30 ноябрь
көнө
30 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 334-се көнө (кәбисә йылында 335-се). Йыл тамамланыуға 31 көн ҡала.
30 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Мәғлүмәтте һаҡлау көнө.
- БМО: Химик ҡорал ҡулланыу ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
- Ер: Бөтә донъя йорт хайуандары көнө.
- Барбадос: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1609: Галилео Галилей Ай өҫтөнөң беренсе картаһын эшләй.
- 1872: Глазгола тәүге рәсми халыҡ-ара футбол ярышы була.
- 1876: Павел Николаевич Яблочков трансформатор ҡороуға патент ала, трансформаторҙың «тыуған көнө» тип иҫәпләнә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Алтон Стюарт Доннелли (1920—2.01.2007), АҠШ-тың ғалим-тарихсыһы. Башҡортостандың XVI–XVIII быуаттағы тарихын һәм уның Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуын Көнбайыш тарихнамәлә тәүге ентекле өйрәнеүсе. Нью-Йорк штаты университетының (Бингемтон ҡалаһы) атҡаҙанған профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1992), философия докторы (1960), профессор (1966).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ниғмәтуллин Әхәт Зәйнетдин улы (1921—11.05.2015), әҙәбиәт белгесе, шағир, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1966 йылдан СССР Журналистар союзы, 2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Мәжит Ғафури исемендәге премия лауреаты (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Любарская Адель Самойловна (30.11.1913—1.09.2005), архитектор. 1940 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. 1941—1968 йылдарҙа «Башнефтепроект» институты архитекторы, өлкән архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Кременчуг ҡалаһынан.
- Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы (30.11.1928), табип-офтальмолог. 1956—1994 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971—1990 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1977). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1977) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).
- Ғәлиев Тимерғәзи Арыҫлан улы (30.11.1938), ауыл хужалығы, партия һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2009). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылынан.
- Вилданов Айрат Ғилфан улы (30.11.1948), цирк артисы, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған артисы. Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы (Мәскәү, 1988), «Циркъ» милли премияһы (Санкт-Петербург, 2004) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Мәмәдәл ауылынан.
- Шакиров Алик Фәйез улы (30.11.1953), журналист. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989). Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре (2012) һәм Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнөң матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе (2015).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Вахрушев Георгий Васильевич (1894—6.05.1966), ғалим-геолог. 1952—61 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумының беренсе рәйесе (1951—1956). СССР-ҙың 4-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Геология-минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ленин ордены кавалеры (1954).
- Юрьев Валерий Петрович (1939), ғалим-химик‑органик. 1969—1981 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре, өлкән ғилми хеҙмәткәре һәм лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Сәмәрҡәнд ҡалаһынан.
- Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (1949), ғалим-инженер‑технолог, хужалыҡ, юғары мәктәп һәм дәүләт эшмәкәре. 1989—2011 йылдарҙа «Каустик» һәм «Полиэф» йәмғиәттәренең генераль директоры, 2011—2017 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, бер үк ваҡытта 2011 йылдан — химия һәм химик технологиялар кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған химигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1989), Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1667: Джонатан Свифт, Англия яҙыусыһы.
- 1817: Теодор Момзен, Германия тарихсыһы.
- 1835: Марк Твен, Америка яҙыусыһы.
- 1874: Уинстон Черчилль, Англия сәйәсмәне.