25 ноябрь
көнө
25 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 329-сы көнө (кәбисә йылында 330-сы). Йыл тамамланыуға 36 көн ҡала.
25 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙы бөтөрөү өсөн көрәш көнө.
- Босния һәм Герцеговина: Босния һәм Герцеговинаның милли көнө.
- Суринам: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1735: Батша ҡыңғырау ҡойола.
- 1833: Әбйәлил районының Йәнекәй ауылына нигеҙ һалына.
- 1867: Альфред Нобель динамитҡа патент ала.
- 1870: Өфө ҡала думаһына беренсе һайлау үткәрелә.
- 1935: СССР-ҙың «Почёт Билдәһе» ордены булдырыла.
- 1941: Өфө агрегат производство берекмәһе эшләй башлай.
- 1955: Арлан нефть ятҡылығы асыла.
- 1961: Өфөлә «Салауат Юлаев» хоккей клубы ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Новопокровский Иван Васильевич (1880—2.09.1951), ғалим-геоботаник. 1915, 1916, 1919 һәм 1928 йылдарҙа комплекслы экспедиция составында Башҡортостан Урал алдының көньяҡ өлөшөндә геоботаник һәм флористик тикшеренеүҙәр үткәреүсе, республиканың ботаник-географик райондары картаһын (1941) төҙөүселәрҙең береһе. Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһенең Михайлов ҡалаһынан.
- Басиров Миәссәр Мәғәсүм улы (1930—28.02.1983), журналист, шағир. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1964—1980 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите һәм «Һәнәк» журналының әҙәби хеҙмәткәре һәм бүлек мөдире.
- Кәримова Фәниә Муса ҡыҙы (1945), педагогик хеҙмәт ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1969—2009 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1985—2000 йылдарҙа Баймаҡ районы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының методик берекмәһе, 1997—2009 йылдарҙа мәктәптә үҙе ойошторған ҡурай музейы етәксеһе. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2006). Сығышы менән ошо райондың Йомаш ауылынан.
- Әсләмов Илдар Хәбиб улы (1960), юл төҙөүсе, йәмәғәт эшмәкәре. 2000 йылдан «Башкиравтодор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ҡариҙел юл йүнәтеү-төҙөү идаралығы начальнигы, 2008 йылдан Ҡариҙел район Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо райондан.
- Тезикова Татьяна Алексеевна (1975), спортсы. 1994—2000 йылдарҙа ауыр атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995) һәм ауыр атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баймырҙина Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы (1916—12.1972), педагогик хеҙмәт алдынғыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963).
- Бикбаев Йәүҙәт Мансур улы (1926—7.09.1995), ғалим-инженер-механик. 1953 йылдан Өфө авиация техникумы уҡытыусыһы; 1958—1960 йылдарҙа Өфө электромеханика техникумының директор урынбаҫары; 1971 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, 1973 йылдан киске һәм ситтән тороп уҡыу буйынса проректор; 1979 йылдан Өфө сервис технология институтының көнкүреш машиналары һәм аппараттары кафедраһы, 1985 йылдан машиналар эшләү технологияһы кафедраһы мөдире. Техник фәндәр кандидаты (1970), профессор (1993). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Собханғол ауылынан.
- Гәрәй Исхаҡов (Исхаҡов Миңлегәрәй Усман улы; 1931—24.6.1997), драматург. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Ваганов Геннадий Викторович (1936), спорт ветераны, тренер. 1959—1965 йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы, Олимпия уйындарында (1960, 1964) ҡатнашыусы. СССР-ҙың халыҡ-ара класлы (1965) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1960), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1960).
- Соколов Владимир Николаевич (1936—24.10.2003), спортсы. 1961—1969 йылдарҙа спидвей буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Мотоциклда уҙышыу буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1962). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Силиванов Айрат Имаметдин улы (1946— 24.07.2012), ауыл хужалығы эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 1981 йылдан Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1985 йылдан район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2000 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының унынсы—ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—2000) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973, 1981) кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2006). Сығышы менән шул уҡ райондың Ҡырмыҫҡалы ауылынан.
- Заһиҙуллин Ришат Иншар улы (1951), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1995–2005 йылдарҙа Ишембай район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы; 2005 йылдан — хакимиәт башлығының кадрҙар һәм территориялар менән эшләү буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Ишәй ауылынан.
- Калабугин Анатолий Иванович (1951), хеҙмәт ветераны һәм производство алдынғыһы. Күмертау авиация етештереү предприятиеһының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Кучкин Андрей Павлович (1888—30.03.1973), СССР ғалим-тарихсыһы. Революция хәрәкәте эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1912 йылдан РСДРП (б) ағзаһы. Тарих фәндәре докторы һәм профессор (1951).
- Ғәбитов Рәйеф Лотфулла улы (1913—1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған композитор. 1941 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе.
- Мөхәмәтова Ғәйнүш Миңлеғайса ҡыҙы (1913—29.03.1989), ғалим-профпатолог, һаулыҡ һаҡлау тармағы эшмәкәре. Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1949), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылынан.
- Фёдорова Валентина Михайловна (1918—2005), Салауат техник быяла заводы үҙәк лабораторияһының 1961—1973 йылдарҙағы етәксеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Гермаш Владимир Михайлович (1928), инженер-технолог, хужалыҡ, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1977—1985 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары, артабан 1990 йылғаса СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1-се урынбаҫары. БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған химигы (1988), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1985). Ленин (1971), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Шамил Анаҡ (1928—21.10.2005), башҡорт шағиры. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990).
- Михайлов Валерий Германович (1958), ғалим-инженер‑механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2002).Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы (1929—27.078.1996), зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1964—1972 йылдарҙа Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — «Красная Башкирия» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Айтуған ауылынан.
- Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы (1934—18.09.2010), ғалим-инженер, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүсе. 1966 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970), доцент (1990).
- Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (1939), уҡытыусы, комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе. 2002—2010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе. РСФСР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советтары һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Салауат Юлаев (2009) ордендары кавалеры. Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Хәмиҙуллина Наилә Ғәли ҡыҙы (1939), пианиносы, педагог. 1968 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2003 йылдарҙа махсус фортепиано кафедраһы мөдире, профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Голубев Глеб Евгеньевич (1959), рәссам, график. 2009 йылдан Өфөләге «Художка» сәнғәт мәктәбе директоры. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы, 2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзының идара ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1810: Николай Пирогов, Рәсәй империяһы хирургы.
- 1844: Карл Бенц, Германия инженеры, эске яныулы двигателле тәүге автомобилде уйлап сығарыусы.
- 1887: Николай Вавилов, Рәсәй империяһы генетигы.
- 1889: Ян Берзин, СССР-ҙың хәрби һәм сәйәси эшмәкәре, совет хәрби разведкаһын ойоштороусыларҙың һәм етәкселәренең береһе.
- 1904: Ильяс Әүхәҙиев, СССР музыканты, Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1939) һәм халыҡ артисы (1968).
- 1915: Аугусто Пиночет, 1974—1990 йылдарҙа Чили президенты.
- 1924: Такааки Ёсимото, Япония шағиры, публицист, философ-марксист, әҙәби тәнҡитсе.
- 1924: Пол Дезмонд, АҠШ-тың джаз саксофонсыһы, композитор.
- 1944: Марк Минков, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2003).
- 1944: Владимир Яковлев, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1996—2003 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһы губернаторы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1996: Хәйҙәров Әмирйән Сөләймән улы, Советтар Союзы Геройы.
- 1970: Юкио Мисима, Япония яҙыусы.
- 1995: Әхмәтов Абдулла Шәңгәрәй улы, Советтар Союзы Геройы (1944).
- 2013: Таһир Таһиров (Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов), дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист.