3 октябрь
көнө
3 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 276-сы көнө (кәбисә йылында 277-се). Йыл аҙағына тиклем 89 көн ҡала.
3 октябрь | |
![]() |
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Германия: Берҙәмлек көнө.
- Көньяҡ Корея: Дәүләт көнө.
- Рәсәй: ОМОН көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Павлюкович Владимир Петрович (1950), хеҙмәт ветераны, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1988—1999 йылдарҙа Әбйәлил район ремонт-техник предприятиеһы директоры, 1999—2009 йылдарҙа Әбйәлил район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почётлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
- Тарасов Сергей Александрович (1950), дзюдо буйынса тренер. 1974—2005 йылдарҙа «Юлдаш» физик культура йортонда уҡытыусы-тренер, бер үк ваҡытта 1992 йылдан «Луч» спорт-реабилитация үҙәге, 1995—2001 йылдарҙа Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы тренеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Токарев Евлампий Тимофеевич (1912—1995), ауыл хужалығы хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945-1955 йылдарҙа Кушнаренко районы «Восход» совхозы механизаторы, 1955-1954 йылдарҙа «Заветы Ильича» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өс Ленин (1949, 1951, 1954) һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Кувыков ауылынан.
- Ғималова Фәнүзә Арыҫлан ҡыҙы (1957), ғалим-химик-органик, химия фәндәре докторы (2007), профессор (2010).
- Лилиә Һаҡмар (Ҡәйепова Лилиә Зәйнулла ҡыҙы; (1962), шағир, драматург, тәржемәсе һәм журналист. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғабдрахманов Рәйес Бикмөхәмәт улы (1918—7.03.1988), башҡорт журналисы, яҙыусы. 1948 йылдан КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы (1958), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2010—2019 йылдарҙа Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Байыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Добротворский Пётр Иванович (1839—17.01.1908), Рәсәй империяһы яҙыусыһы, юрист. 1863 йылдан Бөрө, 1865 йылдан — Бәләбәй өйәҙендә мировой аралашсы, 1877—1983 йылдарҙа Өфө өйәҙендә мировой судья. Матбуғатта башҡорт ерҙәрен талауға ҡаршы баҫылған мәҡәләләр авторы. Сығышы менән хәҙерге Ульяновск ҡалаһынан, 1861 йылдан ғүмеренең аҙағынаса Башҡортостанда йәшәй.
- Бобкова Евгения Владимировна (1934—01.2012), ғалим-микробиолог. 1965—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1967—2007 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан — лаборатория мөдире. Медицина фәндәре докторы (1992), профессор. (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғарифуллин Радик Зөфәр улы (1959), рәссам, хәҙерге һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеше вәкиле. 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Емелин Анатолий Анатольевич (1964), хоккейсы, тренер. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1824: Иван Никитин, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1837: Пётр Лесгафт, педагог, анатом, Рәсәй империяһында физик культураға фәнни нигеҙ һалыусы.
- 1873: Вячеслав Шишков, рус яҙыусыһы («Угрюм-река», «Емельян Пугачев»).
- 1883: Ида Рубинштейн, балерина.
- 1895: Сергей Есенин, рус совет шағиры.
- 1919: Эдуардас Межелайтис, совет шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- 1935: Армен Джигарханян, совет театр һәм кино актёры.
- 1964: Вадим Самойлов, музыкант, «Агата Кристи» рок-төркөмө ҡатнашыусыһы.
- 1981: Златан Ибрагимович, швед футболсыһы.