24 ғинуар
көнө
24 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 24-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 341 көн ҡала (кәбисә йылында 342).
24 ғинуар | |
![]() |
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- БМО: Мәғариф көнө.
- : Эскимо көнө.
- Кипр Республикаһы: Изге Неофит көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Һөйәнтүҙ фажиғәһе урынындағы стела
- 1736: Полковник А. И. Тәвкилев Балыҡсы улусы Һөйәнтүҙ ауылын юҡ итергә бойора. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар менән бергә 1000 башҡорт үлтерелә, шул иҫәптән 105 ир-егет тереләй яндырыла.
- 1848: Калифорнияла Колома ҡалаһы янында «алтын ығы-зығы» башлана.
- 1931: Мәскәүҙә «Ромэн» сиған театры ойошторола.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Герасимов Владимир Иванович (1925—31.05.2010), СССР шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Асҡын ауылынан.
- Йосопов Фәрит Сабир улы (1925—23.01.2001), балет артисы. 1970—2000 йылдарҙа Өфө һығылмалы материалдар һәм конструкциялар заводының Мәҙәниәт һәм техника һарайының балет студияһы етәксеһе. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1949). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1955).
- Бәхти Ғайсин (1930—5.10.1991), музыкант-аккардеонсы, композитор. 1961—1990 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы концертмейстеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1962) артисы.
- Абдраҡов Фаил Сәлих улы (1950—18.01.2010), үҙешмәкәр композитор. 1970—2010 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы һәм районы мәҙәниәт йорттарының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Юрматы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Солтанов Әлфәрит Мөхәмәт улы (1926—1988), баянсы. 1946—1986 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы музыканты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы.
- Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (1951—2011), композитор, педагог. 2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
- Бугера Владислав Евгеньевич (1971), ғалим-философ, сәйәси публицист һәм һул йүнәлешле ижтимағи-сәйәси хеҙмәткәр. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2006), профессор (2010).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Хәнисламов Мәхмүт Ғәлләметдин улы (1918—4.06.1971), ғалим-зоолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1952). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән Ырымбур ҡалаһынан.
- Байбурин Фәүзи Зәки улы (1943), хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы I ранг капитаны. Ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1989), профессор (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһынан.
- Кузин Александр Павлович (1948), педагог, Күмертау ҡалаһы мәктәп-ара уҡыу комбинатының 1988—2010 йылдарҙағы директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Үмәрғәлин Тәлғәт Ғәле улы (1948), ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (2003), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1991).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Баязит Дим (1909—10.10.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
- Попов Пётр Дмитриевич (1924—9.07.1991), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының разведка взводы командиры ярҙамсыһы, гвардия сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лэнгдон Теренс (1939), ғалим-физик. Физика фәндәре докторы (1980), профессор (1976). Рәсәй Фәндәр академияһының почётлы докторы (2003), Бөйөк Британияның Король инженерлыҡ Фәндәр академияһы ағзаһы (2002), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (1991). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Бөйөк Британияның Троубридж ҡалаһынан. 1965 йылдан Америка Ҡушма Штаттарында эшләй.
- Кузьминых Александр Андреевич (1944—18.05.2009), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Һынны ауылынан.
- Сирғәлин Рәмил Ишбулды улы (1959), иҡтисадсы. 1996—2017 йылдарҙа Баймаҡ районы хакимиәт башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2009). Сығышы менән ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай ауылынан.
- Миңлебаев Ринат Йәғәфәр улы (1964), график. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы, 2004 йылдан — Халыҡ-ара графика академияһы ағзаһы (Санкт-Петербург). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2006) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
- Тимербулатов Мәхмүт Вил улы (1974), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007) һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғ. Х. Ҡоҙаяров исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1875: Глеб Кржижановский (1875—31.03.1959), СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- 1904: Берта Карлик, Австрия ғалим-физигы, Вена университетының беренсе ҡатын-ҡыҙ профессоры.
- 1910: Андрей Тутышкин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1946).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1924: Мөхәмәтғата Мансуров, башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, эшҡыуар һәм меценат.
- 1943: Майский Сәхиб Нурлығаян улы, граждандар, совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1940).
- 1971: Аҡтуғанов Мәхмүт Сафа улы, Советтар Союзы Геройы (1944), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор.
- 1984: Кирәй Мәргән, башҡорт СССР яҙыусыһы, фольклорсы ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1986: Лафает Рональд Хаббард, яҙыусы һәм философ. Дианетика һәм сентология дини ағымдарына нигеҙ һалыусы.
- 1999: Суфиянов Суфый Хажи улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).