Башҡортостан

Рәсәй Федерацияһы составындағы республика
(Башҡортостан Республикаһы битенән йүнәлтелде)

Башҡортостан Республикаһы шулай уҡ БашҡортостанРәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт[10][11]. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына[12] һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш.

Рәсәй Федерацияһы субъекты

Башҡортостан

Башҡортостан дәүләт флагы Башҡортостан дәүләт гербы

Нигеҙ һалынған

15 ноябрь 1917[1][2]
20 март 1919[3][4]
11 октябрь 1990[5][6]

Баш ҡалаһы

Өфө

Майҙаны

27-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

142 947 км²
0,5

Халҡы

7-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

4 071 064[7] (2016)

28.48 кеше/км²

ТТП

9-сы

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

757,6[8] млрд. һум (2010)

184,8 мең һум

Федераль округ

Волга буйы федераль округы

Иҡтисади район

Урал иҡтисади районы

Дәүләт теле

Башҡорт теле, Рус теле

Башлыҡ

Радий Хәбиров

Премьер-Министр

Андрей Назаров

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе

Константин Толкачев

РФ субъекты коды

02

ISO 3166-2 коды

RU

Сәғәт бүлкәте

YEKT, UTC+05:00[d] һәм Азия/Екатеринбург[d][9]

Бүләктәре:

Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Тышҡы аудиофайлдар
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (башҡ.)
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров

Тарихы

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (1917, 8 декабрь). 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын[13] иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай[14].

Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Дәүләт ҡоролошо

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Ҡарағыҙ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Ҡарағыҙ: Башҡортостан Хөкүмәте

 
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (1993—2010)
 
Хәмитов Рөстәм Зәки улы,
2010—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе.

Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән[15].

Суд власы

Ҡарағыҙ: Башҡортостан суд системаһы
Башҡортостан суд системаһы составында:

  1. Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды
  2. Башҡортостан юғары суды, Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды
  3. Башҡортостан арбитраж суды , Рәсәйҙең юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Ҡарағыҙ: Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы.

Халҡы

Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса[16] Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. Уларҙың 2 626 613-ө ҡалала, 1 447 723-ө ауылда көн күрә. Бөтә халыҡтың 46,9%-н, йәғни 1 923 233-н ир-егеттәр тәшкил итә. Эре ҡалалары — Өфө (баш ҡала, 1 042,4 мең кеше), Стәрлетамаҡ (264,4 мең кеше), Салауат (158,6 мең кеше), Нефтекама (136,3 мең кеше), Октябрьский (108,6 мең кеше). Республикалағы барлыҡ халыҡтарҙың 90,2 % -ын иң күп һанлы өс милләт: башҡорттар (29,8 %), урыҫтар (36,3 %), татарҙар (24,1 %) тәшкил итә.

Халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса

Төп мәғлүмәттәр[16].

Йылдар Халыҡ һаны (кеше) Шул иҫәптән
Енес буйынса Йәшәү урыны буйынса Милләт буйынса
Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ҡалала Ауылда Башҡорттар Урыҫтар Татарҙар
1926 (булған халыҡ) 2,665,836 1,260,337 1,405,499 234,250 2,431,586 625,845 1,064,707 461,871
1939 (даими йәшәгән халыҡ) 3,158,969 1,493,746 1,665,223 540,319 2,618,650 671,188 1,281,347 777,230
1959 (даими йәшәгән халыҡ) 3,336,289 1,492,526 1,843,763 1,291,126 2,045,163 737,711 1,418,147 768,566
1970 (даими йәшәгән халыҡ) 3,814,926 1,741,566 2,073,360 1,831,160 1,983,766 892,248 1,546,304 944,505
1979 (даими йәшәгән халыҡ) 3,844,280 1,776,198 2,068,082 2,181,724 1,662,556 935,880 1,547,893 940,436
1989 (даими йәшәгән халыҡ) 3,943,113 1,851,421 2,091,692 2,516,640 1,426,473 863,808 1,548,291 1,120,702
2002 (даими йәшәгән халыҡ) 4,104,336 1,923,233 2,181,103 2,626,613 1,477,723 1,221,302 1,490,715 990,702
2010 (даими йәшәгән халыҡ) 4,072,102 1,903,773 2,168,519 2,461,652 1,610,640 1,172,287 1,432,906 1,009,295
2020 (даими йәшәгән халыҡ) 4,091,423 1,931,622 2,159,801 2,530,190 1,561,233 1,268,806 1,509,246 974,533

Географияһы

 
 
Көҙгө Ирәкташ (Инзерские зубчатки)

Башҡортостан Республикаһы — Көньяҡ Урал тауҙарының түбәләре (иң бейек нөктәһе — Ямантау, 1 640 м.), карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәтле төбәк. Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең кв.км.

Республика территорияһында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан.

Һыу ресурстары

Йылғалар

 
Нөгөш йылғаһы

13 мең самаһы йылға бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 57 мең саҡрымдан ашыу. Иң ҙур йылғалар: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары.

Күлдәр

Күлдәр һаны 2700 тирәһен тәшкил итә. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарында урынлашҡан. Иң ҙурҙары — Асылыкүл һәм Ҡандракүл. Күлдәр балыҡҡа бай.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Башҡортостанда нефть, тәбиғи газ, күмер, тимер мәғдәне, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.

Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр колчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер мәғдәне, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған.

Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай.

Климаты

Башҡортостан климаты континенталь. Республика биләмәһендә уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8 °C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙа уртаса темпратура — −18 °C булһа, июлдә — +18 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300—600 мм. Вегетация миҙгеле — 120—135 көн.

Температура

Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә.

Һауа температураһының абсолют минимумы — −41 С°, абсолют максимум — +35С°. 0С° аша ныҡлы сығыуы яҙ көнө 4—9 апрелгә, көҙ көнө 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. 0-дән юғары температуралы яҡынса 200—205 көн, тауҙарҙа 188—193 көн. Аҙаҡҡы ҡырау төшөү 21—30 майҙа, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә. Көҙгөһөн беренсе ҡырау төшөү 10—19 сентябрҙә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә.

Яуым-төшөм

Йыллыҡ яуым-төшөм — 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера циркуляцияһы менән бәйле, яуым-төшөмдөң айырмалы булыуы күҙәтелә. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70 % апрель— октябрь айҙарына тура килә. Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Уртаса 153—165 көн, таулы райондарҙа 171—177 көн ҡар ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106—126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240—300 кг/м3.

Хайуандар донъяһы

Үҫемлектәр донъяһы

Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була.

Урмандар республиканың 40%-н биләй. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә.

Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй.

Иҡтисады

Башҡортостан — индустриаль-аграр республика. Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт етештереүе буйынса 10-сы урынды, ауыл хужалығы продукцияһы буйынса 3-сө урынды һәм төп фондтар буйынса 7-се урынды биләй. Республикала 500-ҙән артыҡ сәнәғәт предприятиеһы эшләй.

Алдынғы сәнәғәт төрө — машиналар төҙөү. Был өлкәлә приборҙар етештереү, нефть һәм химия машиналары төҙөү, авиация һәм машиналар төҙөү һ.б. Тағы ла барлығы 200 ашыу предприятиены берләштерә.

Агросәнәғәт комплексы

Агросәнәғәт комплексы — республиканың бик мөһим тармаҡ-ара комплексы. Уға ауыл хужалығы, уны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе, ауыл хужалығына һәм уның продукцияһын эшкәртеүсе сәнәғәткә хеҙмәт күрһәтеүсе (техника йүнәтеү, төҙөү һ. б. ш.), ауыл хужалығы сеймалын ташыу, әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙе ғәмәлгә ашырыусы тармаҡтар инә.

Башҡортостан — илдең эре ауыл хужалығы районы. Ул ситкә иген, картуф, ит һәм һөт (эшкәртелгән хәлдә) сығара. Ауыл хужалығын үҫтереү өсөн бында бик уңайлы тупраҡ-климат шарттары бар. Урал алды һәм Урал аръяғы тигеҙлектәре уртаса климатлы бүлкәттә ята һәм 10° С-тан юғары температуралы бөтә осорҙа 1900—2200° йылы менән тәьмин ителә. Уртасанан һалҡыныраҡ бүлкәткә ҡараған Урал тауҙарында һәм Өфө яйлаһында был осорҙа йылылыҡ суммаһы 1500—1800° тәшкил итә, һалҡын булмаған көндәр бик аҙ (55—90 көн). Йылыға нығыраҡ туйынған тигеҙлектәрҙә яуым-төшөм миҡдары тауҙарҙағыға ҡарағанда аҙерәк һәм урыны менән, бигерәк тә республиканың көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында ауыл хужалығы ҡоролоҡтан һәм ҡыуан елдәрҙән зыян күрә. Урал алдында ҡар ҡатламының ҡалынлығы ужым ашлығын туңыуҙан һаҡларға, яҙ айҙарында һәм йәй башына тиклем тупраҡты дымға туйындырырға ярҙам итә. Урал аръяғында иһә ҡар ҡатламы йоҡа (15—25 см), ул ужым ашлыҡтарын туңыуҙан һаҡлай алмай. Әммә ере уңдырышлы, башлыса ҡара тупраҡлы.

Республикала ауыл хужалығы өсөн файҙаланыуға яраҡлы бик күп ер майҙаны бар. Һөрөнтө ер, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр 7,2 млн га, йәғни бөтә майҙандың 51%-ын биләй. Ауыл хужалығы ерҙәренең ҙурлығы буйынса Башҡортостан күрше төбәктәр араһында тик Ырымбур әлкәһенән генә ҡалыша. Ерҙәренең ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелеү дәрәжәһе буйынса республика Рәсәй Федерацияһына ҡарағанда ике тапҡырға өҫтөн тора.

Ауыл хужалығы ерҙәренең өстән ике өлөшөн — һөрөнтө ерҙәр, өстән бер өлөшөн сабынлыҡтар менән көтөүлектәр тәшкил итә. Бындай нисбәт ауыл хужалығында үҫемлекселек менән малсылыҡты яҡшы яраштырырға мөмкинлек бирә.

Ауыл хужалығы ерҙәренең төп өлөшө Урал алды һәм Урал аръяғы тигеҙлектәрендә урын алған. Бында ерҙәр ауыл хужалығы өсөн уңай һәм һөрөнтө ерҙәр өҫтөнлөк итә. Ә таулы-урманлы зонала ауыл хужалығы өсөн үҙләштерелгән ерҙәр 7—10 %-ҡа тиклем ҡыҫҡара, шул уҡ ваҡытта һөрөнтө ерҙәр сабынлыҡ һәм көтөүлектәргә ҡарағанда 7—8 тапҡыр әҙерәк майҙанды биләй.

Башҡортостан Республикаһы шарттарында ауыл хужалығы етерлек хеҙмәт ресурстарына нигеҙләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең һаны буйынса республика Рәсәйҙә Краснодар крайынан ҡала икенсе урынды алып тора.

Аҙыҡ-түлеккә ихтыяжды үҫтереүсе күп һанлы индустрия үҙәктәренең күбәйеүе ауыл хужалығы үҫеше өсөн мөһим этәргес көс булып тора. Икенсе яҡтан, республиканың сәнәғәт предприятиелары ауыл хужалығы предприятиеларын тупраҡҡа ашлама индереү машиналары, моторҙар, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары, малсылыҡ комплекстары өсөн вентиляторҙар, электр энергияһы, яғыулыҡ-майлау һәм төҙөлөш материалдары, газ, ашламалар, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, йәшелсә үҫтереү парниктары, һуғарыу өсөн полимер материалдар һ. б. менән тәьмин итә.

Баҙар мөнәсәбәттәре ауыл хужалығына ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе, ул күп тармаҡлы булып үҫешә башланы. Башҡортостанда, тотош Рәсәй Федерацияһындағы кеүек үк, фермер хужалыҡтарының көс йыйып китә алмауын, бөтәһенән элек, кешеләрҙең быға психологик яҡтан әҙер булмауы һәм тупланма фондтар менән инфраструктураның (юл, коммуникация һ. б.) эре ауыл хужалығы предприятиеларына ҡулайлашҡан булыуы менән аңлатылалыр, күрәһең. Хәҙерге шарттарҙа тегеһен дә, быныһын да (психологияны һәм инфраструктураны) бер юлы емереү ҙур аҡылһыҙлыҡ булыр ине.

Иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеүенә, кешеләр ҡулындағы мал һанының артыуына булышлыҡ итте, ҡала халҡына емеш-еләк һәм йәшелсә баҡсасылығы менән шөғөлләнергә ирек бирҙе. Эшләүселәренең матди хәлен яҡшыртыу маҡсатында һөт, ит етештереүсе, йәшелсә, картуф үҫтереүсе үҙ «аграр цехтарын» булдырырға мәжбүр булған предприятиелар һәм ойошмалар һаны көндән-көн арта. Бындай цехтарҙа хәҙер ит-һөттө эшкәртеүсе минизаводтар барлыҡҡа килә башланы.

Етештереүҙең ҡырҡа түбән төшөүе, уның матди-техник нигеҙен ныҡ ҡаҡшатҡан сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияларына хаҡтарҙың тигеҙ булмауы, көрсөклөккә илтеп терәгән башҡа күренештәр һаҡланып ҡалған колхоз һәм совхоздарҙың, башҡа тауар етештереүселәр кеүек үк, тыуып килгән баҙар шарттарына яраҡлашыуын ҡыйынлаштыра. Шулай ҙа шаҡтай ҙур алға китеш күҙәтелә, һорау менән файҙаланылмаған ҡайһы бер иген культуралары сәсеүлектәрен ҡыҫҡартып, урынына шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм йәшелсәне арттырыу иҫәбенә сәсеүлек майҙандары структураһына үҙгәрештәр индерелә. Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау һәм эшкәртеүгә иғтибар күберәк бүленә башланы. Хужалыҡтар һәр ҡайһыһы, үҙ мөмкинлегенән сығып, яңы, шул иҫәптән сит ил технологияларын үҙләштерә, яңы төр үҫемлектәр индерә һ. б. Мәҫәлән, республиканың ҡайһы бер райондарында картуф үҫтереүҙең Голландия һәм Францияла ҡулланылған технологияларын үҙләштерәләр. Саҡмағош сөгөлдөр үҫтереүселәре, Германия фермалары тәжрибәһен файҙаланып, шәкәр сөгөлдөрөн ҡул көсө һалмай ғына үҫтереү технологияһын индерҙеләр.

Башҡортостанда ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күләме сағыштырмаса юғары кимәлдә һаҡлана. Шуға күрә тармаҡ, һуңғы йылдарҙағы климат, һауа торошоноң уңайһыҙ килеүенә, матди-техник тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, халыҡты аҙыҡ-түлек, эшкәртеүсе сәнәғәтте кәрәкле сеймал ресурстары менән тәьмин итә.

Республика агросәнәғәт комплексының структураһын сағылдыра. Унда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт үҙәк урынды алып тора. АСК-ны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе тармаҡтарҙан Башҡортостанда ауыл хужалығы машиналарының, минераль ашламаларҙың һәм ағыулы химикаттарҙың, ҡатнаш аҙыҡ һәм һауыт-һыйышлыҡтарҙың шаҡтай күп төрҙәрен етештереү яйға һалынған. АСК-ның өсөнсө быуыны — ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү, ташыу һәм һаҡлау, агро-химия һәм ветеринария хеҙмәте күрһәтеү, фәнни һәм мәғлүмәти тәьмин итеү, тармаҡ әсән белгестәр әҙерләү.

Республика тәбиғәте һәм күп төрлө иҡтисад шарттары игенселек һәм малсылыҡ тармаҡтарын үҫтереү өсөн яҡшы.

Игенселек

Игенселек — ауыл хужалығының нигеҙе. Хәҙерге ваҡытта сәсеүлек майҙандары 4,2 млн га. Уның яртыһынан күберәген бөртөклө иген культуралары биләй. Яҙғы бойҙай төп иген культураһы булып тора, уның өлөшө бигерәк тә Урал алды һәм Урал аръяғы далаларында ҙур. Ужым арышы башлыса Урал алды төбәктәрендә игелә. Урал аръяғында ҡар ҡатламының ҡалын ятмауы был культураның яҡшы ҡышлауын ҡыйынлаштыра. Башҡортостан далалары — тары игеү, ә Урал алдының урманлы далалары ҡарабойҙай сәсеүлектәре өсөн уңай.

Иген хужалығы республика ауыл хужалығының иң рентабелле тармағы. Игендең һәр центнерын үҫтереп алыуға сығымдар Рәсәй Федерацияһындағы уртаса кимәлдән әҙерәҡ.

Башҡортостан территорияһының күпселек өлөшөндә тупраҡ-климат шарттары бер нисә техник культура игеү менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының көнсығышында сөгөлдөр сәсеүсе иң ҙур райондарҙың береһе булып тора. Сөгөлдөр баҫыуҙары Ағиҙелдең урта ағымында, көнбайыш райондарҙа уңдырышлы тупраҡ һәм йәйгеһен дым етерлек булған төбәктәрҙә таралған. Хужалыҡтар гектарынан 180—200 центнер, ә алдынғы сөгөлдөрсөләр хатта 400—500 центнер сөгөлдөр үҫтереп ала.

Көнбағыш техник культураларҙан әһәмиәте яғынан икенсе урында, уның сәсеүлектәре Урал алдының көньяҡ өлөшөндә таралған. Республика илдә картуф үҫтереү өсөн иң уңайлы тупраҡ-климат шарттары булған ареалдар иҫәбенә инә. Башҡортостан картуфтың тулайым йыйымы буйынса Рәсәйҙә тәүге урындарҙа тора. Картуф Уралдағы күрше райондарға, ә уны эшкәртеү продукттары (крахмал, киптерелгән картуф) Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыш райондарына ебәрелә.

Республикала йәшелсә, ҡауын-ҡарбуз халыҡты яңы өҙөлгән хәлендә лә, урындағы емеш-еләк, йәшелсә сәнәғәте сеймалы сифатында ла тәьмин итеү өсөн етештерелә. Ҡалалар тирәләй һөтсөлөк-йәшелсәселек совхоздары ойошторолған, теплица комбинаттары төҙөлгән.

Баҡсасылыҡ

Баҡсасылыҡ та ҙур әһәмиәткә эйә. Ул 13 мең га майҙанды биләй. Баҡсалар индустриялы үҙәктәрҙе уратып алған, шулай уҡ Ағиҙел йылғаһының урта һәм түбән ағымында тәбиғәт шарттары уңайлы төбәктәрҙә киң таралған.

Малсылыҡ

Малсылыҡ республика ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Сабынлыҡтар менән көтөүлектәр 2,6 млн га майҙанды биләй. Әммә уларҙың продукт бире үсәнлеге юғары түгел. Шуға күрә улар кәрәкле мал аҙығының яртыһынан да аҙырағын бирә. Мал аҙығының ҡалған өлөшө кукуруз, тамыраҙыҡтар, ҡуҙаҡлы культуралар һәм сәселгән үлән иҫәбенә алына, улар сәсеүлектәрҙең һәр дүртенсе гектарын биләй. Республика сәнәғәте карбамид, аҡһым-витамин ҡатнашмалары, ылыҫ оно менән тәьмин итә. Малсылыҡта шулай уҡ шәкәр заводтары ҡалдыҡтары — һығынды, дөйөм туҡланыу предприятиелары ҡалдыҡтары файҙаланыла.

Башҡортостанда һыйыр малдарын үрсетеү малсылыҡтың төп тармағын тәшкил итә. Ҙур ҡалалар янында ит-һөт малсылығы яңы һауған һөт менән тәьмин итеүгә махсуслашҡан, ә ҡаланан алыҫ ятҡан урындарҙа һөттән май яҙалар, сыр эшләйҙәр, ә ҡайһы бер ерҙә һөт консервалары һәм һөт порошоктары етештерәләр.

Сусҡасылыҡты үҫтереүҙә унан ит һәм ыҫланған ит алыу төп йүнәлеш булып тора. Һарыҡсылыҡ иһә ярым нәҙек һәм нәҙек йөнлө һарыҡ аҫрау йүнәлешендә үҫтерелә. Кәзәләр мамыҡ һәм һөт бирә, кәзә мамығынан бына тигән итеп шәл бәйләйҙәр. Ҡошсолоҡто үҫтереүгә күп йәһәттән ҡалаларҙың байтағы эргәһендә ҙур-ҙур ҡошсолоҡ фабрикалары төҙөү булышлыҡ итте.

Йылҡысылыҡ

Йылҡысылыҡ менән умартасылыҡ Башҡортостан ауыл хужалығының үҙенсәлекле тармағы.

Аттар егеү өсөн, һөт һәм һуғым малы итеп тә аҫрала. Йылҡы итенән әҙерләнгән ҡаҙылыҡ һәм ҡарта, тултырмалар башҡорттарҙа затлы ризыҡтар иҫәбенә инә. Башҡорт аттары бер миҙгелдә 1600—1800 литр (ә ҡайһы берҙәре 3000 литрға тиклем) һөт бирә ала, унан шифалы эсемлек — ҡымыҙ яһайҙар. Республиканың көнбайыш дала райондарында дөйөм Рәсәй әһәмиәтендәге климат-ҡымыҙ шифаханалары булдырылған, унда үпкә шеше ауырыуҙары дауалана.

Умартасылыҡ

XVIII быуатта уҡ әле танылған географ һәм тарихсы П. И. Рычков, умартасылыҡ Башҡортостан ауыл хужалығының «иң яҡшы һәм табыш бирә торған» тармағы, тип билдәләгән.

Хәҙерге ваҡытта бында Рәсәйҙә булған бөтә умарта күстәренең ун биштән бер өлөшө тупланған. Республиканың күп ауыл хужалығы предприятиелары умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Бында умартасылыҡтың ғилми-тәжрибә базаһы бар, яһалма балауыҙ етештереү ойошторолған, шулай уҡ тармаҡ өсөн юғары әҙерлекле белгестәр тәрбиәләнә. Илдә умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереүсе ике заводтың береһе Стәрлетамаҡта урынлашҡан.

Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн тәбиғәт шарттары иҫ киткес уңайлы — урмандарында һәм туғайҙарында 380 төргә тиклем баллы сәскә үҫә, шул иҫәптән 0,8 млн га ер биләп торған йүкә ағасы сәскәһенән алынған балға ни етә. 300 мең га тәшкил иткән ҡарабойҙай, көнбағыш, туҡранбаш, люцерна, емеш-еләк, йәшелсә һәм башҡа баллы сәскә үҫемлектәре лә умартасылыҡтың табышлы булыуы өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра.

Республикала ғәжәп күп төрлө сәскәләр башҡорт балына иҫ киткес хуш еҫ һәм ҡабатланмаҫ тат бирә. Шуға ла уның башҡорт балы тигән даны бар, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә ул күп тапҡыр миҙалдар һәм грамоталар яуланы.

Умартасылыҡтың башҡа продукцияһы ла: балауыҙ, умарта елеме (прополис), инә ҡорт һөтө лә киң һорау менән файҙалана.

Яғыулыҡ-энергетика комплексы

Башҡортостан сөнәғәтенең төп үҙенсәлектәренең береһе — үҫешкән яғыулыҡ-энергетика комплексы. Хеҙмәттең дөйөм Рәсәй территориаль бүленешендә республика эре яғыулыҡ-энергетика базаһы булып сығыш яһай.

Республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы үҙенең структураһы яғынан арыу уҡ күп төрлө. Ул нефть, газ, һоро күмер сығарыу һәм эшкәртеүҙе, йылылыҡ һәм электрэнергияһы етештереүҙе, торба үткәргестәр һәм электр тапшырыу линия-ларының күп тармаҡлы селтәрен эсенә ала. Уларҙың күбеһе дөйөм Рәсәй күләмендәге әһәмиәткә эйә.

Нефть сығарыу сәнәғәте

Башҡортостан — илдең төп нефть сығарыу райондарының береһе. 1997 йылда уның өлөшөнә бөтә Рәсәйҙә сығарылған нефттең 9,1%-ы тура килде. Әгәр шул йылда ил буйынса дөйөм алғанда халыҡтың йән башына 2 тонна нефть тура килһә, Башҡортостанда ул 3,4 тонна булды.

Нефть сығарыу республикала ғына түгел, бөтә Урал — Волга төбәгендә 1932 йылда хәҙерге Ишембай ҡалаһы урынлашҡан ерҙән башлана. 1944 йылда Туймазы ятҡылығы асыла. 50-се йылдар уртаһынан Шкапов, ә 50-се йылдар аҙағынан Саҡмағош һәм Арлан ятҡылыҡтар төркөмө файҙаланыла башлай. 60-сы йылдарҙа нефтте Өфө янынан да табалар.

Нефть сығарыу сәнәғәтен үҫтереү Башҡортостан индустрияһының тармаҡ структураһында тәрән ыңғай үҙгәрештәр тыуҙырҙы, күп тармаҡлы комплекс барлыҡҡа килде. Ул нефть сығарыу тармағына нигеҙләнде. Ошо беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә булған тармаҡҡа сәнәғәттең бында элек эшләп килгән тармаҡтары яраҡлаштырылды.

Хәҙерге Башҡортостан хужалығының энергетика, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм машиналар эшләү кеүек мөһим тармаҡтары тап бына нефть сығарыу базаһында барлыҡҡа килде һәм киң үҫеш алды. Республика хужалығының башҡа күп тармаҡтарында ла нефть сығарыу сәнәғәтенең ыңғай йоғонтоһо сағыла. Ишембай, Октябрьский, Туймазы, Нефтекама, Салауат ҡалаларының, шулай уҡ ҡала тибындағы тиҫтәләрсә ҡасабаларҙың барлыҡҡа килеүе «ҡара алтын» сығарыу һәм эшкәртеү менән бәйләнгән. Транспорт та тамырҙан үҙгәреш кисерҙе.

Нефть эҙләгән ваҡытта байтаҡ ҡына яңы минераль ресурстар (тәбиғи газ, таш күмер, аш тоҙо, шифалы һыу ҡатламдары, бромлы һәм йодлы тәрән ер аҫты һыуҙары һ. б.) асылды, улар сәнәғәттең сеймал базаһын һәм шифахана-курорт учреждениеларының дауалаусы факторҙарын ишәйтте.

50-се йылдар уртаһында Башҡортостан нефть сығарыу күләме буйынса илдең иҫке, иң ҙур нефть эшкәртеү төбәге Әзербайжан ССР-ын уҙып, СССР-ҙа беренсе урынға сыҡты. 1967 йылда республикала нефть сығарыу иң ҙур күләмгә (47,8 млн т) еткерелде. Әммә ятҡылыҡтар ярлылана барыу һөҙөмтәһендә артабан нефть сығарыу кәмей башланы. Бөгөн иһә Башҡортостан, йылына 14 млн т нефть сығарып, Төмән өлкәһенән һәм Татарстан артынан бара.

Республикала нефть сығарылған бөтә осорҙа ер ҡуйынынан 1,5 млрд т нефть алынған. Шуға күрә файҙаланылыусы күп кенә нефть ятҡылыҡтары (иң ҙурҙары — Туймазы, Шкапов һәм Арлан) ныҡ ҡына һайыҡты. Ләкин бынан Башҡортостандың нефть промыслаларының ғүмере бөттө йәки бөтөп бара, тип һығымта яһарға ярамай. Юғары дәрәжәлә үҙләштереүгә ҡарамаҫтан Башҡортостан Республикаһы территорияһы яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу әсән арыу уҡ яҡшы перспективалы итеп ҡылыҡһырлана. Күптән түгел асылған шаҡтай ҙур Илеш нефть ятҡылығы бының асыҡ миҫалы. Нефть эҙләү яңынан-яңы майҙандарҙа һәм ер аҫтының тәрәнерәк ҡатламдарында алып барыла.

Башҡортостан Республикаһының нефть сығарыу сәнәғәте бик ҡатмарлы хужалыҡ, ул «Башнефть» нефть акционерҙар компанияһы (АНК) итеп ойошторолдо. Уның төп быуындарын нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән шөғөлләнеүсе нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары (НГДУ), нефть запастарын тулыландырыу эшен башҡарыусы геология-эҙләнеү конторалары (ГПК), йылына йөҙҙәрсә разведка һәм эксплуатация скважиналары быраулаусы быраулау эштәре идаралыҡтары (УБР) тәшкил итә. «Башнефть» компанияһы составында нефттең эйәрсән газын йыйыу һәм уны ҡулланыусыларға ебәреү өсөн әҙерләү эше менән шөғөлләнеүсе «Башнефтегазпром» идаралығы бар.

«Башнефть» АНК-һы Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларында нефть промыслаһы ҡорамалдары заводтарын үҙ эсенә ала, был заводтар АНК-ның ҡорамалдарға һәм уларға запас өлөштәргә булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү әсән төҙөлгән. Стәрлетамаҡта скважиналар быраулағанда ҡулланылыусы онтаҡ хәлдәге балсыҡ эшләп сығарыусы нефть махсус материалдар заводы эшләй. Бик киң территорияны биләгән технологик процестарҙы хеҙмәтләндереү әсән АНК-ның элемтә һәм авто-транспорт идаралыҡтары, төбәк мәғлүмәт үҙәге бар.

«Башнефть» ғилми-техник базаһы эсенә инженерлыҡ-иҡтисади тикшеренеүҙәр һәм нормативтар үҙәге, махсуслашҡан ғилми-тикшеренеү һәм проект институттары инә, улар ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү проекттары төҙөү, нефть эҙләү эштәрен нигеҙләү, нефть сығарыуҙың иң һөҙөмтәле ысулдарын эшләү һәм ҡулланыуға индереү менән шөғөлләнә.

АНК-ға төҙөлөш һәм ремонт эш-тәренә бик күп көс һәм аҡса һалырға тура килә, сөнки ятҡылыҡтар иҫкереү менән уларҙағы нефть, газ һәм һыу үткәргестәр, һурҙырыу станциялары һәм башҡа йыһаз-ҡорамалдар иҫкерә, туҙа, яраҡһыҙға әйләнә. Шуға күрә «Башнефть» АНК-һының шаҡтай киң тармаҡлы төҙөлөш-мон-таж предприятиелары бар, улар Өфө һәм Ҡандра төҙөлөш-монтаж фирмаһы итеп берләштерелгән.

"Башнефт"тә эшләүселәр тиҫтәләрсә ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, йөҙләгән ауылда йәшәй. Уларҙың бер өлөшө хатта күсмә тормош алып бара — үҙҙәренең йәшәгән урындарынан алыҫта эшләй. Шуға күрә, тармаҡҡа үҙ хеҙмәтләндереү әлкәһен булдырырға кәрәк. «Башнефть» сауҙа фирмаһы, «Мир», Цюрупа исемендәге һәм «Родина» агрофирмалары ошо эш менән шөғөлләнә лә — йәшелсә, картуф һәм башҡа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.

Компанияның составында илленән ашыу мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы, ике тиҫтә ял базаһы, шифахана-профилакторий, пансионат, унға яҡын пионер лагеры, егерме техник, мәҙәниәт йорто, клубтар һәм 1 млн квадрат метрҙан ашыу майҙанда торлаҡ йорттар иҫәпләнә. һәр НГДУ-ның үҙенең уҡыу-курс комбинаттары бар. Республиканың башҡа бер генә тармағында ла шул тиклем ныҡ үҫешкән һәм киң йәйелдерелгән социаль-мәҙәни хеҙмәтләндереү селтәре юҡ.

«Башнефтеснаб» филиалы «Баш-нефть» предприятиеларын матди-техник тәьмин итеү менән шөғөлләнә. АНК-ның бер нисә филиалы башҡа төбәктәрҙә урынлашҡан, Башҡортостан Республикаһы нефтселәре нефть продукттарын һатыу һәм кәрәк продукттарҙы алыу өсөн улар менән тығыҙ бәйләнеш тота.

Газ сәнәғәте

Башҡортостанда газ сәнәғәте ҙур үҫеш алды. Нефть менән бергә скважиналарҙан эйәрсән газ да сыға. Туймазы һәм Приют газ эшкәртеү заводтарында унан шыйыҡ газ, газ бензины һәм ҡоро газ айырып алына. Шыйыҡ газ нефть химияһында сеймал итеп, транспортта бензин урынына, ә нефть эшкәртеүҙә газ бензины сифатында файҙаланыла, ҡоро газ иһә ҡала һәм ауылдарға яғыулыҡ итеп ебәрелә.

Республиканың төньяҡ-көнсығышында һәм Күмертау ҡалаһы тирәһендә урынлашҡан ҙур булмаған газ ятҡылыҡтарынан да бер ни тиклем газ алына. Янар газдың етмәгән өлөшөн Башҡортостан Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килтертә. Башҡортостан Республикаһында газды йыллыҡ ҡулланыу күләме 14 млрд м³-ҙан ашыу тәшкил итә. Газ үткәргестәр ҡороу киң ҡолас менән алып барыла.

Магистраль газ үткәргестәрҙән ситтә ятҡан ауылдар газ эшкәртеү заводтарынан махсус цистерналарҙа һәм баллондарҙа килтерелгән шыйыҡландырылған газдан файҙалана. Ҡайһы бер ҡалаларҙа 10-ға яҡын газ тултырыу станцияһы булдырылған. Ҡала һәм ауылдарға газ индереү буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен алып тора.

Күмер сәнәғәте

Халыҡ йәшәгән пункттарға газ индереү Башҡортостан халҡының көнкүреш кимәлен күтәреүҙә һәм һауаны сәләмәтләндереүҙә мөһим фактор булып тора. 50-се йылдарҙан алып Башҡортостанда күмер сәнәғәте үҫешә башлай. Күмертау ҡалаһы эргәһендә Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнының Бабай ятҡылығы асыҡ ысул менән эшкәртелә. «Башкируголь» берекмәһе Ырымбур әлкәһенең Түл-гән ятҡылығында һоро күмер сығарыу менән шөғөлләнә.

Сығарылған күмерҙең бер өлөшө Күмертау ТЭЦ-ында файҙаланыла. Күмер дымлы һәм кәүшәк, калориялылығы түбән. Уны ташыу әсән брикетлау талап ителә. Күмертау брикет фабрикаһы ошо маҡсатта төҙөлдө. Һуңғы йылдарҙа һоро күмер брикеттары, конкурентлыҡҡа һәләте түбән булыу сәбәпле, киң һорау менән файҙаланылмай башланы. Шуға күрә күмер сығарыу күләме ҡыҫҡартылды. Башҡортостан һоро күмерҙәренең битумға бай булыуы уларҙың ыңғай яғы булып тора. Уларҙы энергохимик эшкәрткәндә янар газ, шыйыҡ яғыулыҡ, ашламалар, дуплау материалдары, тау балауыҙы, адсорбент (атмосфера һәм һыуҙы бысратыусы һәр төрлө матдәләрҙе үҙенә йотоусы) һәм башҡа күп нәмәләр алырға мөмкин.

Республиканың төньяҡ-көнбайышында нефть скважиналары быраулағанда таш күмер ҡатламдары асылды. Уларҙың ҡеүәте 7—15 м, урыны менән 25 метрға етә. Был ҡатламдар ер өҫтөнән 900 метрҙан ашыу тәрәнлектә ята. Мәҫәлән, Канада менән Бельгияла 1300—1500 м тәрәнлектәге шахталар бар, ә Донбасста 1000 м һәм унан да тәрәнерәк шахталарҙа күмер ҡатламдары үҙләштерелә. Күмертау карьеры эшкәртелеп бөттө, әммә боҙолған ерҙәрҙе 733 га майҙандағы һәм 160 м тәрәнлектәге карьерҙы, 807 га ерҙә 30— 40 м тау ҡатламдары өйөмдәрен хужалыҡ әйләнешенә индереү буйынса эште тамамларға кәрәк. Был ҙур соҡорға һыу ебәреләсәк һәм 50 га майҙанда һыу һаҡлағыс барлыҡҡа киләсәк. Карьерҙың битләүҙәрендә ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ, күп йыллыҡ үләндәр сәселәсәк.

Күмер брикеты фабрикаһының саңды тотоп ҡалыусы фильтрҙарҙы йыуҙырғанда барлыҡҡа килгән шлам махсус һыйышлыҡтарға ебәрелә, унан өйөмдәргә өйөлә.

Электр энергетикаһы

 
Йомағужа ГЭС-ы

Башҡортостан ҡеүәтле электр энергетикаһына эйә. Республикала ҙур күләмдә табылған яғыулыҡ, хужалыҡтың динамикалы үҫеше, уның электр энергияһына ихтыяжы артҡандан-арта барыуы электр энергетикаһын үҫтереүгә булышлыҡ итте. Уны етештереү, тотош илдәге кеүек, өҙлөкһөҙ үҫте. Иҡтисад көрсөклөгә йылдарында ул һиҙелерлек кәмене. 1996 йылда 26,4 млрд кВтсәғ. энергия етештерелгән. Уның 97%-ы йылылыҡ, ә 3%-ы гидравлик электр станциялары тарафынан эшләп сығарылған.

Башҡортостанда 12 электр станцияһы эшләй, уларҙың береһе — ГЭС, ҡалғандары йылылыҡ станциялары, улар мазут һәм янар газ файҙаланып эшләй. Бөтә электр станциялары үҙ-ара электр тапшырыу линиялары менән тоташҡан һәм шуның менән республиканың берҙәм энергетика системаһына («Башкир-энерго» акционерҙар йәмғиәте) берләшкән.

Ҡарман ГРЭС-ы — Башҡортостандың иң ҙур йылылыҡ электр станцияһы (ҡеүәте 1,8 млн кВт). Ҡалған йылылыҡ электр станциялары йылылыҡ электр үҙәктәрҙән (ТЭЦ) ғибарәт. Улар электр энергияһы ғына түгел, ә быу һәм ҡайнар һыу рәүешендә йылылыҡ энергияһы ла етештерә. Технологик ихтыяждарға күп йылылыҡ ҡулланыусы нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы предприятиеларының киң ҡолас менән үҫтерелеүе Башҡорт-останда ТЭЦ-тарҙың да ҡырҡа өҫтөнлөк алыуы әсән шарт булды. Йылылыҡ биреү буйынса «Башкир-энерго» Рәсәйҙә икенсе урынды ("Мосэнерго"нан ҡала) алып тора, ә электр энергияһы етештереү буйынса Рәсәйҙәге 73 энергетика системаһының беренсе тиҫтәһе иҫәбенә инә.

ТЭЦ-та 1 кВтсәғ электр энергияһы етештереүгә тотонолған сы-ғымдар ғәҙәттәге йылылыҡ станция-ларындағыға ҡарағанда 2—2,5 тапҡырға аҙыраҡ, сөнки яғыулыҡтың бер өлөшө йылылыҡ етештереүгә китә. Шуға күрә Башҡортостандың йылылыҡ электр станциялары уңайлы техник-иҡтисади күрһәткестәр менән ҡылыҡһырлана: уларҙа 1 кВтсәғ электр энергияһы етештереүгә сағыштырмаса аҙыраҡ яғыулыҡ тотонола, уларҙа етештерелгән электр һәм йылылыҡ энергияларының үҙҡиммәте Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән байтаҡҡа түбәнерәк.

Шуныһы ла мөһим, йылылыҡ электр үҙәктәре башлыса яғыулыҡ сығарылған урындан ситтә — электр станцияһы һәм йылылыҡ күп тотонолған Өфөлә, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Благовещенскиҙа урынлашҡан. Ҡалған ике ТЭЦ һәм ГРЭС күмер һәм нефть сығарылған ерҙә (Күмертау, Ишембай һәм Ҡарманда) төҙөлгән.

Башҡортостан энергетика системаһы Урал һәм Волга буйы әлкәләре һәм республикаларының энергетика системалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм Рәсәйҙең Европа өлөшө берҙәм энергетика системаһының бер быуынын тәшкил итә. 1996 йылда, мәҫәлән, «Башкирэнерго» Башҡортостанға яҡын ятҡан Удмуртияға һәм Пермь әлкәһенә 6165 млн кВтсәғ. электр энергияһы бирҙе һәм республиканың электр станцияларынан алыҫ ерҙәрҙәге ихтыяжды ҡәнәғәтләндерер әсән Та-тарстандан, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск әлкәләренән 5911 млн кВтсәғ. электр энергияһы алды. Был ике һан Башҡортостандың әүҙем электр балансы бар, йәғни электр энергияһын күрше төбәктәрҙән алғанға ҡарағанда ситкә күберәк бирә тигәнде аңлата.

1997 йылда «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәтенә «иң динами-калы һәм баланслы үҫешкән әсән» «Рәсәйҙең иң яҡшы предприятиеһы» дипломы бирелде.

«Башкирэнерго» үҙенең етештереү потенциалын ишәйтеүҙе, техник-иҡтисади күрһәткестәрен яҡшыртыуҙы, конкуренцияға һәләтлелеген нығытыуҙы дауам итә. Электр техникаһы ҡорамалдары паркын камиллаштырыу, бөтә быуындарының ышаныслы һәм һаҡсыл эшләүен яҡшыртыу менән бер рәттән «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәте Ҡарман ГРЭС-ының ҡеүәтен үҫтереү һәм Өфөлә 5-се ТЭЦ-ты төҙөү эштәрен дә алып бара. 500 кВтсәғ юғары вольтлы «Буй — Өфө» линияһын төҙөү тамамланып килә, ул Ҡарман ГРЭС-ының арзаныраҡ электр энер-гияһын республика баш ҡалаһына ебәрергә мөмкинлек бирәсәк.

Йылылыҡ электр станциялары һәм ҡаҙан цехтары һауаға көкөрт, азот, углерод окиселдарын, зарарлы ауыр металдар сығара. Ер атмосфераһында ошо бысраҡ ҡалдыҡтар юл ҡуйылған сиктән ашып китмәһендәр әсән, саң һәм газ хәлендәге ҡалдыҡтар төтөн сығарғыс торбалар аша һауала таратыла. Республиканың ҡайһы бер электр станцияларында торбаларҙың бейеклеге 400 м һәм унан да артығыраҡ. ТЭС мейестәрендә мазут яндырғанда уларҙың мөрйә торбалары көкөртлө ангидритты һәм азот окиселдарын һауала 1,5 мең км араға тарата ала. Был ҡалдыҡтар һыу пары менән реакцияға инеп, кислота ямғыры булып ергә яуа. Бындай ямғыр бик киң майҙанда ауыл хужалығы сәсеүлектәренә, урмандарға, тупраҡҡа, хайуандар донъяһына, кешеләрҙең һаулығына ҙур зыян килтерә.

Республика электр энергетикаһы гидроэнергетика ресурстарын үҙләштереү иҫәбенә үҙенең ҡеүәтен һиҙелерлек үҫтерә ала. Башҡортостан йылғаларында тупланған энергия запасы 1,5 млн кВт тип баһалана.

Был йәһәттән Ҡариҙел йылғаһы иң ҡеүәтле һәм файҙаланыу әсән сағыштырмаса һөҙөмтәле гидроэнергия сығанағы булып иҫәпләнә. Унда 50-се йылдарҙа 166 мең кВт ҡеүәтле Павловка ГЭС-ы төҙөлдө. Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларын һыу менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында Ағиҙел йылғаһының үрге ағымында Йомағужа һыу һаҡлағысы һәм 45 мең кВт ҡеүәтле гидроэлектр станцияһы төҙөлә башланы. Ҙур булмаған ГЭС Нөгөш һыу һаҡлағысында ла бар. Бәләкәйерәк йылғаларҙа ҙур булмаған гидроэлектростанциялар төҙөй башланылар, Белорет районында Үҙән ГЭС-ы (Үҙән йылғаһында) сафҡа индерелде лә инде; Әлшәй районында Ыҫлаҡ (Ҡорҫаҡ йылғаһында) һәм Мәсетле районында Ыҡ йылғаһында ГЭС-тар төҙөлә башланы.

Республика электр тапшырыу линияларының ҡуйы селтәре менән солғап алынған. Уларҙың оҙонлоғо, дөйөм алғанда, Ер шарын экватор буйынса ике тапҡыр уратып алырға етә.

Машиналар эшләү комплексы

Машиналар эшләү комплексы, халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарын машиналар, ҡорамалдар һәм приборҙар менән тәьмин итеп, етештереүҙе тиҙләтеүҙә, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙә, тотош илдең һәм уның райондарының иҡтисади һәм социаль үҫешен тәьмин итеүҙә бик мөһим роль уйнай.

Машиналар эшләү комплексы республиканың бөтә тармаҡ-ара комплекстары араһында продукцияһының ҡиммәте буйынса — өсөнсө, ә эшселәренең һаны буйынса беренсе урынды биләй.

Ҡорамалдарға һәм машиналарға урында һорауҙың үҫә барыуы, шулай уҡ бында юғары һөҙөмтәле яғыулыҡ һәм энергия менән тәьмин итеү системаһы, машиналар эшләү тармағы өсөн бик кәрәкле пластмассалар, резина-техник һәм лак-буяу әйберҙәре һәм техник быяла етештереү пред-приятиеларының булыуы республикала машиналар эшләү заводтарын урынлаштырыу өсән уңайлы ерлек булды. Республикала фәнни-конструкторлыҡ учреждениеларының һәм машиналар эшләү тармағы әсән кадрҙар әҙерләүсе уҡыу йорттарының киң селтәре булыуы ла бик мөһим ине.

Комплекс 130 предприятиены эсенә ала. Уларҙың күп өлөшө нефть, газ сығарыу һәм эшкәртеү тармағын техника менән тәьмин итеүгә бәйләнгән. Предприятиеларының дөйөм һаны һәм иҡтисади әһәмиәте яғынан улар Башҡортостан машиналар эшләү сәнәғәтендә иң алдынғы урындарҙың береһен алып тора.

Нефть сәнәғәте өсөн ҡорамалдар һәм аппаратура

Октябрьскийҙә, Ишембайҙа, Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта нефть промыслалары өсөн ҡорамалдар һәм аппаратура эшләп сығарыла, улар республикала ғына файҙаланылып ҡалмай, Рәсәй һәм БДБ-ның башҡа төбәктәренә лә оҙатыла.

Өфө һәм Туймазы заводтарында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү һәм скважиналарҙы тикшереү өсөн кәрәкле геофизик һәм геологик приборҙар кеүек продукция ла киң һорау менән файҙаланыла. Торба үткәргестәр транспорты ихтыяжы өсөн Стәрлетамаҡта һәм Благовещенскиҙа торба һалғыстар һәм торба үткәргес арматуралары (келә, бик, ҡапҡастар) етештереү үҙләштерелде.

Октябрьскийҙә «Блокжилкомплект» акционерҙар йәмғиәте эшләй, бындай предприятиелар Рәсәйҙә лә һирәк осрай әле. Уның продукцияһы (шассиҙа — күсмә (мобиль) биналар һәм шассиһыҙ даими (стационар) биналар: йылылыҡ, канализация, электр ҡорамалдары менән тәьмин ителгән дөйөм ятаҡтар, ашханалар, һаулыҡ һаҡлау пункттары, магазиндар һ. б. ш.) ҡала һәм ауылдарҙан алыҫ урынлашҡан нефть, газ һәм башҡа файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә һәм файҙаланғанда алмаштырғыһыҙ булып тора.

«Салауатнефтемаш» ғилми-етештереү берекмәһе Рәсәйҙә нефть һәм газ эшкәртеү заводтары өсөн ҡорамалдар етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Туймазы «Химмаш» һәм Күмертау «Нефте-химмаш» (Маячный ауылы) заводтары химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен технологик ҡорамалдар менән тәьмин итә.

Төҫлө металлургия рудниктары һәм предприятиелары әсән ҡорамалдар «Горнас» (Өфө) һәм Баймаҡта Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге машиналар эшләү заводтарында етештерелә. Күптәнге «Горнас» заводы ҡом һәм тупраҡ насостары эшләп сығарыуға, ә Баймаҡтағы завод тау ҡорамалдары өсөн запас частар етештереүгә махсуслашҡан.

Ауыл хужалығы машиналары

Республикала сәнәғәттең башҡа ҡайһы бер тармаҡтары өсөн дә технологик ҡорамалдар етештерелә. Учалыла, мәҫәлән, «Лесмаш» заводы эшләй, Стәрлетамаҡта — еңел сәнәғәт өсөн, Дәүләкәндә он тартыу предприятиелары осон ҡорамалдар етештерелә.

Республика иҡтисадында мөһим роль уйнаған ауыл хужалығын техника менән тәьмин итеү маҡсатында ауыл хужалығы машиналары эшләү тармағы үҫтерелә. 80-се йылдарҙа Нефтекамала «Башсельмаш» заводы төҙөлдө, ул тупраҡҡа минераль ашламалар һәм эзбиз индереү әсән машиналар, шулай уҡ трактор тағылмалары, сәскестәр һ. б. ш. эшләп сығара.

Бәләбәйҙәге «Бәлсельмаш» малсылыҡ фермалары әсән ҡорамалдар, «Өфөсельмаш» малсылыҡ биналарын елләтеү өсөн вентиляторҙар етештерә. Дәүләкәндә мал аҙығы етештереү машиналары эшләп сығарыла. Стәрлетамаҡта умартасылыҡ инвентары етештереүсе завод эшләй.

Белорет трактор рессоралары һәм пружиналар заводы ла ауыл хужалығы машиналары эшләү предприя-тиелары төркөмөнә ҡарай. Республиканың эшләп килгән ху-жалыҡ тармаҡтарын техника менән тәьмин итеүсе беҙ үрҙә ҡылыҡһырлап үткән машиналар эшләү сәнәғәте аҡрынлап барлыҡҡа килде һәм эшләп сығарған продукцияға һорау арта барған һайын нығына барҙы.

Әммә был Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа яҡын төбәктәрҙән эвакуацияланған предприятиеларҙы республикала урынлаштырыуға ҡағылмай. Эвакуацияланған предприятиелар араһында машиналар эшләү заводтары ла байтаҡ ине (Ишембайҙа һәм Стәрлетамаҡта урынлаштырылған быраулау һәм нефть машиналары эшләү заводтары, Стәрлетамаҡта станоктар эшләү, Өфөлә кабель заводы һәм оборона әһәмиәтендәге бер нисә предприятие).

Башҡортостан машиналар эшләү сәнәғәтенең үҫешендә икенсе һикереш 70—80-се йылдарҙа яһалды. Шуның һөҙөмтәһендә 1970—1985 йылдарҙа машиналар эшләү тармағының тулайым продукцияһы республикала 5 тапҡыр, ә СССР-ҙа 3,5 тапҡыр үҫте.

Башҡортостанда машиналар эшләү тармағы үҫешенең ҡыҙыу осоро, нефть, газ һәм һоро күмер ятҡылыҡтарының запасы ярлыланыу сәбәпле, уларҙы сығарыу күләменең ҡырҡа кәмеү ваҡытына тура килде. Шуға бәйле рәүештә, машиналар эшләү кеүек күп хеҙмәт талап иткән тармаҡтың ҡеүәттәрен үҫтереү кәрәклеге ҡырҡа рәүештә алға баҫты. Быны ғәмәлгә ашырыу нефть һәм газ сығарыу тармаҡтарынан бушаған кешеләрҙе эш урыны менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республикала автомобилдәр эшләүсе бер төркөм заводтар барлыҡҡа килде, улар, нефть машиналары эшләү тармағы кеүек үк, дөйөм Союз күләмендә Башҡортостан махсуслашҡан тармаҡ булып әүерелде.

1971 йылда Бәләбәйҙә Волжск автозаводы әсән деталдәр эшләп сығарырға тейешле «Автонормаль» заводы сафҡа индерелде. Уның артынса Октябрьскийҙа «Авто-прибор» заводы (хәҙер «Апри» акционерҙар йәмғиәте) эшләй башланы, ул автомобилдең эш режимын күҙәтеүсе приборҙар (спидометр, датчик, манометр һ. б. ш.), кабиналарҙы йылытыу һәм елләтеү әсән электр двигателдәре етештереүгә махсуслашҡайны. Был приборҙар Рәсәйҙәге автомобиль заводтарына оҙатыла.

70-се йылдарҙың икенсе яртыһында Нефтекама үҙбушатҡыс автомобилдәр заводы (хәҙер — НефАЗ") эшкә башланы. Ул Кама, Мейәс, Түбәнге Новгород автозавод-тары шассийы нигеҙендә автоүҙбушатҡыстар, нефть продукттары, шыйыҡ ашламалар ташыу әсән автоцистерналар, ауыл хужалығы ихтыяждары әсән йөк автомобилдәре, нефтселәрҙе һәм газ сығарыусыларҙы хеҙмәтләндереүсе вахта автобустары, йөк автомобилдәренә тағылмалар эшләп сығара. Завод шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһы етештереүҙе лә үҙләштерә. Эшләп сығарылған продукцияның юғары сифаты өсөн завод бер нисә тапҡыр халыҡ-ара бүләктәргә, шул иҫәптән 1977 йылда «Алтын Меркурий» призына, лайыҡ булды.

Өфөлә уның 425 йыллығын байрам итеү алдынан троллейбустар эшләп сығарыу яйға һалынды.

«Москвич-412» еңел автомобиленә двигателдәр етештереү 60-сыйылдарҙа уҡ әле Өфө моторҙар эшләү заводында (хәҙер «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» — УМПО) үҙләштерелгәйне. Хәҙер был моторҙар нигеҙҙә Ижевск еңел автомобилдәр заводына ебәрелә.

Авиация моторҙары эшләү Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы алдынан башланғайны. Хәҙер иһә, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе (УМПО) СУ һәм МИГ хәрби самолеттарына газ турбиналы двигателдәр етештерә.

Авиация тармағы

 
Күмертау авиация етештереү предприятиеһы

Күмертау авиация етештереү предприятиеһы ла (Күм АП П) шаҡтай дәрәжәлә Башҡортостан машиналар эшләү сөнәғәтенең йөҙөн билдәләй. Ул тыныс тормош верто-леттары — КА-32 (Камов конструкцияһы) эшләп сығара һәм уларҙы Көньяҡ Корея, АҠШ, Аргентинаға һата. Башҡортостанда авиация төҙөлөшө әсән комплектлау деталдәре һәм узелдары етештереүсе предприятиелар уңышлы эшләй (Өфө «Гидравлика» агрегат предприятиеһы һәм Өфө агрегат производство берекмәһе).

Башҡортостан һәр ваҡыт төҙөлөш эштәренең ҙур күләме менән айырылып торҙо. Был төҙөлөш машиналары етештереү тармағының барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә булышлыҡ итте. Стәрлетамаҡ «Строймаш» заводы бына ярты быуаттан ашыу нигеҙ бағаналары ҡағыу әсән сүкештәр етештерә. Уларҙы төҙөлөштә ҡулланыу йорт, производство биналары һәм башҡа ҡоролмаларҙың нигеҙҙәрен һалғанда эште шаҡтай тиҙләтә һәм ул байтаҡ арзаныраҡҡа төшә. Күптән түгел заводта бульдозерҙар эшләп сығара башланылар.

Туймазыла бетон бутау һәм бетон ташыу автомашиналары етештереү үҙләштерелде. 80-се йылдар аҙағында Белоретта механизацияланған ҡорамалдар, яйланмалар заводы сафҡа индерелде, ул электр дрелдәре, шымартыу машиналары, пневматик һөймәндәр, ҡырҡҡыс сүкештәр һ. б. ш. эшләп сығара. Завод продукцияһы Рәсәй менән БДБ-ла ғына түгел, ә Яҡын Көнсығыш һәм Европаның байтаҡ илдәренә һатыла.

Башҡортостанда киң төрҙәге продукция эшләп сығарыусы электр техникаһы сәнәғәте лә ҙур үҫеш алды. Түбән вольтлы электр двигателдәре, яҡтыртыу һәм телефон кабеле, һәр төрлө электр лампалары һәм башҡа күп продукция шулар иҫәбенә инә. «Өфөкабель», «Свет» (элекке электр лампалары заводы) «Электроаппарат», «Башэлектро-монтаж» предприятиелары һәм Октябрьскийҙағы «Низковольтник» заводы был тармаҡтың иң ҙур пред-приятиеларынан һанала.

Элемтә саралары етештереүҙә Өфөләге «БЭТО концерны» акционерҙар йәмғиәте төп урынды алып тора. Ул электронлы автоматлаштырылған телефон станциялары, телефон коммутаторҙары һәм радиоалғыстар эшләп сығара.

Автоматика приборҙары һәм саралары эшләп сығарыусы предприятиелар араһында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе айырылып тора, ул илдә авиация машиналары эшләп сығарыусы иң ҙур завод булып һанала. Уның продукцияһы донъяның тиҫтәләгән илдәренә һатыла. Үҙ продукцияһын (биноклдәр, оптик прицелдар, монокулярҙар — ҡарау торбалары, медицина техникаһы изделиелары) сит илдәргә сығарыусы йәнә ҙур бер предприятие — Салауат оптика-механика заводы. Салауат ҡалаһының үҙендә үк етештерелгән юғары сифатлы быяланы файҙаланып эшләүсе был завод үҙ продукцияһын ҙур конкуренция шарттарына бирешмәҫлек итә.

Станоктар эшләү

Башҡортостандың станоктар эшләү сәнәғәте металл һәм ағас эшкәртеү өсөн станоктар етештерә. Стәрлетамаҡтың В. И. Ленин исемендәге станоктар эшләү заводы һанлы программа менән идара ителеүсе (ЧПУ) универсаль һәм махсус маркалы металл эшкәртеү станоктары етештерә. Был станоктар юғары сифаты һәм ҙур етештереүсәнлеге менән айырылып тора. Шуға ла, уны һатыу баҙары донъяның 70-тән ашыу илен үҙ эсенә ала. Ишембай станоктар заводы паркет һәм йышыу станоктары эшләп сығара.

Машиналар эшләү предприятиеларының бер өлөшө, төп продукциянан тыш, ҡайһы бер көнкүреш, мәҙәни-көнкүреш тауарҙары, хужалыҡ кәрәк-ярағы етештерә. Мәҫәлән, УМПО «Урал», «Агрос» мотоблокта-ры, «Рысь», «Барс» ҡар саналары, һыу мотоциклдары, Өфө агрегат производство берекмәһе саң һурҙырғыстар һәм электр үтектәре, Өфө приборҙар эшләү берекмәһе «Ағиҙел» электр бритваһы, электр сәс бөҙрәләткестәр, эш ҡоралдарының төрлө йыйылмалары һ. б. ш. эшләп сығара. Шулай ҙа был тауарҙар төрө әлегә бик сикләнгән. Республикала әлеге көндә халыҡ ҡулланыу тауарҙары етештереүгә махсуслашҡан бер генә машиналар эшләү предприятиеһы ла юҡ.

Баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында машиналар эшләү сәнәғәте ауыр хәлдә тороп ҡалды. Был күп кенә машиналар эшләү предприятиелары продукцияһының конкуренцияға һәләтһеҙ һәм сит илдә генә түгел, хатта үҙебеҙҙең илдә лә уларға һорауҙың сикләнеүе менән генә бәйле булманы. Республикала хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиелары байтаҡ.

Оборона продукцияһына заказдарҙың ҡырҡа кәмеүе сәбәпле, уны етештереү күләме лә ныҡ ҡыҫҡарҙы. Ҡеүәтле фәнни-техник потенциалы һәм юғары әҙерлекле белгестәре булған был предприятиеларҙы тыныс тормош продукцияһы етештереү юлына күсереү халыҡ ҡулланыу тауарҙары эшләп сығарыуҙы, ул тармаҡтарҙы заманса техника менән йыһазландырыуҙы, конкуренцияға һәләтле машиналар эшләү продукцияһы экспортын киңәйтеүҙе тәьмин итер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә ХСК предприятиеларын конверсиялау программаһы әлеге көнгә тиклем эшләнмәгән. Шулай булғас, был предприятиеларҙы конверсиялауға дәүләт аҡса бүлмәй тигән һүҙ.

Машиналар эшләү заводтарының ҡалдыҡтарында тирә-йүнгә нефть продукттары, иреткестәр, ауыр металдар һәм башҡа төрлө зарарлы матдәләр сығарып ташлана. Гальваник шлам тип аталған нәмә — иретеп йәбештергәндә, металға кислота һәм тоҙҙар менән тәьҫир иткәндә хасил булған ултырмалар етди экологик проблема тыуҙыра. Шлам — зарарлы матдә һәм уны зарарһыҙлау мәсьәләһе машиналар эшләү предприятиеларының күпселегендә аҙағына тиклем хәл ителмәгән. Шунлыҡтан ул, ҡағиҙә рәүешендә, көнкүреш ҡалдыҡтары бушатылған урынға ташыла, унан ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарына эләгеүе мөмкин.

Ҡалалары

Өфө 1 077 719
Стәрлетамаҡ 275 798
Салауат 154 884
Нефтекама 135 540
Октябрьский 111 551
Белорет 67 735
Туймазы 67 088
Ишембай 66 341
Сибай 62 669
Күмертау 62 284
Мәләүез 60 475
Бәләбәй 59 683
Бөрө 43 765
Учалы 37 762
Благовещен 34 844
Дүртөйлө 31 152
Яңауыл 26 597
Дәүләкән 24 069
Шишмә 21 540
Баймаҡ 17 710
Межгорье 16 866
Ағиҙел 15 932

Райондары

Башҡортостан Республикаһы составында 54 административ район, 21 ҡала, 2 ҡала тибындағы ҡасаба (Шишмә һәм Приют), 828 ауыл биләмәһе һәм 4434 ауыл иҫәпләнә[17][18].

 
Башҡортостан Республикаһы административ-территориаль бүленеше картаһы
Муниципаль районы
1 Әбйәлил районы 28 Ишембай районы
2 Әлшәй районы 29 Ҡалтасы районы
3 Архангел районы 30 Ҡариҙел районы
4 Асҡын районы 31 Ҡырмыҫҡалы районы
5 Ауырғазы районы 32 Ҡыйғы районы
6 Баймаҡ районы 33 Краснокама районы
7 Баҡалы районы 34 Күгәрсен районы
8 Балтас районы 35 Кушнаренко районы
9 Бәләбәй районы 36 Көйөргәҙе районы
10 Балаҡатай районы 37 Мәләүез районы
11 Белорет районы 38 Мәсетле районы
12 Бишбүләк районы 39 Мишкә районы
13 Бөрө районы 40 Миәкә районы
14 Благовар районы 41 Нуриман районы
15 Благовещен районы 42 Салауат районы
16 Бүздәк районы 43 Стәрлебаш районы
17 Борай районы 44 Стәрлетамаҡ районы
18 Бөрйән районы 45 Тәтешле районы
19 Ғафури районы 46 Туймазы районы
20 Дәүләкән районы 47 Өфө районы
21 Дыуан районы 48 Учалы районы
22 Дүртөйлө районы 49 Федоровка районы
23 Йәрмәкәй районы 50 Хәйбулла районы
24 Ейәнсура районы 51 Саҡмағош районы
25 Йылайыр районы 52 Шишмә районы
26 Иглин районы 53 Шаран районы
27 Илеш районы 54 Яңауыл районы

Ҡаҙаныштары

  • 2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды һәм Милли спорт премияһына лайыҡ булды[19].

Әҙәбиәт

  • Ахмедов Р. О реках, озерах и травах. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Башкирия туристская. Путеводитель. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Башкортостан сегодня. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Вахитов Р. Ш. Пчелы и люди. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Животный мир Башкортостана. — Өфө: Башҡ. «Китап» нәшр., 1995.
  • Иванов В. М., Петров Е. М. Башкирский государственный заповедник. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1965.
  • Кострин К. В. Нефть и газ на карте нашей Родины. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Красная книга Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Кучеров Е. В. Календарь природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Кучеров Е. В. и др. Памятники природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1974.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1990.
  • Кучеров Е. В. По Южному Уралу. Путевые заметки биолога-натуралиста. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Марушин В. А. Вместе весело шагать. Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Марушин В. А. Где отдыхать уфимцам. Пять путешествий по реке Инзер. — Өфө: «Нур» нәшриәте, 1998.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Куршаков С. В. Экология Башкортостана. Учебник для средней школы. — Өфө: Китап, 1999.
  • Павлов Б. Покушение на заветное. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Подземные дворцы Башкирии. Фотоальбом. — М.: Планета, 1984.
  • Попов Г. В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Природные ресурсы Башкирии и их охрана. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1975.
  • Путеводитель по Каповой пещере. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1969.
  • Рахимкулов М. Любовь моя — Башкирия. Литературно-краеведческие очерки. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Ремезов Н. В. Быль в сказочной стране. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.
  • Рычков П. И. Топография Оренбургской губернии. — Өфө: Китап, 1999.
  • Сидоров В. В. Исследователи края Башкирского. Век XVIII. — Өфө: Китап, 1997.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Фаткуллин Р. А. Природные ресурсы РБ и рациональное их использо-вание. — Өфө: Китап, 1996.
  • Хәйретдинов А. Ф. Рукотворные леса. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Хакимов Р. Г. Здесь Азия встречается с Европой. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Хисматов М. Ф. Башкирия моя. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Шакуров Р. 3. По следам географических названий. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление Учредительного Курултая Башкурдистана (рус.)
  2. Касимов С. Ф. Ахметзаки Валидов и образование автономии башкирского народа (рус.)
  3. Переговоры Башкирского правительства с представителями Советской республики завершились подписанием 20 марта 1919 года Соглашение центральной Советской власти с Башкирским Правительством о Советской Автономной Башкирии|Соглашения Российского рабоче-крестьянского правительства с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии. В результате республика Башкурдистан была преобразована в Советскую Автономную Социалистическую Республику — Башкирскую АССР

    Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 417. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.

  4. В период с 3 (4) февраля 1918 года по 3 (4) апреля 1918 года члены Башкирского Правительства находились под арестом в Оренбурге.
  5. Пять аргументов в пользу суверенитета 2012 йыл 19 ғинуар архивланған. (рус.)
  6. Декларация о государственном суверенитете 2008 йыл 14 октябрь архивланған. (рус.)
  7. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  8. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
  9. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  10. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы. 5-се ст., 1,2 -се пп.
  11. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы. 1-се бүлек, 1-се глава, 1-се статья
  12. Указ Президента РФ от 13 мая 2000 г. N 849 «О полномочном представителе Президента Российской Федерации в федеральном округе»
  13. ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО 2020 йыл 19 октябрь архивланған.
  14. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йыл 30 июнь архивланған.
  15. Федеральный конституционный закон «О Правительстве Российской Федерации» 2009 йыл 17 август архивланған. kremlin.ru 17 декабря 1997.
  16. 16,0 16,1 Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. — Уфа: Китап, 2008. — 448 с.: ил.
  17. Административно-территориальное деление Республики Башкортостан 2014 йыл 9 апрель архивланған.
  18. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 11 июнь 2013 года. 2018 йыл 27 август архивланған.
  19. Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 13 декабрь (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2019)

Һылтанмалар