13 сентябрь
көнө
13 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 256-сы (кәбисә йылында 257-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 109 көн ҡала.
13 сентябрь | |
![]() |
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Дмитриев Юрий Иосифович (1915—26.01.1995), конструктор. 1956—1985 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһе «Гидромеханика» тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1956) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Залари ауылынан.
- Зефиров Николай Серафимович (1935—28.04.2017), ғалим-химик-органик. 1958 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан органик химия кафедраһы мөдире. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1991 йылдан хәҙерге Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). «Почёт Билдәһе» (1985), Почёт (2001) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
- Нәбиев Ринат Әхмәтғәли улы (1950), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре. Ҡазан (Волга буйы) федераль университетының тарих һәм сәйәсәт кафедраһы мөдире. 1997—2006 йылдарҙа Татарстан Республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса совет рәйесе. Тарих фәндәре докторы, профессор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Имәнлеҡул ауылынан.
- Йосопов Олег Рафаэль улы (1960), дәүләт эшмәкәре. 2008—2013 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Дим районының хакимиәт башлығы урынбаҫары, 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Королевский Алексей Григорьевич (1941—18.08.2013), график, 1970 йылдан СССР Рәссмдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған рәссамы.
- Кравчук Игорь Александрович (1966), СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Почёт ордены кавалеры (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Сунцов Александр Алексеевич (1927), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ишмейәров Марат Хафиз улы (1947), инженер-механик, иҡтисадсы, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Салаватнефтеоргсинтез» (хәҙер Газпром Нефтехим Салауат) асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2002—2005 йылдарҙағы генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999). Сығышы менән Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылынан.
- Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (1957), юғары квалификация категорияһындағы табип—генетик, ғалим. Юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Антипов-Каратаев Иван Николаевич (1888—3.07.1965), СССР-ҙың тупраҡ белгесе, профессор. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Кодакова Наталья Васильевна (1938), мәғариф ветераны. Сибай ҡалаһының Хәрби дан музейы етәксеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡаланың почётлы гражданы.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938), ауыл хужалығы ветераны. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының Маҡан совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Зенкин Фёдор Григорьевич (1929—2010), хужалыҡ эшмәкәре. 1968–1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы Бөгөлсән ауылынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1923: Зоя Космодемьянская, Бөйөк Ватан һуғышы барышында «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ булған (1941, үлгәндән һуң) беренсе ҡатын-ҡыҙ.
- 1934: Тамара Милашкина, СССР һәм Рәсәйҙең опера йырсыһы (сопрано), СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 1935: Альберт Лиханов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй Балалар фонды президенты («Семейные обстоятельства», «Высшая мера»).
- 1951: Александр Розенбаум, СССР һәм Рәсәйҙең йырҙар авторы һәм уларҙы башҡарыусы, актёр һәм яҙыусы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2005).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1979: Рим Сыртланов, башҡорт театр актёры, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1955), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1954) артисы.