31 июль
көнө
31 июль — григориан стиле буйынса йылдың 212-се (кәбисә йылында 213-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 153 көн ҡала.
31 июль | |
![]() |
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ҡорбан байрамы.
- Бөтә донъя рейнджерҙар (Рәсәйҙә — ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктарҙың дәүләт инспекторҙары) көнө.
- Африка: Африка ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
- Гавайҙар: Флаг көнө.
- Доминика Республикаһы: Атай көнө.
- Конго Республикаһы: Революция башланған көн.
- Система администраторҙары көнө.
Тарихи ваҡиғаларҮҙгәртергә
Был көндө тыуғандарҮҙгәртергә
Башҡортостан менән бәйле шәхестәрҮҙгәртергә
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы (1971), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре. 2013 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 2014 йылдан — директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән Учалы районының Илсе ауылынан.
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (1942), журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1986—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—21.02.2018), опера йырсыһы (баритон), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Яңы Ҡобау ауылынан.
- Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (1983), спортсы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарҮҙгәртергә
Дөйөм исемлекҮҙгәртергә
- 1800: Фридрих Вёлер, Германия химигы, табип, органик химияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1885: Башкиров Алексей Степанович, СССР ғалимы, антик тарих белгесе, археолог.
- 1910: Сергей Каштелян, СССР-ҙың оригиналь жанр артисы, режиссёр һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1914: Луи де Фюнес, Франция киноактёры, кинорежиссер, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.
- 1915: Герберт Аптекер, АҠШ-тың тарихсы-марксисы, сәйәси публицист.
- 1930: Юрий Белов, СССР киноактёры.
- 1930: Олег Попов, СССР һәм Рәсәйҙең цирк артисы, клоун, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1937: Эдита Пьеха, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1945: Ян Табачник, СССР һәм Украинаның эстрада композиторы, виртуоз аккордеонсы, Украинаның халыҡ артисы (1994).
- 1945: Леонид Якубович, СССР һәм Рәсәй актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1950: Лэйн Дэви, АҠШ актёры, режиссёр.
- 1965: Джоан Кэтлин Роулинг, Англия яҙыусыһы, Гарри Поттер тураһындағы китаптар авторы.
- 1986: Евгений Малкин, хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.