28 ноябрь
көнө
28 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 332-се көнө (кәбисә йылында 333-сө). Йыл тамамланыуға 33 көн ҡала.
28 ноябрь | |
![]() |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя мәрхәмәтлек көнө.
- Албания: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Көнсығыш Тимор: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Мавритания: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Панама: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
- 1912: Рәсәй империяһының IV Дәүләт думаһы эш башлай.
- 1943: Өс союздаш дәүләт етәкселәре — СССР-ҙан И. В. Сталин, АҠШ-тан Ф. Д. Рузвельт һәм Бөйөк Британиянан У. Черчилль ҡатнашлығында Тәһран конференцияһы башлана.
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Байтирәков Нурлығаян Нуриәхмәт улы (1890—17.05.1974), хәрби табип, хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1946—1960 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының медицина хеҙмәте начальнигы. Беренсе донъя, Граждандар, Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Медицина хеҙмәте полковнигы (1959). Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау эштәрен ойоштороусыларҙың береһе. РСФСР-ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1948) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры.
- Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы («Ҡыҙыл паша»; төп исеме — Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 1890—10.01.1938), СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Алкин Ильяс Сәйетгәрәй улы (1895—27.10.1937), ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт революцион комитеты ағзаһы, Башҡорт ғәскәрҙәре штабы начальнигы, Башҡорт АССР-ының хеҙмәт халыҡ комиссары. Профессор (1931). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Исхаҡов Нәзиб Сәхибзада улы (1930—2015), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1959—1990 йылдарҙа Бөрйән район үҙәк дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Әхмәт ауылынан.
- Фәйзрахманова Лүзидә Үзбәк ҡыҙы (1960), педагогик хеҙмәт ветераны. 2001—2015 йылдарҙа Асҡын районы Ҡубыяҙ урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
- Дауытов Рөстәм Хәзит улы (1965), спортсы. СССР һәм Германия шахматсыһы. 1996 йылдан Германия йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостандың беренсе халыҡ-ара гроссмейстеры (1989). Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының көмөш (Истанбул, 2000), Европа чемпионатының бронза (1999) призёры. СССР Ҡораллы Көстәре (1986) һәм үҫмерҙәр араһында СССР чемпионы (1983).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әғзәмов Фәрит Әкрәм улы (1947), ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1998) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт фәндәре академияһының Урал тау премияһы лауреаты (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Саҡмағош ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Воробьёв Николай Алексеевич (1913—13.04.2000), хужалыҡ эшмәкәре. 1953—1973 йылдарҙа Өфөләге «Нефтепроводмонтаж» тресы идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1964). Сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһе Серов районы Фроловское ауылынан.
- Синенко Вера Сергеевна (1923—18.02.2007), әҙәбиәт белгесе, 1944—1997 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1992 йылдарҙа урыҫ әҙәбиәте тарихы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Сығышы менән хәҙерге Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһенән.
- Морозкина Евгения Александровна (1953), әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе, 1983 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Михайлов Виктор Николаевич (1958), 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары — Баш тикшереү идаралығы начальнигы, юстиция генерал-майоры. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Омск өлкәһе Большереченский районы Могильно-Посельское ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Штайгер Готлиб Христианович (1924—16.11.2017), төҙөлөш алдынғыһы. 1974—1991 йылдарҙа «Белорецкметаллургстрой» тресы ташсыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1980) ордендары кавалеры. Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының почётлы гражданы (1987). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Первомайский ҡасабаһынан.
- Юдин Александр Владимирович (1934—28.06.2010), рәссам. Өфөләге «Баштехинформ» комплексы бинаһының фасадындағы «Фән һәм техника» мозаикаһы (1974) авторҙарының береһе. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1820: Фридрих Энгельс, коммунистик тәғлимәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1829: Антон Рубинштейн, Рәсәй империяһы композиторы, беренсе рус консерваторияһына нигеҙ һалыусы.
- 1844: Анджело Мазини (1844—29.09.1926), Италия опера йырсыһы.
- 1849: Василий Канский (1849—1922), Рәсәй империяһы линвисы, филолог, тәржемәсе һәм педагог.
- 1880: Александр Блок, рус шағиры.
- 1903: Ғәҙел Ҡотой, татар совет яҙыусыһы, «Тапшырылмаған хаттар» повесының авторы.
- 1909: Александр Ранкович, сәйәси эшмәкәр, Югославияның халыҡ геройы.
Был көндө вафат булғандарҮҙгәртергә
- 1859: Вашингтон Ирвинг, АҠШ яҙыусыһы.
- 1939: Джеймс Нейсмит, баскетбол уйынын уйлап сығарыусы.
- 1954: Энрико Ферми, Италия физигы, Нобель премияһы лауреаты.
- 2006: Любовь Полищук, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры.
- 2010: Владимир Маслаченко, СССР һәм Рәсәй телекомментаторы, футбол ҡапҡасыһы.