28 февраль
көнө
28 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 59-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 306 көн ҡала (кәбисә йылында 307).
28 февраль | |
![]() |
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1720: Пётр I ҡарары буйынса Рәсәй империяһының бөтә учреждениеларында эш башҡарыуҙы тәртипкә һалыу өсөн дәүләт коллегиялары ойошторола.
- 1732: Санкт-Петербургта беренсе Кадет корпусы асыла.
- 1810: Урыҫ гвардияһының революцияға тиклем берҙән-бер диңгеҙ часы булған Гвардия экипажы булдырыла.
- 1825: Рәсәй империяһы һәм Англияның Төньяҡ Америкалағы биләмәләренең сиктәрен билдәләү буйынса конвенция төҙөлә.
- 1835: Карел-фин эпосы «Калевала»ның тәүге баҫмаһы донъя күрә.
- 1854: АҠШ-тың Рипон ҡалаһында Республика партияһы ойошторола.
- 1922: Мысырҙың Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә.
- 1922: Мәскәү Художество театрында Карло Гоцциҙың «Принцесса Турандот» спектакле тәүге тапҡыр ҡуйыла.
- 1925: «Радиопередача» акционерҙар йәмғиәте «Радио яңылыҡтары» махсус гәзитен сығара башлай.
- 1935: Америка Ҡушма Штаттары химигы Уоллес Карозерс нейлонды синтезлай.
- 1940: СССР осоусы-һынаусыһы В. П. Федоров донъяла тәүге булып шыйыҡсалы-реактив двигателле ракетопланерҙа осош яһай.
- 1951: Лайнус Полинг һәм Роберт Кори аҡһымдарҙың икенсел структураһының формаһын теоретик яҡтан нигеҙләй.
- 1955: Тантаналы рәүештә Ханой — Пекин — Мәскәү — Берлин тимер юлы асыла.
- 1956: АҠШ-та компьютер өсөн селтәр кабеле патентлана.
- 1966: Донъяла тәүге тапҡыр СССР атом һыу аҫты кәмәләре отряды Ер шары тирәләй йөҙөүгә сыға һәм, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡмайынса, ай ярымдан маршты уңышлы тамамлай.
- 1990: Рәсәй Кинематографистар союзы ойошторола.
- 1992: Рәсәй Федерацияһы һәм Көньяҡ Африка Республикаһы араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыла.
- 1992: Босния һәм Герцеговинала Серб Республикаһы иғлан ителә.
- 1995: Украина социал-демократик партияһы теркәлә.
- 2010: Ванкуверҙа (Канада) XXI Ҡышҡы Олимпия уйындары тантаналы ябыла. Олимпия байрағы Сочиға тапшырыла.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Буранғолова Мәрйәм Нәбиулла ҡыҙы (1910—16.02.1979), ғалим-биолог, тупраҡ белгесе. 1959—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1968), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1975).
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (1965), журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Латипов Урал Рамдраҡ улы (1951), Белоруссияның дәүләт һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре.
- Гөлшат Әхмәтҡужина (1951), шағир, драматург. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғәлимйән Ибраһимов (1887—21.01.1938), яҙыусы, тарихсы, журналдарҙың баш мөхәррире, революционер. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Тереғолов Рал Ғиниәтулла улы (1922—11.09.1998), ғалим—патофизиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академиһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Гәрәев Вил Мулла улы (1937), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1969), профессор (1984). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әмиров Рәсим Зәкәриә улы (1923—2.12.1995), ғалим—терапевт, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1977).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Бикбулатов Нәжих Тайып улы (1919—1.04.1986), ғалим-токсиколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1976), медицина хеҙмәте полковнигы (1956). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), өс Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945, 1956) һәм «Почёт Билдәһе» (1964) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Яппаров Хажғәле Муллағәле улы (1929), хужалыҡ эшмәкәре, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967), доцент (1969). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы, РСФСР юғары мәктәбе отличнигы.
- Копылов Игорь Александрович (1939—5.10.2002), спортсы-шахматсы. 1984—1990 йылдарҙа СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы. Шахмат буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1999) һәм күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Балахна ҡалаһынан.
- Ғәләмшин Ренат Биктимер улы (1949—8.11.2020), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа Тәтешле районы «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат.
- Фәтихова Алевтина Леонтьевна (1954), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—1996 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) факультет деканы урынбаҫары. Педагогика фәндәре докторы (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Күмертау ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1848: Афанасьев Георгий Емельянович, тарихсы, журналист, дәүләт эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы.
- 1908: Баринов Виктор Васильевич, архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1982: Водянова Наталья Михайловна, супермодель, актёр һәм филантроп (мохтаждарға ярҙам итеүсе).
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1945: Мөстәҡимов Зәйнулла Мөстәҡим улы, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1945).