3 апрель
көнө
3 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 93-сө (кәбисә йылында 94-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 272 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Гвинея: Икенсе Республика иғлан итеү көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1502: Христофор Колумб етәкселегендә дүртенсе экспедиция башлана.
- 1860: АҠШ-та трансконтиненталь почта хеҙмәте эшләй башлай.
- 1879: София Болгарияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
- 1885: Германия уйлап табыусыһы Готлиб Даймлер тәүге двигателгә патент ала.
- 1905: Аргентинаның популяр футбол клубтарының береһе — «Бока Хуниорс» ойошторола.
- 1910: Төньяҡ Америкалағы Алясканың иң бейек (6193 м) Денали тауы түбәһенә тәүге тапҡыр альпинистар күтәрелә.
- 1966: СССР-ҙың «Луна-10» автоматик станцияһы донъяла тәүге тапҡыр Ай тирәләй орбитаға сығарыла.
- 1995: Рәсәйҙең Федераль контрразведка хеҙмәте, Президент Указына ярашлы, Федераль именлек хеҙмәте итеп үҙгәртелә.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (1902—31.01.1981), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1941—1946 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1946—1951 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы Рәисе. СССР Урман сәнәғәте министры урынбаҫары, министрлыҡтың Идаралыҡ башлығы (1951—1955). Ике Ленин (1944, 1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962).
- Николаев Василий Семёнович (1907—29.12.1989), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған бригада пулемётсыһы, гвардия рядовойы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Ғөбәйҙуллина Нәзирә Ғәйзулла ҡыҙы (1947), хеҙмәт ветераны. 1966—1995 йылдарҙа «Салауатбыяла» етештереү берләшмәһе токаре, III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Мөхәмәтов Фәрит Фәһим улы (1947), травматолог-ортопед, ғалим, медицина фәндәре докторы (2002), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың (1991) һәм Башҡортостандың (2008) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Хазанкин Роман Григорьевич (1947), Белорет ҡалаһы педагогы, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы (2008), РСФСР мәктәбенең (1987) һәм Башҡортостан Республикаһының (2007) атҡаҙанған уҡытыусыһы. СССР-ҙың Дәүләт (1990), Надежда Крупская исемендәге (1985), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге (2006) премиялар лауреаты.
- Желтова Татьяна Николаевна (1957), Өфө ҡалаһының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең фортепьяно уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Үҙәнбаев Юлай Хәмит улы (1957), композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (1914—25.12.1982), совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
- Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы (1924—27.07.2000), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Пашков Сергей Афанасьевич (1959), ғалим-хирург, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, артабан «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең медик‑санитария бүлеге начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Новосибирск өлкәһе Обь ҡалаһынан.
- Федоренко Юрий Николаевич (1974) спортсы. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы (2000) һәм атҡаҙанған (2005) спорт мастеры, 2001—2007 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостандың күренекле спортсыһы (2002). Донъя (2003), Европа (2002) һәм Рәсәй (2002, 2006) чемпионы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Алкин ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1880: Гавриил Горелов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947).
- 1885: Борис Вилькицкий, Рәсәй империяһы һәм СССР гидрографы, геодезист, Арктиканы өйрәнеүсе.
- 1885: Бад Фишер, АҠШ рәссамы, карикатурист, комикстар авторы.
- 1905: Игорь Гелейн, СССР кинооператоры, төҫлө кинематографты башлап ебәреүселәрҙең береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965).
- 1920: Юрий Нагибин, СССР яҙыусыһы, журналист һәм сценарист.
- 1924: Марлон Брандо, АҠШ-тың кино һәм телевидение актёры, режиссёр һәм әүҙем сәйәсмән.
- 1930: Гельмут Коль, 1982—1990 йылдарҙа ГФР федераль канцлеры, 1990—1998 йылдарҙа берләшкән Германия канцлеры.
- 1961: Эдди Мёрфи, АҠШ-тың комедия актёры, кинорежиссёр, продюсер һәм йырсы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1991: Ёлкин Иван Сергеевич, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).