10 апрель
көнө
10 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 100-сө (кәбисә йылында 101-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 265 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Әзербайжан: Төҙөүсе көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1948: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Салауат ҡалаһында 18-се комбинат (бөгөн Газпром Нефтехим Салауат йәмғиәте) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1965: Нефтекама ҡалаһы «Красное знамя» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ралль Юрий Фёдорович (1890—16.09.1948), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, вице-адмирал (1941). Ленин, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ушаков, I дәрәжә Нахимов һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (1930—27.05.1990), СССР нефтсеһе, Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районындағы нефть ятҡылығын асыусы һәм ошо исемдәге Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы. «Почёт Билдәһе» ордены (1986) кавалеры, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
- Садиҡова Зида Рәшит ҡыҙы (1935), ғалим-тел белгесе. 1960—2003 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылынан.
- Йосопов Рәйес Йыһанур улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – автоматик системалар буйынса баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (1907—21.01.1989), СССР архитекторы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1935 йылдан СССР-ҙың Архитекторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976), СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһы ағза-корреспонденты (1957). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947), РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Сәләхетдинова Зәйнәб Минәхмәт ҡыҙы (1927—5.05.2016), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1966—1985 йылдарҙа Шаран районы «Правда» колхозы рәйесе. Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Пстыго Иван Иванович (1918—23.02.2009), хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Волгоград ҡалаһының почётлы гражданы.
- Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (1928—23.04.2010), СССР һәм Рәсәй артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, диктор. РСФСР‑ҙың (1981) һәм Татар АССР‑ының (1974) халыҡ артисы. Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаты (1970, 1974). ТАССР‑ҙың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ғайса Хөсәйенов (1928), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938), педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм үҙешмәкәр композитор. Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Ишембай районының почётлы гражданы (2008).
- Денисов Владимир Владимирович (1953), шағир, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус һәм рус телендә ижад итеүсе яҙыусылар берекмәһе етәксеһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Яҡупов Рәшит Ғайса улы (1929), ауыл хужалығы ветераны. 1953—1990 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Дементьев Евгений Павлович (1939), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Иҫке Широкий ауылынан.
- Хәйруллин Наил Ғиндулла улы (1939—19.09.2011), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—2007 йылдарҙа Ҡазан финанс‑иҡтисад институты ректоры. Иҡисад фәндәре кандидаты (1974), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1991). Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Тәпәреш ауылынан.
- Кәримова Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы (1954), ғалим-гигиенист, эпидемиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1755: Самуэль Ганеман, Германия табибы, традицион медицинаға альтернатив булған гомеопатияға нигеҙ һалыусы.
- 1810: Бенджамин Генри Дэй, АҠШ журналисы, «Нью-Йорк Сан» гәзитен башлап сығарусы.
- 1865: Джек Майнер, Канада натуралисы, орнитолог, ҡоштарҙы өйрәнеүсе фонд асыусы.
- 1895: Всеволод Рождественский, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, хәрби хәбәрсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1910: Евгений Фёдоров, СССР ғалимы, геофизик, академик, Советтар Союзы Геройы (1938).
- 1930: Клод Боллинг, Франция музыканты, композитор һәм актёр.
- 1940: Әмирйән Гәрәев, СССР-ҙың хәрби табибы, генерал-майор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы.
- 1940: Данияр Мөштәри, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-математигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
- 1980: Александр Ерёменко, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1994: Рәүеф Мортазин, композитор, башҡорт музыкаһында симфония жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1974: Сосланбәк Тавасиев, скульптор, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы.
- 1991: Юмжагийн Цэдэнбал, Монголия Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре.