Йәрмәкәй районы

Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.

Йәрмәкәй районы
Флаг[d]
Flag of Ermekeevsky rayon.svgCoat of Arms of Ermekeevo rayon (Bashkortostan).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935 һәм 13 декабрь 1968
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Административ үҙәк Йәрмәкәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Башҡорт АССР-ы
Халыҡ һаны 17 162 кеше (2010)[1]
Сиктәш Бишбүләк районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1 февраль 1963
Майҙаны 1437 км²
Рәсми сайт ermekeevo.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
Commons-logo.svg Йәрмәкәй районы Викимилектә

Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.

Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,8 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.

Билдәле шәхестәреҮҙгәртергә


Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Йыл Халыҡ һаны
1939 43 655 [10][11]
1959 29 912 [12][11]
1970 27 024 [13][11]
Йыл Халыҡ һаны
1979 22 527 [14][11]
1989 18 155 [15][11]
2002 18 205 [16][11]
Йыл Халыҡ һаны
2010 17 162 [1]
2018 15 828 [17]
2019 15 789 [18]

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

ГеографияһыҮҙгәртергә

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.

Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3 % майҙаны ҡаплай.

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары бар.

ИҡтисадҮҙгәртергә

Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит малсылығы һәм һарыҡсылыҡ. Районда «Приют» һәм «Плодосовхоз» ярҙамсы ауыл хужалығы предприятиелар бар, икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы урынлашҡан.

ТранспортҮҙгәртергә

Район территорияһының көньяҡ өлөшөнән Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.

Социаль-мәҙәни өлкәҮҙгәртергә

Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә «К новым победам» гәз. нәшер ителә.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. Сайт-энциклопедия Ермекеевского района. Артикуленко, Любовь Алексеевна 2019 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 апрель 2019)
  3. День театра в Ермекеево отметили премьерой драмы «Ода любви». ИА «Башинформ», 27 марта 2015 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 декабрь 2018)
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Ғарифуллин Флорит Сәғит улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 16 октябрь 2018)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәниев Наил Сәйетгәрәй улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 март 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Степанов Никита Андреевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2018)
  7. Башкирская энциклопедия — Хайретдинов Альфат Фазлутдинович 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 сентябрь 2018)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Хәмиҙуллин Мөғәллим Мәсәғүт улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 11 май 2019)
  9. Администрация муниципального района Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2016 йылдың 13 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2018)
  10. перепись населения СССР 1939 года
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  12. перепись населения СССР 1959 года
  13. перепись населения СССР 1970 года
  14. перепись населения СССР 1979 года
  15. перепись населения СССР 1989 года
  16. Всероссийская перепись населения 2002 года
  17. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  18. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә