Шаршамбы
Шаршамбы — аҙнаның шишәмбе менән кесаҙна араһындағы көнө. Фарсы теленән мәғәнәһе — шәмбенән һуң дүртенсе көн.Халыҡ-ара ISO 8601 стандарттарына ярашлы, шаршамбы аҙнаның өсөнсө көнө һанала. Мосолман календарында иһә ул аҙнаның бишенсе көнө көнө.
Атама аңлатмалары
үҙгәртергәУрыҫ телендә был көн "среда" тип атала, йәғни "урталыҡ", был славяндарҙың 5 көнлөк эш аҙнаһынан сығып бирелгән.
Ҡайһы бер ибраһими диндәрҙә был көн аҙнаның дүртенсе көнө һанала. Португал телендә quarta-feira («дүртенсе көн»), грек телендәΤετάρτη «дүртенсе» генә. ТШул уҡ мәғәнә ғәрәп телендә (أربعاء), ивритта (רביעי - ревии). Әрмән телендә (Չորեքշաբթի — чорекшабти́), грузин телендә (ოთხშაბათი — отхшабати), , тажик телендә (чоршанбе) һәм татар телендә (чәршәмбе) шулай уҡ «шәмбенән дүртенсе көн» тигәнде аңлата.
Шаршамбыға бәйле мәҙәни традициялар
үҙгәртергә1890-сы йылдарҙан 1916 йылға тиклем Мәскәүҙә шаршамбы көндәре әҙәби "Әҙәби шаршамбы" "(Литературный кружок "Среда") тигән түңәрәк эшләп килгән. Унда Викентий Вересаев, Александр Куприн, Иван Бунин, Максим Горький һәм башҡалар килә торған булған. 1905—1907 йылдарҙағы революциянан һуң Ю. А. Бунин етәкселегендә «Йәш шаршамбы» тигән түңәрәк эшләй башлай. Яңы ҡатнашыусыларҙан - Иван Шмелёв, Борис Пильняк, рәссам Аполлинарий Васнецов була.
1905—1909 йылдарҙа Санкт-Петербургта шаршамбы көндәре Вячеслава Ива́нов фатирында шул замандың күренекле шағирҙары һәм аҡыл эйәләре йыйыла торған булған [1]
Башҡорт исемдәрендә - "шаршамбы"
үҙгәртергәБашҡорт халҡында баланың ниндәй көндә донъяға килеүенә ҡарап ҡушылған исемдәр булған. Шулар араһында шаршамбы ла бар, ул ҡатын-ҡыҙ исемендә генә осрай - Шаршамбикә [2]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. - Мәскәү, 1993.
- Иранский календарь [1]
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ об «ивановских средах» 2017 йыл 30 июнь архивланған.
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2010. - 229 бит
Аҙна көндәре |
Дүшәмбе | Шишәмбе | Шаршамбы | Кесаҙна | Йома | Шәмбе | Йәкшәмбе |