51,1 %, татарҙар — 31,2 %, мариҙар — 12,6 %, урыҫтар — 2,5 %, удмурттар — 2,3 %, башка — 0,3 %[5].
- Халыҡ һаны
Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 49,1; 1959 — 39,3; 1989 — 24,9; 2002 — 24,7; 2010 — 21,6.
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[6] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2012[10] | 2013[11] | 2014[12] | 2015[13] |
24 695 | ↘23 569 | ↘23 345 | ↘21 623 | ↘20 889 | ↘20 385 | ↘19 791 | ↘19 521 |
2016[14] | |||||||
↘19 217 |
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҫкәрмәләр Үҙгәртергә
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2017)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хамаев Вагиз Хамаевич 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2018)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
Әҙәбиәт Үҙгәртергә
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар Үҙгәртергә
- Башҡорт энциклопедияһы — Балтас районы 2020 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2020)
Был Балтас районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |