6 апрель
көнө
6 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 96-сы (кәбисә йылында 97-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 269 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Греция: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй: Тикшереү органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Миһранов Марат Ғәлихан улы (1955), ғалим-зоолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1997 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биоэкология һәм биология буйынса белем биреү кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007) һәм мәғариф отличнигы (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Копсов Анатолий Яковлевич (1942), СССР һәм Рәсәйҙең хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй энергетика комплексының бер нисә компанияһының топ-менеджеры. 1992—1994 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы Рәйесе, Рәсәйҙең Федерация Советы депутаты (1994-1996).
- Керчина Лариса Николаевна (1962), Башҡортостандың рус телендә ижад итеүсе шағиры, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Таянович Вениамин Игоревич (1967), СССР спортсыһы, йөҙөүсе, «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенең Өфөләге балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1987) һәм йөҙөү буйынса атҡаҙанған (1992) спорт мастеры, Олимпия уйындары (Барселона, 1992) чемпионы һәм призёры, ике тапҡыр Европа (1991) һәм күп тапҡыр СССР чемпионы (1985, 1989, 1990).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сурағолов Руф Сабир улы (1939—1995), ғалим-урман белгесе, эколог. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы (1982).
- Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (1949), ғалим-биолог, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Рәхмәт ауылынан.
- Арыҫланов Илдар Ринас улы (1994), спортсы, шоссела велосипедта ярышыусы. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призёры. Спорт мастеры.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1483: Рафаэль Санти, Италия рәссамы.
- 1605: Ларс Виваллиус (1605), Швеция шағиры.
- 1670: Жан-Батист Руссо, Францияның сатирик шағиры, эпиграммалар авторы.
- 1810: Филип Генри Госсе, Бөйөк Британия натуралисы, аквариумды уйлап табыусы.
- 1820: Надар (төп исеме Гаспар Феликс Турнашон), Франция фотографы, яҙыусы һәм журналист.
- 1836: Николай Склифосовский, Рәсәй империяһы хирургы.
- 1840: Василий Юнкер (йәки Иоганн Вильгельм), Рәсәй империяһы табибы, географ һәм сәйәхәтсе, Африканы өйрәнеүсе.
- 1890: Антон Фоккер, Нидерланд авиаконструкторы.
- 1897: Фриц Эрпенбек, Германия яҙыусыһы, публицист һәм актёр.
- 1920: Эдмонд Фишер, АҠШ биохимигы, физиология һәм медицина өлкәһендәге Нобель премияһы лауреаты (1992).
- 1925: Галина Кожакина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1970).
- 1955: Майкл Рукер, АҠШ-тың кино актёры, продюсер.
- 1975: Денис Клявер, Рәсәй йырсыһы, «Чай вдвоём» төркөмө ағзаһы.
- 1975: Зак Брафф, АҠШ актёры, режиссёр, сценарист һәм кинопродюсер.
- 1980: Маргарита Симоньян, СССР һәм Рәсәй журналисы, «Russia Today» телеканалының баш мөхәррире.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1971: Игорь Стравинский, Рәсәй империяһы композиторы.