Джером Дэвид Сэлинджер

Америка яҙыусыһы

Джеро́м Дэ́вид (Джей Ди) Сэ́линджер (ингл. Jerome David J. D. Salinger 1 ғинуар 1919(19190101), Нью-Йорк — 27 ғинуар[8][9] 2010, Корниш, Нью-Гэмпшир) — америка яҙыусыһы, уның әҫәрҙәре The New Yorker журналында 1940-сы һәм 1950-се йылдарҙа баҫылып сыға.

Джером Дэвид Сэлинджер
ингл. Jerome David Salinger
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 1 ғинуар 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары[2]
Вафат булған көнө 27 ғинуар 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[4][2][3][…] (91 йәш)
Вафат булған урыны Корниш[d], Салливан[d], Нью-Гэмпшир[d], Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны билдәһеҙ[5]
Хәләл ефете Claire Douglas[d]
Балалары Мэтт Сэлинджер[d] һәм Margaret Salinger[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө яҙыусы, романист
Эшмәкәрлек төрө художественная литература[d]
Уҡыу йорто Колумбийский университет[d]
Columbia University School of General Studies[d]
Военная академия и колледж Уэлли-Форс[d]
McBurney School[d]
государственная школа на Манхэттене[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө Армия США[d]
Архивы хранятся в British Archive for Contemporary Writing[d][6] һәм Центр Гарри Рэнсома[d][7]
 Джером Дэвид Сэлинджер Викимилектә

Сэлинджер Манхэттенда үҫә, урта мәктәптә уҡыған сағында хикәйәләр яҙа башлай. Тәүге әҫәрҙәре Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем үк баҫылып сыға. Һуғыш башланғас, Сэлинджер үҙ теләге менән фронтҡа китә. Уны һуғышҡа сәләмәтлеге торошо буйынса алмағандар, ләкин барыбер ул үҙенекенә өлгәшкән. Фронтта сағында уҡ, ул үҙенең көндәлегендә былай тип яҙа: «Мин кәрәк ваҡытта кәрәк урында булыуымды тоям, сөнки бында бөтә кешелектең киләсәге өсөн һуғыш бара».

1940-сы йылдарҙың икенсе яртыһында Сэлинджерға америка новеллистикаларының иң шәп һәм күп вәғәҙә итеүсе оҫталарының береһе тигән репутация нығына. Хикәйәләренең күбеһе һуғыштың имгәнеү кисерештәрен сағылдыра.

1951 йылда Сэлинджер «Над пропастью во ржи» тигән тәрбиә романын нәшер итә, был әҫәр бөтә донъя уҡыусыларының һөйөүен яулап өлгөрә. Бер нисә быуын йәштәр китаптың өлкәнәйеп барыусы геройы Холден Колфилдтың иллюзияларын юғалтыуын ныҡ көйәләнеп күҙәтә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә китаптың күсермәһе быға тиклем ғүмерҙә лә булмаған 60 миллион дана һатыла һәм әлегә тиклем йыл һайын был китаптың 250 000 данаһы һатылып тора.

1965 йылдан һуң Сэлинджер баҫылыуҙан туҡтай һәм кешеләр араһына сыҡмай йәшәй. Һуңғы интервьюһын ул 1980 йылда бирә.

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Манхеттенда яҙыусы үҫкән 1133 Park Avenue

1919 йылдың 1 ғинуарында Нью-Йоркта тыуған. Уның атаһы — Соломон Сэлинджер (1887—1974), литва сығышлы йәһүд, ыҫланған сыр менән күмәртәләп сауҙа итеүсе хәлле һатыусы. Джеромдың әсәһе Мириам Сэлинджер (туйға тиклем Мэри Джиллик исемен йөрөткән) — шотланд-ирланд сығышлы, иудаизмды ҡабул иткән Дорис, Джеромдың берҙән-бер апаһы унан һигеҙ йәшкә һәм ике айға өлкәнерәк була.

Атаһы улына яҡшы белем бирергә тырыша. 1936 йыл Джером Пенсильвания штатының Вэлли-Фордждағы хәрби училищеһын тамамлай. Бында уның әҙәби дебюты үтә: Джером мәктәп гимнына өс строфа яҙа, әйткәндәй, ул гимн бөгөнгө көнгә тиклем башҡарыла. 1937 йылдың йәйендә Джером Нью-Йорк университетында лекциялар тыңлай, 1937—1938 йылдарҙа Австрия һәм Польшаға (бында Быдгощта ул атаһының күрһәтмәһе буйынса колбасалар етештереүҙе өйрәнә) килә. Тыуған иленә ҡайтҡас, 1938 йылда Урсинус-колледжында (Пенсильвания) лецияларға йөрөй. 1939 йылда Колумбия университетына уҡырға инә, бында ҡыҫҡа хикәйәләр тураһында «Стори» журналы мөхәррире У. Бернетт уҡыған лекциялар тыңлай. Юғары уҡыу йорттарының береһен дә Джером тамамлай алмай, бер ниндәй ҙә уңыштар, карьера яһарға тырышыуын күрһәтмәй, шунлыҡтан атаһы уға ризаһыҙлығын белдерә.

1942 йылда драматург Юджин О' Нилдың ҡыҙы Уна О' Нил менән осраша башлай, әммә Уна О' Нил тиҙҙән Чарли Чаплин менән таныша һәм уға кейәүгә сыға. Шул уҡ йылдың яҙында Сэлинджер армияға алына, элемтә ғәскәрҙәренең офицер-сержант мәктәбен тамамлай 1943 йыл сержант чинында контрразведкаға күсерелә һәм Теннесси штатының Нашвилл ҡалаһына ебәрелә.

6 июнь 1944 йыл. Сержант Сэлинджер 4-се пехота дивизияһының 12-се пехота полкына ҡараған контрразведка бүлеге составында Нормандияға десант төшөрөүҙә, һуңынан Арденн һәм Хюртген урманы алыштарында ҡатнаша[10]. Хәрби әсирҙәр менән эшләй, бер нисә концлагерҙағы (шул иҫәптән, күрәһең, Дахау концлагеры) кешеләрҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Фронтта хәрби хәбәрсе һәм яҙыусы Эрнест Хемингуэй менән осраша, уның шәхси сифаттары һәм яҙыу стиле Сэлинджерға ныҡ тәьҫир иткән була; үҙ сиратында, Хемингуэй яңы ижад итә башлаған авторҙың әҙәби таланттарын баһалай. Өсөнсө рейхты еңгәндән һуң, хәрби психик йәрәхәттәрҙән йүнәлеп[10], Германияны денацификациялау менән шөғөлләнә.

Германияла Сэлинджер өйләнә, никахы бик ҡыҫҡа була, 1946 йылдың яҙында Сэлинджер инициативаһы буйынса никах тарҡала[10].

Сэлинджерҙың яҙыусылыҡ карьераһы нью-йорк журналдарында ҡыҫҡа хикәйәләр баҫтырыуҙан башлана. Уның тәүге хикәйәһе «Молодые люди» (ингл. The Young Folks) 1940 йылда Уит Бернетт нигеҙ һалған «Story» журналында баҫылып сыға[11]. 1941 йылдан баҫмала Сэлинджерҙың «The New Yorker» әҫәре баҫыла башлай. Сэлинджерға «Хорошо ловится рыбка-бананка» (ингл. A Perfect Day for Bananafish, 1948) ҡыҫҡа хикәйәһе тәүге етди билдәлелекте килтерә. Был хикәйәлә Симор Гласс тигән йәш кеше һәм уның ҡатыны тормошонан бер көнлөк тарих бәйән ителә. 1940-сы йылдар аҙағында Сэлинджер дзэн- буддизмды өйрәнә башлай.

Беренсе тапҡыр баҫылып сыҡҡандан һуң ун бер йыл үткәс, 1951 йылдың 16 июлендә Сэлинджерҙың 1941 йылдан алып уның өҫтөндә эшләгән «Над пропастью во ржи» (ингл. The Catcher in the Rye, 1951) тигән берҙән-бер романы баҫылып сыға. Роман тәнҡитселәрҙең татыу хуплауын таба һәм әлегә тиклем китаптың геройы Холден Колфилдтың донъяға ҡарашында һәм геройҙәң тәртибендә үҙҙәренең кәйефенә ауаздашлыҡ тапҡан өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар араһында популярлыҡты һаҡлай. Китап ҡайһы бер илдәрҙә һәм АҠШ-тың бер нисә штаттарында төшөнкөлөк һәм насар, әшәке һүҙҙәрҙе ҡулланғаны өсөн тыйыла, әммә хәҙер күп кенә америка мәктәптәрендә әҙәбиәт уҡыу өсөн тәҡдим ителгән исемлектәргә ингән. 1961 йыл роман ун ике илдә, шул иҫәптән СССР-ҙа тәржемә ителә. СССР-ҙа, урыҫ теленә Рита Райт-Ковалева тәржемәһендә «Сит ил әҙәбиәте» (№ 11,1960 йыл) журналында баҫтырып сығарғандар.

Роман баҫылып сыҡҡанға тиклем төрлө матбуғат баҫмаларында Сэлинджерҙың егерме алты әҫәре, шул иҫәптән «Девять рассказов» новеллаһының туғыҙынан етәүһе 1953 йылда айырым китап булып баҫылып сыға.

1960-сы йылдарҙа «Фрэнни и Зуи» новеллалары (ингл. Franny and Zooey) һәм «Выше стропила, плотники» (ингл. Raise High the Roof Beam, Carpenters) повесы баҫылып сыға. Был әҫәр геройҙарын — Гласстар ғаиләһенең юғары интеллектуаль, нәфис ағзаларын — Сэлинджер үҙенең дзэн-буддизм, уртаса мистицизм, битниктарҙың нигилизмы һәм толстойлыҡ синтезынан торған үҙенең идеяларын тормошҡа сағылдырыусы итә. «Фрэнни и Зуи» әҫәре XIX быуаттағы Рәсәйҙең «Откровенные рассказы странника духовному своему отцу» дини әҫәрен бәйән итә. Сэлинджерҙың теологиянан тыш был һуңғы әҫәре ҙур популярлыҡ яулай.

 
Сэлинджер Time журналы тышлығында. 1961 йылдың 15 сентябре

1955 йылда 36 йәшлек Сэлинджер арт-тәнҡитсе Роберт Лэнгтон Дугластың ҡыҙы Клэр Дугласҡа өйләнә. Ҡыҙҙары Маргарет (1955) һәм улдары Мэтью (1960) тыуа. Маргарет һуңыраҡ «Dream Catcher» тигән мемуарҙар яҙа. Сэлинджер ҡатынынан уҡыуын, тамамланыуға дүрт ай ҡалғас, ташлауҙы талап итә һәм тегеһе, уны тыңлап, уҡыуын ташлай ҙа, ире янына күсеп килә. Уларҙың ҡыҙы бала сағында бик йыш ауырый, әммә экзальтациялы холоҡло Сэлинджер доктор саҡырыуҙан баш тарта. Һуңғараҡ Клэр ҡыҙына «шул саҡта һуңғы сиккә етеп йөрөнөм» ти һәм ҡыҙы менән үҙен дә үлтерергә уйлауы тураһында һөйләй. Нью-Йоркка барғанда ул саҡ быны башҡара алмай ҡала, әммә отелдән Маргарет менән бергә Сэлинджерҙан ҡасып китә. Бер нисә айҙан һуң Сэлинджер уны Корниш ҡалаһына ҡайтырға күндерә[12].

Һуңғы йылдары

үҙгәртергә

«Над пропастью во ржи» романы популярлыҡ яулағандан һуң, Сэлинджер, интервью биреүҙән баш тартып, бер кем менән дә аралашмай, бикләнеп ғүмер һөрә. 1965 йылда ул үҙе өсөн генә ижад итеп, баҫылыуҙан туҡтай. Сэлинджер иртә әҫәрҙәрен яңынан баҫтырыуҙы тыя («Хорошо ловится рыбка-бананка» әҫәренән тыш башҡаларын) һәм уның хаттарын баҫтырырға маташыуҙарын туҡтата. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул тышҡы донъя менән бер нисек тә аралашмай, Нью-Гэмпшир штатының Корниш ҡаласығындағы айырым йортта бейек ҡойма артында йәшәй, төрлө (буддизм, индуизм, йога, макробиотика, дианетика) дини практикалары менән шөғөлләнә, шулай уҡ традицион булмаған медицина, глоссолалия, гомеопатия, акупунктура һәм христиан фәнен өйрәнә[12][13][14].

Сэлинджер 2010 йылдың 27 ғинуарында Нью-Гэмпширҙа 91 йәшендә үҙ йортонда вафат була. Уның вариҫтары тип өсөнсө ҡатыны Колин О’Нил-Закшески-Сэлинджер һәм улы Мэтью атала[15].

Сэлинджер әҫәрҙәренең төп геройҙары — 17 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр. Әммә уны «балалар» яҙыусыһы тип атап булмай. Әҫәрҙәрендә (тәү сиратта «Над пропастью во ржи» романында) Сэлинджер үҫмер геройының идеалдары арҡаһында уны уратып алған «өлкән» донъяның үтә ҡанһыҙлығына һәм аҫтыртынлығына ҡаршы тороу темаһын күтәрә. Филолог Андрей Аствацатуров әйтеүенсә, Сэлинджер әҙәби саралар ярҙамында 1980-се һәм 1990-сы йылдарҙа француз философтары Жан-Люк Нанси һәм Ф. Лаку-Лабартт дезистирующий (баш тартыусы) субъект тип атаған образды тыуҙырған. Сэлинджер әҫәрҙәренең геройҙары, үҙендә аныҡ сиктәрҙе һәм билдәләмәләрҙе таба алмай, үҙенән-үҙе баш тартып йәшәй[16].

Гластар ғаиләһен һүрәтләгән «Хорошо ловится рыбка-бананка», «Фрэнни и Зуи», «Выше стропила, плотники», «Симор: Введение» һ. б.хикәйәләрендә һәм повестарында һәләтле шәхестең компромисһыҙ рәүештә донъяға ҡапма-ҡаршы торошо темаһы үҫешә һәм тәрәнәйә. Ағалы-ҡустылы-һеңлеле Гластар, хатта өлкәнәйгәс тә, үҙ идеалдарына тоғролоҡ һаҡлай. Бында уларға үҙ балалары ла психологик ярҙам күрһәтә («В лодке» хикәйәһе), Гластар ғаиләһенең дөйөм рухына («Выше стропила, плотники»), шулай уҡ төрлө дини практикалар, беренсе сиратта, дзэн-буддизм («Фрэнни иЗуи») ярҙам күрһәтә. Шуға ҡарамаҫтан, шәхестең тирә-йүндәге мещанлыҡҡа ҡаршы көрәше ҡайһы берҙә фажиғәле тамамлана (Симор).

Үҙенең рухи асылын һаҡлап ҡалыу маҡсатында мистицизм, буддизм һәм дөйөм донъянан ситкә китеү темаһы Сэлинджерҙың «Девять рассказов» новеллаларында күҙгә күренеп тора һәм уның һуңғы әҫәрҙәрендә көсәйә.

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Баҫылмаған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • 1942 — Последний и лучший из Питер Пэнов (The Last and Best of the Peter Pans)
  • 1944 — Детский эшелон (The Children`s Echelon).
  • 1944 — Два одиноких человека (Two Lonely Men).
  • 1946 — Именинник (Birthday Boy).
  • 1947 — Океан, полный шаров для боулинга (The Ocean Full of Bowling Balls).

Согласно устной биографии «Сэлинджер» авторы en (David Shields) и en (Shane Salerno) утверждают, будто Сэлинджер оставил посмертные инструкции об издании в 2015—2020 годах его неопубликованных произведений, включающих рассказы о семье Глассов, роман об его отношениях с первой женой Сильвией, новеллу в форме дневника о Второй мировой войне, руководство по веданте и рассказы о Холдене Колфилде[17].

Йоғонтоһо

үҙгәртергә

Сэлинджерҙың әҫәрҙәре Стивен Чбоски, Джонатан Сафран Фоер, Харуки Мураками, Том Роббинс, Джон Грин, Луис Сейкер һәм башҡа яҙыусыларҙы илһамландыра. Гарольда Бродки уны Хэмингуэйҙан һуң америка әҙәбиәтенең иң күренекле фигураһы тип атай[18]. Пулитцер премияһы лауреаты романсы Джон Апдайкты Сэлинджерҙың хикәйәләре бәйһеҙ сюжеттарҙы нисек күрергә кәрәклегенә күҙҙәрен аса[19]. Филипп Роттың тәүге әҫәрҙәре "Сэлинджер тауышы һәм йыһан ваҡыты"менән һуғарылған[20].

Сэлинджер романы һәм йәш Уна О' Нил романы нигеҙендә француз прозаигы Фредерик Бегбедер «Уна & Сэлинджер» (2015) китабын яҙа[21].

Сэлинджер шәхесе бер нисә фильмда күрһәтелә: «Coming Through the Rye» (2015)[22], «Конь БоДжек» сериалында (2-се миҙгелдең 6, 7, 8, 10 серияларында; 3-сө миҙгелдең 1 серияһы), «Над пропастью во ржи» биографик фильмында (2017)[23].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118605054 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 J. D. Salinger // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. McGrath C. J. D. Salinger, Literary Recluse, Dies at 91 (ингл.) // The New York Times / J. KahnManhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 2010. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
  5. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. J.D. Salinger - Hartog Letters
  7. https://norman.hrc.utexas.edu/fasearch/findingAid.cfm?eadid=00465
  8. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 10 ғинуар 2019.
  9. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 3 июль 2021.
  10. 10,0 10,1 10,2 Ян Шенкман. «Человека не следует убивать, надо просто ему налить»  (рус.), Новая газета (5 май 2017). 23 декабрь 2017 тикшерелгән.
  11. «J. D. Salinger». EXPLORING Novels. Detroit: Gale, 2003. Web. 9 Nov. 2010.
  12. 12,0 12,1 Salinger, Margaret. Dream Catcher: A Memoir. — New York: Washington Square Press, 2000. — ISBN 0-671-04281-5.
  13. Борисенко А. Дж. Д. Сэлинджер: классик и современник // Сэлинджер Дж. Д. Над пропастью во ржи: Роман. Повести. Рассказы. — М.: Эксмо, 2007. — с. 16.
  14. Skow, John. Sonny: An Introduction  (инг.), Time (15 September 1961). 12 апрель 2007 тикшерелгән. 2013 йыл 4 февраль архивланған.
  15. McGrath, Charles. J. D. Salinger, Enigmatic Author of ‘The Catcher in the Rye’, Dies at 91  (инг.), The New York Times (2010). 23 декабрь 2017 тикшерелгән.
  16. Андрей Аствацатуров, Александр Погребняк. Нехватка бытия как фигура современности. theoryandpractice.ru (24 февраль 2014). Дата обращения: 3 сентябрь 2014. Архивировано 16 октябрь 2014 года.
  17. Kakutani, Michiko. A Biography From David Shields and Shane Salerno  (инг.), The New York Times (25 August 2013). 23 декабрь 2017 тикшерелгән.
  18. Brozan, Nadine. Chronicle  (инг.), The New York Times (27 April 1991). 23 декабрь 2017 тикшерелгән. «His is the most influential body of work in English prose by anyone since Hemingway».
  19. Osen, Diane Interview with John Updike (англ.) // The National Book Foundation. — 2007. Архивировано из первоисточника 3 июль 2018.
  20. Menand, Louis Holden at Fifty: The Catcher in the Rye and what it spawned (англ.) // The New Yorker : magazine. — Condé Nast, 2001. Архивировано из первоисточника 7 август 2007.
  21. Новая книга: «Уна & Сэлинджер», Фредерик Бегбедер, m24.ru. 23 декабрь 2017 тикшерелгән.
  22. Chris Cooper Is J.D. Salinger in 'Coming Through the Rye' Clip (Exclusive Video)  (инг.), The Hollywood Reporter. 23 декабрь 2017 тикшерелгән.
  23. Child, Ben. Nicholas Hoult to play JD Salinger in new biopic  (инг.), The Guardian (1 September 2015). 23 декабрь 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә